Эстәлеккә күсергә

Западов Александр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Западов Александр Васильевич
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 ғинуар (5 февраль) 1907[2] или 5 март 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[2]
Тыуған урыны Кронштадт, Петергофский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 сентябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (90 йәш) или 23 октябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2] (91 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Миус зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт ғилеме
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Гуковский, Григорий Александрович[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Западов Александр Васильевич (23 ғинуар [5 февраль1907 йыл, Кронштадт — 11 сентябрь 1997 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан ВКП (б) ағзаһы.1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1959), профессор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).

Александр Васильевич Западов гимназия уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. 1925 йылда, «Красный Кронштадт» гәзитендә эшләгәндә әҫәрҙәре баҫыла башлай (1925—1927).

1931 йылда Ленинград тарихи-лингвистик институттың әҙәби бүлеген (хәҙерге — Санкт-Петербург дәүләт университетының филология факультеты), уның янындағы аспирантураны тамамлай (1933), Г. А. Гуковскийҙың уҡыусыһы. 1933—1935 йылдарҙа — «Молодая гвардия» нәшриәтенең Ленинград бүлеге мөхәррире. 1939—1941 йылдарҙа Рус әҙәбиәте институтында эшләй. 1940 йылда «Журнально-сатирическая литература 1760—1790-х гг.» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланй. 1941 йылда Курск педагогия институтының, һуңынан Львов уҡытыусылар институтының доценты була.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың июленән — Ленинград фронтында 531-се артиллерия полкының взвод командиры. Артабан был полк менән төрлө фронттарҙа һуғыша. 1942 йылда ВКП(б) сафына инә[3]. Һуғышты майор званиеһында 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты идаралығының оператив бүлеге начальнигы ярҙамсыһы вазифаһында тамамлай. Ике тапҡыр яралана, контузия ала[4].

1945—1947 йылдарҙа — Удмурт педагогия институты доценты. 1947—1954 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының филология факультетында уҡыта. 1940-сы йылдар аҙағында башҡаса фекерләүселәрҙе партия «эшкәртеүендә» ҡатнаша. Шағир һәм әҙәбиәт белгесе Е. Г. Эткинд һуңынан былай тип яҙа: «А. В. Западовтың темпераментлы сығышын хәтерләйем (ҡасандыр Гуковскийҙың яратҡан шәкерттәренең береһе, күптәрҙән алда үҙенең уҡытыусыһын һатты, хәҙер уның иҫтәлегенә бағышланған «В глубине строки» китабын баҫтырып сығарҙы); бар тел оҫталығы менән ул диссертацияла кире патриотик боҙоп күрһәтеүҙәр, уның авторына кандидатлыҡ дәрәжәһе биргән ғалимдар советының хаталары тураһында ентекле һөйләне»[5].

1954—1961 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының рус әҙәбиәте тарихы һәм журналистика кафедраһы мөдире; 1962—1984 йылдарҙа — журналистика факультетының редакция-нәшриәт эше кафедраһы мөдире. 1959 йылда «Поэзия Державина» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

«Молодая гвардия» гәзитенең Мәскәү нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

Ҡатыны — Кулакова Любовь Ивановна (1906—1972), әҙәбиәт белгесе, А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтының профессоры[6]. Улы Владимир (1930—1998) — әҙәбиәт белгесе, XVIII быуат рус әҙәбиәте тарихы буйынса белгес; ҡыҙы Елена (1938—1991) — филолог-бирманист[7].

Миус зыяратында ерләнгән[8].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. В. Западовтың XVIII быуаттың урыҫ яҙыусылары һәм шағирҙары: М. В. Ломоносовтың, Г. Р. Державиндың, Н. И. Новиковтың, А. П. Сумароковтың, М. М. Херасковтың һәм башҡаларҙың ижадына бағышланған хеҙмәттәре киң билдәлек менән файҙалана. Юғары уҡыу йорттарында уҡытҡан йылдарында ул әҙәбиәт теорияһы, боронғо әҙәбиәт һәм XVIII быуат рус әҙәбиәте тарихы буйынса курстар уҡый.

Кутузовский проспекты, № 1/7 — «Известия» нәшриәтенең йорттары, архитектор Л. М. Поляков. Икенсе адрес: Тарас Шевченкояр буйы урамы, 7. Бында әҙәбиәтсе А. В. Западов йәшәгән
  • Западов А. В. И. А. Крылов (1769—1844). — М.-Л.: Искусство, 1951. — 96 с. — (Русские драматурги. Научно-популярные очерки).
  • Аппарат книги. М., 1957 (в соавт. с Е. М. Алехиной)
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Западов Александр Васильевич // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
  3. Подвиг народа
  4. Писатели Москвы — участники Великой Отечественной войны. — М., 1997. — С. 172.
  5. Эткинд Е. Г. Записки незаговорщика.
  6. Рейфман П. С. Повесть о Псковском досадном сидении
  7. Е. А. Западова на сайте ИВР РАН
  8. Могила А. В. Западова
  • Сикорский Николай Михайлович. Западов Александр Васильевич // Краткая литературная энциклопедия / гл. ред. Сурков Алексей Александрович. — М.: Советская Энциклопедия, 1964. — Т. 2. — С. 990—991.
  • Московская энциклопедия. Том 1: Лица Москвы. Книга 6: А-Я. Дополнения. — М.: ОАО «Московские учебники», 2014