Арзамасцев Захар Вадимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Захар Арзамасцев битенән йүнәлтелде)
Захар Арзамасцев
Позиция

Һаҡсы

Буйы

188 см

Ауырлығы

99 кг

Ҡулсыр

Һул

Ҡушаматы

Арзи[1]

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

6 ноябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (31 йәш)
Рәсәй, Новокузнецк ҡалаһы

МХЛ драфты

Һайланмай

Карьера
2009—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
Халыҡ-ара миҙалдары

Арзамасцев Захар Вадимович (6 ноябрь 1992 йыл, Новокузнецк) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Новокузнецк ҡалаһындағы «Металлург» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Һуңғы командаһы Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Воронеждан «Буран» хоккей клубы була. Йәштәр донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы.

Карьера[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новокузнецкиҙа (2007—2013)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Захар Арзамасцев тыуған Новокузнецк ҡалаһындағы «Металлург» спорт мәктәбендә хоккей менән шөғөлләнә башлай. 2007/08 Йылдар миҙгелендә «Металлург-2» өсөн Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында 14 уйын үткәреп өлгөрә. Шул уҡ миҙгелдә ул Себер һәм Алыҫ Көнсығыш Федераль округтары йыйылма командаһы составында Рәсәй беренселегенең бронза миҙалдарын яулай. Шулай уҡ ул 1992 йылғы үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең финал уйындарында командаһы менән бишенсе урынды яулай. Арзамасцев биш осрашыуҙа 4 (1+3) мәрәй йыя. Киләһе йылда беренсе лигала ун бер уйында ике мәрәй йыя — Рәсәй профессиональ лигаларында был уның өсөн тәүге мәрәйҙәр була. Федераль округтар беренселегендә ул 5 уйында бер мәрәйгә өлгәшә, ә уның командаһы турнирҙы уңышһыҙ тамамлай. Әммә «Металлург-92» менән Захар Рәсәй юниорҙар беренселегенең финал уйындарын еңә.

2009 йылдың 13 сентябрендә ул «Металлург» төп составында Континенталь хоккей лигаһында тәүге уйынын үткәрә. 14 сентябрҙә «Металлург» уны Йәштәр хоккей лигаһына ебәрә[2]. 8 декабрҙә Арзамасцевты төп составҡа ҡайтаралар[3]. Үҙенең КХЛ-да дүртенсе уйынында ул беренсе шайбаһын керетә — шул шайба «Металлург» командаһына составта Захар менән тәүге еңеүен килтерә. Бер-нисә уйындан һуң «Металлург» Захарҙы яңынан Йәштәр лигаһына ебәрә, тик күп ваҡыт үтмәй һәм Арзамасцев төп составта яңынан уйнай һәм миҙгел аҙағына тиклем шунда була. Бөтәһе был лигала шул миҙгелдә ул 21 осрашыуҙа ике тапҡыр һөҙөмтәлк һөжүмдә ҡатнаша. КХЛ-дан башҡа Арзамасцев яңы ғына барлыҡҡа килгән Йәштәр хоккей лигаһында «Кузнецкие Медведи» өсөн сығыш яһай. ЙХЛ даими чемпионатының 31 уйынында 12 (6+6) мәрәй йыя. «Кузнецкие Медведи» конференциялағы плей-оффта ҡатнашырға мөмкинлек биргән һуңғы 8-се урындан Харламов кубогында бер-бер артлы «Крылья Советов», «Реактор» һәм «Толпар» хоккей клубтарын бәйгенән төшөрөп ҡалдыра. Тик финалда Магнитогорскиҙан «Стальные Лисы» командаһына еңелә һәм ЙХЛ чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай. Захар плей-оффтың 6 уйынында 2 (1+1) мәрәй йыя. Шулай уҡ Захар ЙХЛ тарихындағы тәүге Саҡырыу кубогында — лиганың иң яҡшы уйынсылары араһында осрашыуҙа Көнсығыш командаһы өсөн ҡатнаша. Кубокты Көнбайыш командаһы еңә, ә Захар шул уйында 2 (1+1) мәрәй йыя.

