Людвик Лазарь Заменһоф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Заменгоф Людвик Лазарь битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Людвик Лазарь Заменһоф
Лазарь Маркович Заменһоф
(Лейзер Мордхович Заменгов)
1908-kl-t-zamenhof.jpg
Тыуған көнө:

15 декабрь 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2]

Тыуған урыны:

Белосток, Гродно губернаһы, Рәсәй империяһы

Вафат булыу көнө:

14 апрель 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][2] (57 йәш)

Вафат булған урыны:

Варшава, Польша Короллеге

Гражданлығы:

Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы[3]
Flag of Poland.svg Королевство Польское[d]

Ғилми өлкәһе:

лингвистика

Ғилми дәрәжәһе:

доктор дәрәжәһе[d]

Уҡыу йорто:

Мәскәү университеты

Билдәләлек алған:

эсперанто төҙөүсеһе

Награда һәм премиялары
Ҡултамғаһы:

Zamenhof subskribo.svg

Лазарь Маркович Заменһоф йәки Лю́двик Ла́зарь За́менһоф (идишלײזער לוי זאַמענהאָף‏‎ — Лейзер Лейви Заменгоф; польск. Ludwik Lejzer Zamenhof; эспер. Ludoviko Lazaro Zamenhof; 15 декабрь 1859 йыл, Белосток — 14 апрель 1917 йыл, Варшава) — поляк[4] күҙ табибы, йәһүд сығышлы тел белгесе, эсперанто — халыҡ-ара төҙөлгән телдәр араһындағы иң уңышлы телгә нигеҙ һалыусы[5]. Доктор Эсперанто псевдонимы аҫтында билдәле, 1887 йылда тел тасуирламаһы һәм дәреслек ингән «Халыҡ-ара тел» эшен баҫтыра.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лазарь Маркович Заменһоф (тыуғанда — Лейзер Мордхович Заменгов)[6] Рәсәй империяһының Гродненск губернаһының Белосток ҡалаһында, училище уҡытыусыһы Марк Фабианович Заменһоф[7][8] һәм Розалия Шолемовна Заменһоф ғаиләһендә беренсе бала булып тыуа[9][10]. Марк Фабианович Заменһоф «Гацефир» гәзитендә боронғо йәһүд теле филологияһы, иврит телендә йәһүд дине, география һәм тел ғилеме буйынса уҡыу әсбаптарын сығара[11]. Лазарь артынан тағы биш малай (Феликс, Герш, Генрик, Леон, Александр) һәм биш ҡыҙы (Фейл (Фаня), Гитл, Сура-Двойра, Мина һәм Ида) тыуа. Ғаилә идиш һәм урыҫ телендә аралаша. 1873 йылда ғаиләһе менән Варшаваға күсенеп киләләр. 1874 йылдың август айында Заменһоф 2-се ир-ат гимназияһы дүртенсе синыфына уҡырға инә.

Әле гимназияла уҡ Варшавала Заменһоф бай, шулай уҡ бик ҡатмарлы грамматикалы халыҡ-ара тел төҙөп маташа. Ул инглиз телен өйрәнгәс (немец, француз, латин һәм грек телдәренән һуң), ул еңел грамматикалы, суффикс һәм префикстар киң ҡулланылған халыҡ-ара тел тураһында уйлана.

1878 йылда уның «Lingwe uniwersala» проекты тамамлана тиерлек. 17 декабрҙа Заменһоф гимназия дуҫтары менән тел булдырыуын байрам итәләр. Әммә Заменһоф ул ваҡытта бик йәш булғас, эшен баҫтырмай. Гимназияны тамамлағандан һуң, ул медицинаны Мәскәүҙә, ә унан һуң Варшавала өйрәнә башлай. 1885 йылда Заменһоф университетты тамамлай һәм медицина практикаһы менән шөғөлләнә. Табип булып эшләп, халыҡ-ара теле проектын камиллаштырыу өҫтәндә эшләй.

Заменһоф өсөн эсперанто теле аралашыу сараһы ғына түгел, ә идеяларын таратыу юлы була. Ул төрлө халыҡтар һәм мәҙәниәттәрҙең дуҫтарса йәшәүен теләй. Заменһоф хатта ошо идеяларын үҫтереү маҡсатында «Homaranismo» (Гомаранизм) уҡыуын уйлап сығара.

Заменһоф нәфис әҙәбиәтте тәбиғи телдәрҙән эсперантоға беренсе тәржемә итеүсе һәм беренсе эсперанто шағиры була. Уның шиғырҙары халыҡтар дуҫлығы һәм динилек тойғолары менән һуғарылған.

Тель-Авивта Заменһоф урамы яҙмаһы

Заменһоф, дан йәки өҫтөнлөккә тартылмаһа ла, эсперанто йүнәлешенең рәсми булмаған лидеры һанала. Эсперантистар уны Маэстро тип атай, әммә ул үҙе был исемде яратмай, һәм эсперанто хәрәкәтендәге ниндәй ҙә булһа рәсми урын биләүҙән баштарта. 1895 йылдан ул эсперантоға бәйле эшмәкәрлектән алыҫлаша, 1902 йылда, «Ашет» (Hachette) француз нәшриәте менән эсперантола китап сығарыуға бәйле контракт арҡаһында кире шөғөлләнә башлай.

1905 йылдың 29 июлендә Францияла Заменһоф Почетлы легион ордены менән бүләкләнгән. Шул уҡ йылдың 5-12 авгусында ул I Бөтә донъя эсперансылар конгрессында ҡатнашҡан, ә унан һуң 1914 йылға тиклем барлыҡ конгресстарҙа ла ҡатнаша.

Заменһоф 1917 йылдың 14 апрелендә герман ғәскәрҙәре оккупациялаған Варшавала вафат була, 16 апрелдә Варшава йәһүд зыяратында ерләнә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Заменһоф бюсы Одессала

Заменһоф көнө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Заменһофтың тыуған көнөн — 15 декабрь — бөтә донъя эсперансылары Zamenhofa Tago тип байрам итәләр, уға төрлө саралар үткәрәләр — концерттар, китап күргәҙмәләре һ. б.

Заменгоф бюсы Венала

Кесе планета[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Заменһоф исеме менән 1462-се астероид атла.

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъяның бер нисә ҡалаһында Заменһофҡа һәйкәлдәр ҡуйылған:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118643495 // общий нормативный контроль — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 data.bnf.fr: open data platform, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj — 2011.
  3. http://www.jpost.com/Features/In-Thespotlight/This-Week-In-History-The-language-of-hope-is-born
  4. [ Заменгоф Людвик Лазарь] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.
  5. Эсперанто // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
  6. Книга для записи родившихся евреев Белостокского раввината за 1859 год: Свидетельство № 47 о рождении у Мордха Файвеловича Заменгова и Либы Шолемовны Софер 19 числа месяца Кислев 5620 года по еврейскому календарю сына Лейзера.
  7. Биографические данные о семье Мордха Файвеловича Заменгофа в Тыкоцине.
  8. З.
  9. Биография Л.
  10. Akta Stanu Cywilnego Okręgu Bożniczego w Białymstoku 1835—1899, nr z. 264, sygn. 22
  11. Биографическая справка М.
  12. Фото памятника в одесском дворе

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]