Зарифа Әзиз ҡыҙы Әлиева
| Зарифа Әзиз ҡыҙы Әлиева | |
| әзерб. Zərifə Əziz qızı Əliyeva | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 28 апрель 1923 |
| Тыуған урыны | Шахтахты[d], Әзербайжан |
| Вафат булған көнө | 15 апрель 1985 (61 йәш) |
| Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
| Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
| Үлем сәбәбе | яман шеш |
| Ерләнгән урыны | Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d] |
| Атаһы | Азиз Алиев[d] |
| Хәләл ефете | Гейдар Алиев |
| Балалары | Алиев Илһам Гейдар оғлы һәм Севиль Гейдар кызы Алиева[d] |
| Һөнәр төрө | офтальмолог |
| Эшмәкәрлек төрө | офтальмология[d] |
| Ғилми исеме | профессор[d] |
| Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] (1976) |
| Ойошма ағзаһы | Әзербайжан Милли фәндәр академияһы |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
| Рәсми сайт | zarifa-aliyeva.az |
Зарифа Әзиз ҡыҙы Әлиева (әзерб. Zərifə Əziz qızı Əliyeva, урыҫ йолаһында Зарифа Әзиз ҡыҙы Алиева; 28 апрель, 1923, Шахтах ауылы, Нахичеван автоном крайы, СССР — 1985 йылдың 15 апрелендә, Мәскәү, СССР) совет офтальмологы, Әзербайжан ССР Фәндәр академияһы академигы, профессор. Әлиевтар династияһы вәкиле.
Ун дүрт монография һәм йөҙәрләгән фәнни мәҡәлә, шулай уҡ ун ике рационализациялау тәҡдиме авторы.
Әзербайжан ССР-ының һаулыҡ һаҡлау буйынса халыҡ комиссары, һуңыраҡ Бөтә Союз ВКП(б)-һының Дағстан өлкә комитетының беренсе секретары Әзиз Алиевтың ҡыҙы. Ҡатыны Гейдар Алиев, һуңыраҡ Әзербайжандың өсөнсө президенты, һәм әсәһе Илһам Алиев, Әзербайжандың дүртенсе президенты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зарифа Әлиева Әзербайжан ССР-ында һәм тотош СССР-ҙа ҙур дан яулай. Күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа бер нисә яңы алым уйлап сығара һәм тормошҡа ашыра.
Зариф Әлиеваның һөнәри эшмәкәрлегенең иң ҙур өлөшө Әзербайжан дәүләт табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтында үтә.[1]
Уның башланғысы менән махсуслаштырылған ғилми-тикшеренеу лабораторияһы ойошторола, ул Әзербайжанда беренсе офтальмология ғилми-тикшеренеу үҙәге булып тора.
Зарифа Әлиева 1982 йылдан ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй. 1985 йылда яман шештән вафат була. Мәскәүҙәге Новодевичье зыйаратында ерләнгән. 1994 йылда ул Баҡылағы почетлы Аллеяһында яңынан ерләнә.[2]
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күҙҙең гидродинамик системаһының анатомик һәм физиологик үҙенсәлектәре;
- Күҙ һәм күҙ нервыһында йәшкә бәйле үҙгәрештәр (Морфогистохимик өйрәнеү) (хеҙмәттәшлектә). Баҡы ҡалаһы, 1980 йыл;
- Күреү ағзаһының хеҙмәт патологияһы (хеҙмәттәшлектә). 1988 йыл;
- Күҙ йәштәре биҙҙәренең эшмәкәрлеге боҙолоуын хирургик дауалау ысулдары заманса;
- Күҙ йәштәре бүленеп сығыу физиологияһы;
- Күҙ йәштәре дренаж системаһын һаҡлап ҡалыу өсөн операция.
Бүләктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1981 — СССР медицина фәндәре академияһының профессор М. И. Авербах исемендәге премияһы (офтальмология өлкәһендәге юғары награда).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зарифа Алиеваның тыуыуына 100 йыл 2023 йылда билдәләнә.
2022 йылдың 28 апрелендә Ro-Pax паромы һыуға ебәрелә һәм уға Зарифа Алиева исеме бирелә.[3][4].
Маркалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2003 һәм 2008 йылдарҙа Әзербайжанда Алиеваға арналған почта маркалары сығарыла.
- Украинаның Ирпен ҡалаһында Зарифа Алиеваның бюсы.
- Әзербайжан почта маркалары, 2008 йыл
- Мәскәүҙең Новодевичий зыяратында Алиеваның тәүге ерләнгән урынында һәйкәл.
- Академик Зарифа Алиева эшләгән Әзербайжан милли фәндәр академияһының А.И. Караев исемендәге Физиология институты диуарындағы барельеф.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Севиль Сеймур. Мусаев: Научная деятельность Зарифы Алиевой была направлена на поиск решений глазных заболеваний (28 апрель 2026).
- ↑ Распоряжение Президента Азербайджанской Республики О проведении 100-летнего юбилея академика Зарифы Алиевой » Официальный сайт президента Азербайджанской Республики. president.az. Дата обращения: 10 декабрь 2022. Архивировано 10 декабрь 2022 года.
- ↑ Судно-паром «Зарифа Алиева» типа Ro-Pax отправилось в первое плавание (әзерб.). asco.az. Дата обращения: 5 февраль 2023. Архивировано 5 февраль 2023 года.
- ↑ Азербайджанское судно "Зарифа Алиева" выполнило свыше 160 рейсов в порты стран ЦА. Day.Az (28 апрель 2023). Дата обращения: 12 май 2023. Архивировано 12 май 2023 года.