2010/11 йылдар миҙгелендә Захар Йәштәр лигаһында ике уйын ғына уҙғара, сөнки ул күберәк КХЛ-да уйнай ине. Шунда ул 47 осрашыуҙа 9 (3+6) мәрәй йыя. «Металлург» даими миҙгелде конференцияла һуңғы урында тамамлай һәм плей-оффҡа эләкмәй. Йыл барышында Захарҙың МХЛ драфтында һайланыуы тураһында күп һүҙ була[4]. Әммә бер клубта уны һайларға хәл итмәй[5]. 2011/12 миҙгелендә «Кузнецкие Медведи» составында 10 уйын үткәреп 6 тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. Харламов кубогы өсөн плей-оффта Захар 7 уйында ике тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә, ә «Кузнецкие Медведи» икенсе раундта көрәштән төшөп ҡала. КХЛ-да ул 45 осрашыуҙа 2 мәрәй йыя.

2012/2013 йылдар миҙгеле барышында Захар Арзамасцевтың команданан китеүе тураһында күп һүҙ булды. Мәҫьәлән, «Хоккейная правда» буйынса, уның менән алты команды ҡыҙыҡһына ине[6]. Шулай уҡ Захарҙы «Авангард» хоккей клубына Роман Бердниковҡа алмаштырыу ихтимал ине[7]. Әммә шулай барып сыҡмай, был турала команданың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд иғлан итә[8]. Шул миҙгелдә Захар КХЛ даими чемпионатында 52 уйынында 14 (4+9) мәрәй йыя — был уның карьераһы башынан 2016 йылға тиклем ҙурҙар менән профессиональ лигаларҙа йыйылған мәрәйҙәр һаны буйынса рекорды була. Өмөт кубогында, плей-оффҡа эләкмәгән командалар өсөн ойошторолған турнир, «Металлург» беренсе раундта уҡ «Амур» хоккей клубынан отола, ә Захар 4 осрашыуҙа 1 тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә. «Кузнецкие Медведи» өсөн плей-оффта өс уйын уҙғарып өлгөрә шул йылда. Миҙгел тамамланғас, Захарҙың Новокузнецктан китеүе тураһында билдәле була. Ул тәү тапҡыр тыуған ҡалаһынан ситтә уйнаясаҡ.

Өс йылда дүрт клуб (2013—2015)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел тамамланғас, Ярославлдән «Локомотив» Захар Арзамасцевты үҙенә ала. «Металлург» клубына компенсация тип дүрт йәш уйынсыны бирә[9]. Әммә Ярославлдә ул оҙаҡ булмай. КХЛ-да «Локомотив» өсөн дүрт уйын уҙғарғас, ул Новокузнецка кире ҡайта һәм «Металлург» менән 2014/15 йылдар миҙгеле аҙағына тиклем контракт төҙөй[10]. «Локомотив» уйынсы өсөн аҡсалы компенсация ала. Был клуб өсөн ул 31 уйында алты мәрәй йыйып өлгөрә. 2014 йылдың 14 ғинуарында ЦСКА аҡсалы компенсации өсөн Захар Арзамасцевты алмаштырыуы билдәле була[11]. ЦСКА өсөн даими миҙгелдә Захар 4 уйын үткәрә һәм бер һөҙөмтәле пас бирә. Мәскәү командаһы плей-оффҡа сыҡһа ла, Арзамасцев барыбер Гагарин кубогында тәүге уйынын үткәрә алмай. Миҙгел тамамланғас, Захарҙың «Нефтехимик» хоккей клубына күсеүе тураһында һүҙ сыға. ЦСКА Захар Арзамасцевты «Северсталь» командаһына Богдан Киселевичҡа алмаштыра[12]. 2014/15 йылдар миҙгелендә «Северсталь» өсөн Захар 57 уйын үткәрә — башҡа бер ҡайҙа ла ул быға тиклем шул хәтлем уйнамай ине. «Северсталь» плей-оффҡа эләкмәй һәм Захар команданан китә.

