Долуханова Зара Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зара Долуханова битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Зара Долуханова
Зара Долуханова.jpg
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Зара Александровна Долуханова

Тыуған

15 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Мәскәү

Үлгән

4 декабрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (89 йәш)

Үлгән урыны

Мәскәү

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР,
Рәсәй Рәсәй

Һөнәрҙәре

камерный йырсы, опера йырсыһы, музыка педагогы

Йырлау тауышы

колоратуралы меццо-сопрано

Наградалар
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Медаль «Ветеран труда»
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1990 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1956 || Әрмән ССР-ының халыҡ артисы || Әрмән ССР-ының атҡаҙанған артисы || Ленин премияһы — 1966 || Сталин премияһы — 1951 || II дәрәжәле «Шахтёр даны» билдәһе

Ҡалып:Музыка:Общие проверки

Долуха́нова За́ра Алекса́ндровна (Заруи́ Агасьевна Макаря́н/Макарья́н, иренең фамилияһы буйынса — Долуханя́н; 15 март1918 — 4 декабрь 2007 — совет, Рәсәй һәм әрмән йырсыһы (колоратуралы меццо-сопрано). СССР-ҙың халыҡ артисы (1990)[1]. Ленин (1966) һәм икенсе дәрәжәләге Сталин премиялары лауреаты (1951).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәүҙең Әрмән зыяратында Долуханованың ҡәбере.

Зара Александровна Долуханова 1918 йылдың 15 мартында Мәскәүҙә Агасий Марк улы Макарьян һәм Елена Гайк ҡыҙы Макарьян ғаиләһендә тыуған[2].

1933—1938 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге музыкаль техникумда уҡый, уны тамамламаһа ла, скрипкала уйнарға өйрәнә.

1939 йылда, юғары белеме булмаһа ла, А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән опера һәм балет академия театрында эш башлай.

1944 йылдан — камера сәхнәһендә — Бөтә Союз радиоһы һәм телевидениеһы, 1959 йылдан — Мәскәү дәүләт академия филармонияһы солисы.

1957 йылда Гнесиндар исемендәге музыкаль-педагогия институтын тамамлай.

1972 йылдан ошо институтта уҡыта (1983 йылдан — профессор), музыкаль конкурстарҙың жюри ағзаһы була. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Зара Долуханова Советтар Союзында беренсе булып Россиниҙың шул уҡ исемдәге операһында Золушка партияһын башҡарыусы[3].

Йырсы 2007 йылдың 4 декабрендә вафат була. Мәскәүҙең Әрмән зыяратында ерләнгән.

