Эстәлеккә күсергә

Засецкийҙар йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Засецкийҙар йорто
Нигеҙләү датаһы 1790
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда һәм Ленинградская улица[d]
Архитектура стиле Классицизм
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Ленинградская улица, 12
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1790
Карта
 Засецкийҙар йорто Викимилектә

Засецкийҙар йорто (Засецкий йорто)Вологдала мезонин һәм портик менән бер ҡатлы ағас йорт (Ленинград урамы, 12 адресы буйынса урынлашҡан), федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы[2]. Бина 1790 йылдың аҙағында төҙөлгән һәм XIX быуатта байтаҡ үҙгәртеп ҡоролған[3]. Вологдала һаҡланып ҡалған боронғо ағас бина, ағас архитектураһының Вологда ҡомартҡыһы.

XIX быуаттың һуңғы сирегендә фотола Засецкий йорто. Алғы планда — Вологда кремле соҡоро урынында Пятницкий быуаһы аша күпер

Бина Засецкийҙарға — боронғо дворяндар нәҫеленә ҡараған. Вологдала Засецкий Алексей Александрович (1717—1784 йыл) — Вологданың тәүге тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, ҙур китапхана һәм боронғо әйберҙәр коллекцияһы хужаһы, Вологда тураһындағы беренсе китап авторы («Историческія и топографическія извѣстія по древности о Россіи, и частично о городѣ Вологдѣ и его уѣздѣ и о состояніи онаго по нынѣ, Изъ разныхъ печатныхъ и рукописныхъ Российскихъ и иностранныхъ книгъ съ пріобщеніемъ примѣчаній Собранныя Алексѣемъ Засѣцкимъ в 1777 году. Въ Университетской Типографіи 1780 года.»).

Бина классицизм стилендә төҙөлә, шуға күрә ул планлаштырыу нигеҙендә ҡәтғи, ябай һәм ыҡсым. Проект авторы билдәһеҙ. Фасад үҙәге дүрт колонналы портик менән эшләнгән, уны ҙур булмаған балкон тотоп тора. Бинаны Вологда архитектураһы өсөн типик өсмөйөшлө фронтон тамамлап ҡуя. Фасады бай биҙәлгән һәм уратып алған һырлы аҡ элементтар бормалы-һырмалы булыуы менән таң ҡалдыра. Семәрле биҙәктәр XIX һәм XX быуаттарға ҡарай[4]. Дендрологик экспертиза һөҙөмтәләре буйынса бураның йәше 250 йыл тәшкил итә[5].

Интерьерында баштағы уҡ ябай геометрик формала ҡыҙыл ағастан эшләнгән ишектәр һәм кафель мейестәр һаҡланып ҡалған[6].

2020 йылда усадьбаны реставрациялау проекты әҙерләнә, тергеҙеү өсөн аҡсаны шәхси инвесторҙар бүлә. Реставрациянан һуң усадьбала музей асырға һәм никах тантаналары уҙғарыу планлаштырыла[7][8].

  • Засецкие (дворянство)
  • Вологодское деревянное зодчество
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Дом Засецких с изразцовыми печами в Каталоге памятников истории и культуры народов РФ Архивная копия от 25 декабрь 2015 на Wayback Machine
  3. Бочаров Г.Н., Выголов В.П. Вологда, Кириллов, Ферапонтово, Белозерск. — М.: Искусство, 1979.
  4. Сазонов, 1993
  5. В Вологде восстановят деревянный особняк дворян Засецких. «Деловой Петербург»(24 сентября 2020).Дата обращения: 25 октября 2020.
  6. Фехнер, 1958
  7. В Вологде воссоздадут городскую усадьбу дворян Засецких, чей особняк насчитывает 250 лет.ТАСС.Дата обращения: 30 сентября 2020.
  8. В Вологде восстановят деревянный особняк дворян Засецких. «Деловой Петербург»(24 сентября 2020). Дата обращения: 25 октября 2020.