«Салауат Юлаев» (2015—2020)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 1 июлендә «Северсталь» Захар Арзамасцевты аҡсалы компенсацияға Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубына алмаштыра[13]. Хоккейсы Башҡортостан командаһы менән ике йыллыҡ контракт төҙөй. 25 августа Захар яңы командаһы өсөн тәүге уйынын үткәрә. 30 августа ул клуб өсөн тәүге мәрәйҙәрен йыя, ә 9 сентябрҙә ЦСКА-ға ҡаршы уйында тәүге шайбаһын керетә. Даими чемпионатта ул 57 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 12 (5+7) мәрәйгә өлгәшә. Даими чемпионат аҙағына етеп килгәндә Захар уникаль ваҡиғаның үҙәгендә була — 2009 йылдан бирле плей-оффта уйнарға мөмкинселеген көткөн һәр ваҡыт лигала уйнаған КХЛ-да берҙән бер уйынсы ул[14]. Һәм, ниһайәт, 2016 йылдың 22 февралендә Захар КХЛ плей-оффында тәүге уйынын үткәрә. «Салауат Юлаев» бер-бер артлы «Аҡ Барс» һәм «Авангард» хоккей клубтарын серияла 4-3 иҫәбе менән ота. Конференция финалында Өфө хоккейсылары Магнитогорскҙан «Металлург» командаһына — буласаҡ чемпионға отола. Арзамасцев 19 осрашыуҙа 2 һөҙөмтәле пас бирә, командаһы менән КХЛ һәм Рәсәй чемпионаттарының бронза миҙалдарын яулай.

2016/17 йылдар миҙгеле Захар өсөн шәхси статистика яғынан иң уңышлы була. 30 октябрҙә ул КХЛ-дә тәү тапҡыр бер уйында ике шайба керетә. Шунан ул 10-сы һәм 11-се аҙналарҙа иң яҡшы һаҡсы тип таныла[15][16]. Шуға күрә ул ноябрҙә иң яҡшы һаҡсы тип таныла[17]. 12 ноябрҙә ул «Йәшел дерби» тигән «Аҡ Барс» менән уйында ул миҙгелдә 14-се мәрәйен йыя һәм һөҙөмтәлек буйынса шәхси рекордын яңырта. Шулай уҡ ошо айҙа ул дүрт уйын дауамында боҙҙан шайба керетмәйенсә һәм 7 осрашыу дауамында мәрәйһеҙ китмәй. Ошоноң өсөн ул «Чемпионат» исемле спорт сайты Захарҙы ноябрҙә иң яҡшы уйынсы тип таный — тәү тапҡыр һаҡсы был бүләккә лайыҡ була[18]. Үҙенең яҡшы уйыны өсөн Захарҙы журналистар Өфөлә үтәсәк КХЛ йондоҙҙар уйынына һайлай[19]. Йондоҙҙар уйынында Захар командаһы менән турнирҙы еңә, ә үҙе ике уйында ике мәрәй (2+0) йыя. Оҫталыҡ конкурстарында Захар «Хоккей биатлоны» һәм командалы эстафета ярыштарында ҡатнаша. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай һәм плей-офттың тәүге раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Бөтәһе был миҙгелдә Захар 64 уйында 21 (11+10) мәрәй йыя.

2017/2018 йылдар миҙгеленең тәүге яртыһында «Салауат Юлаев» яңы тренер Эркка Вестерлунд менән уйнай алмай интегә. 2017 йылдың 22 ноябрендә Өфө-Аренала Йәшел дербила «Аҡ Барс» хоккей клубына 0:5 иҫәбе менән отолғас, Захар уйындан һуң көйәрмәндәр менән һөйләшкәндә баш тренер ҡуйған уйынды тәнҡитләй[20]. Тик уға ҡарата генераль менеджер ҙа, баш тренер ҙа язалар яһамай. Әммә ошо хәлдән һуң «Салауат» яҡшыраҡ уйнай башлай һәм даими миҙгелде конференцияла икенсе урында тамамлай һәм 2010 йылдан бирле тәүгегә үҙ дивизионын еңә. Плей-оффта Өфө командаһы «Авангард» һәм «Трактор» менән етешәр уйын уҙғара. Тик һуңғыһына еңелеп ҡала. Захар миҙгелдә бөтәһе 69 уйында 17 мәрәй йыя. 2018/2019 йылдар миҙгеленең башында уҡ Захар йәрәхәтләнеп бер ай дауаланырға мәжбүр була[21]. Даими миҙгелдең 19-сы аҙнаһында Арзамасцев лиганың иң яҡшы һаҡсыһы тип таныла[22]. «Салауат» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай, а плей-оффта бер-бер артлы «Металлург» һәм «Автомобилист» хоккей клубтарын көрәштән төшөрөп ҡалдыра, тик «Авангард» командаһына көс етмәй. Захар был миҙгелдә бөтәһе 56 уйында 18 мәрәй һәм «+9» файҙалыҡ күрһәткесен йыя.