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы(1956)
  • II дәрәжәле «Шахтёр даны» билдәһе (1961)
  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1984)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» миҙалы(1995)
  • «Мәскәүҙең 850 йыллығы уңайынан» миҙалы (1997)
  • Йырсыларҙың Халыҡ-ара конкурсының 1-се премияһы (Будапешт, 1949),
  • Әрмән ССР-ының атҡаҙанған артисы, 1952)
  • Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (1955)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1956)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1990)
  • Икенсе дәрәжәле Сталин премияһы (1951) — концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге өсөн
  • Ленин премияһы (1966) — концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге өсөн (1963—1965 йылдарҙағы программалары)
  • Роберт Шуман премияһы (1975, ГДР)
  • IV дәрәжәле «Ватанға күрһәткән хеҙмәте өсөн» ордены (14.03.2003)[4]
  • 1956 йылда Поль Робсон Долухановаға Бөтөн донъя тыныслыҡ советы Бөтөн донъя тыныслыҡ яҡлылар хәрәкәтенең ун йыллығы айҡанлы биргән «Тыныслыҡты һәм халыҡтар араһындағы нығытыуға индергән өлөшө өсөн» Почетлы грамотаһын тапшырған.
  • «Рус башҡарыу сәнғәте» фонды премяһы (2002)
  • Ҡаҙағстан ССР-ы Юғары Советы Президиумы Грамотаһы (1964)
  • Белоруссия ССР-ы Юғары Советы Президиумы Грамотаһы (1965)
  • Удмурт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Грамотаһы (1979)
  • Әрмән ССР-ы Юғары Советы Президиумы Грамотаһы (1984)
  • Вокал сәнғәтен үҫтергән һәм педагогик эшмәкәрлек өсөн Почёт грамотаһы (Гнесиндар исемендәге ДМПИ-ның 245-се һанлы приказы, 1988)
  • Яңғыҙ (соло) йырлау кафедраһы профессорына педагогик эшмәкәрлеге өсөн Рәхмәт хаты (Гнесиндар ис. ДМПИ-ның 253-сө һанлы приказы, 1993)
  • Мәскәү ҡалаһы хөкүмәтенән Ижади педагогик эшмәкәрлеге өсөн Почёт грамотаһы (1998)
  • РФ Мәҙәниәт министрлығының «Алтын Аполлон» һәм «Музыкаль бүләк» Иҫтәлекле билдәләре (1998)
  • РФ Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» Почёт билдәһе (1999)
  • «Bella voce» студенттар вокалистар конкурсында еңеүсене профессиональ кимәлдә әҙерләгән өсөн бүләкләү(2003)
  • Галактиканың бер Йондоҙон «Зара» исеме менән атау тураһында 125-се һанлы Приказ (2003)
  • «Сәнғәттәге күренекле ҡаҙаныштары өсөн» Грамотаһы2007)[5]

Тәнҡит баһалауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙенә публиканы буйһондорған ул йылдарҙа, концерт юлын һайлаған йырсы үҙенең мөминлектәрен сикләнгән тип таныйҙыр тигән уй бер кемдең дә башына инеп тә сыҡмағандыр. Ике ярым октава диапозонлы тауышҡа эйә булған, үҙен меццо репертуарында ла, драматик сопрано репертуарында ла комфортлы тойған, ниндәй генә музыканы башҡармаһын — Бахтан Таривердиевҡаса — һәр саҡ стилде тотҡан. Үҙенең коллегаларына сәнғәт һәм тормоштоң батшалар стилендәге йәшәйеш килтергән опера сәхнәһенән баш тартһа ла, ул ни эшләгәнен белгән. Зара Долуханованың оло стиле концерт эстрадаһында тантана иткән, шулай итеп, уның һәр бер тамашасы менән камера яҡынлығы раҫланған.[6]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ире — Александр Долуханян, композитор һәм пианист
  • улдары:
    • Михаил Долуханов
    • Сергей Ядров[2]
  • апаһы — Дагмара Александр ҡыҙы — СССР-ҙың халыҡ артисы Павел Лисициандың ҡатыны

• ейәне — Александр Долуханов • бүләләре Сергей Долуханов. Филипп Долуханов. Анастасия Долуханова.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. СССР Президентының 1990 йылдың 27 декабрендәге «Иптәш З. А. Долухановаға „СССР-ҙың халыҡ артисы“ тигән почетлы исем биреү тураһында» УП-1248-се Указы
  2. 2,0 2,1 Зара Долуханова
  3. Йырсы Зара Долуханова вафат булды // РИА Яңылыҡтар
  4. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2003 йылғы 14 март Указы № 331
  5. ҡыҙы#cite_note-1 Долуханова Зара Александр ҡыҙы — «Хайазг» фонды энциклопедияһы
  6. М.Игнатьева. Зара прекрасной юности. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 август 2012. Культура, № 11 (7370), 20—26 март 2003 q. (йырсының 85 йәшенә ҡарата)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • О. Черников. Рояль һәм бөйөктәрҙең тауышы. Серия: Музыкаль китапхана. Нәшриәт: Феникс, 2011 г. Ҡаты тышлыҡ, 224 бит ISBN 978-5-222-17864-5