2019 йылдың 18 апрелендә Арзамасцев «Салауат Юлаев» менән бер йылға яңы килешеү төҙөй[23]. «Салауат Юлаев» даими миҙгелдә Көнсығыш конференцияһында алтынсы урынды яулай, ә Гагарин кубогы өсөн плей-оффтың тәүге этабында Омскиҙан «Авангард» клубын серияла 4-2 иҫәбе менән ота. Тик ошо мәлдә бар КХЛ чемпионаты коронавирус пандемияһы арҡаһында тамамлана. Захар 59 осрашыуҙа 4 гол керетә һәм 8 һөҙөмтәле пас бирә. Арзамасцевтың «Салауат Юлаев» менән биш йылдан контракты тамамлана. 2015—2020 йылдарҙа ул Өфө өсөн 324 уйын үткәрә, 34 гол керетә, 80 мәрәй йыя һәм КХЛ чемпионатының ике тапҡыр бронза миҙалдарын яулай.

Башҡа командаларҙа (2020—ә.в.)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йылдың 2 май көнөндә Захар Арзамасцев Екатеринбург ҡалаһынан «Автомобилист» хоккей клубы менән ике йылға контракт төҙөй[24]. Шул килешеү буйынса Захар бер миҙгел эсендә 50 млн һум ала[25]. 2020/21 йылдар миҙгелендә Арзамасцев «Автомобилист» өсөн 40 осрашыуҙа 9 һөҙөмтәле пас бирә, ә командаһы Гагарин кубогының тәүге этабында Омскиҙан «Авангард» клубына еңелә. Киләһе миҙгелдә Захар Екатеринбург өсөн 17 осрашыу уҙғарып ҡына өлгөрә, командаһы хоккейсы менән килешеүҙе өҙә[26].

2022 йылдың 24 ғинуарында һаҡсы билдәле Яромир Ягр сығыш яһаған Чехиянан «Рытиржи Кладно» командаһына күсә[27]. Был клуб өсөн Арзамасцев 21 осрашыу үткәрә, «Кладно» даими чемпионатты 14-се урында тамамлай.

2022 йылдың 15 июлендә Арзамасцев Рәсәйгә ҡайта — Мәскәүҙән «Спартак» хоккей клубы менән бер йылға килешеү төҙөй[28]. Әммә 15 осрашыуҙан һуң клуб етәкселеге хоккейсы менән хушлаша[29]. 21 декабрҙә Арзамасцев Новокузнецкиға ҡайтып Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Металлург» составын тулыландыра[30]. Тыуған командаһы менән бергә ЮХЛ ярымфиналына тиклем етә, 23 осрашыуҙа 10 (3+7) мәрәй йыя. Миҙгел тамамланғас, Захар ЮХЛ-да ҡатнашҡан Воронеждан «Буран» командаһына күсә[31]. 2023 йылдың 13 ноябрендә Арзамасцев менән килешеү тарҡатыла[32], һаҡсы 22 осрашыуҙа 2 мәрәй йыйып өлгөрә.

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәү тапҡыр Рәсәй йыйылма командаһына Захар 2008 йылда 1992 йылғы юниорҙар араһында Европа трофейы турнирында ҡатнашырға саҡырыуҙы ала. Шунда ул өс уйында өс мәрәй йыя һәм командаға беренсе урын яуларға ярҙам итә. Шунан һуң ул ике халҡ-ара турнирҙа Рәсәй менән беренсе урындарҙы яулай, шул алыт уйында бер гол керетә. Тағы ла Захар Рәсәй йыйылма командаһы менән Канадала Донъя саҡырыу кубогында ҡатнаша, тик шунда улар етенсе урынды ғына алалар. Захар биш осрашыуҙа бер мәрәй ҙә йыймай.

2009/10 йылдар миҙгелендә ул Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы составында халыҡ-ара турнирға саҡырыла. Шунда ул 5 осрашыуҙа ике мәрәй йыя, ә Рәсәй турнирҙа беренсе урынды яулай. Миҙгел аҙағында Белоруссияла үткән юниорҙар донъя чемпионатына Рәсәй йыйылма командаһына Захар саҡырыу ала. Шунда Рәсәй төркөмөндә икенсе урынды ала, сирекфиналда Швейцарияны ота. Турнирҙың ярымфиналында Рәсәй хоккейсылары Швеция юниорҙарына отола һәм бронза миҙалдары өсөн көрәшергә бара. Шул осрашыуҙа Рәсәй Финляндияға 1:5 иҫәбе менән отола. Уйын аҙағында бер-нисә уйынсы ҡатнашлығында һуғыш сыға[33]. Шунда Захар ҙа ҡатнаша. Шуның өсөн ул уйын аҙағына тиклем боҙҙан ҡыуыла. Ошо донъя чемпионатында Захар 7 уйында 3 һөҙөмтәле пас бирә.

2010/11 йылдар миҙгеле башында ул 1991 йылғы йәштәр Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыу ала[34]. Ул өс уйында бер мәрәй ҙә йыймай, ә Рәсәй турнирҙа беренсе урынды яулай. Шулай уҡ Захар Канадала йәштәр донъя чемпионаты алдынан үткән Subway Super Series исемле Канадалағы Йәштәр лигаларының йыйылма командаларына ҡаршы турнирҙа ҡатнаша. Шунда ул 6 уйында бер мәрәй ҙә йыймаһа ла, Рәсәй командаһы турнирҙы үҙ тарихында тәү тапҡыр еңә. Әммә аҙаҡтан Захар донъя чемпионатында ҡатнашыр өсөн Рәсәй составына эләкмәй. Команданың баш тренеры Валерий Брагин быны Захарҙың һуңғы юниорҙар чемпионатындағы дисквалифацияһы булыуы менән аңлата, сөнки Арзамасцев турнирҙа Канадаға ҡаршы беренсе уйында ҡатнаша алмаҫ ине[35]. Шул команда артабан йәштәр донъя чемпионатының алтын миҙалын еңә.

Захар Арзамасцев йәштәр донъя чемпионаты финалынан һуң. 6 ғинуар 2012

2011/12 йылдар миҙгеле алдынан Захар Чехия менән дуҫтарса ике осрашыуға Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырыу ала[36]. Ике уйынды ла Рәсәй командаһы еңә, ә Арзамасцев бер мәрәй ҙә йыймай. Шул йылдың сентябрендә Подольск ҡалаһында Халыҡ-ара турнирҙа Захар Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнаша, 3 уйында 3 мәрәй йыя, ә уның командаһы турнирҙа беренсе урынды яулай. Октябрҙә ул икенсе Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына Финляндиялағы турнирҙа ҡатнашырға саҡырыу ала[37]. Рәсәй турнирҙы өсөнсө урында тамамлай, ә Захар бер тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша.

2011 йылдың 29 ноябрендә Брагин 28 хоккейсыны йәштәр донъя чемпионатына әҙерләнер өсөн саҡыра. Шулар араһында Захар ҙа бар[38]. Захар 16 декабрҙә иғлан ителгән киңәйтелгән составта ла була[39]. 23 декабрҙә донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ уйынсылар исемлеге билдәләнде[40], ә Арзамасцев капитандың ике ассистентының береһе була[41]. Рәсәй үҙ төркөмөндә икенсе урын яулай, уларҙан алдараҡ Швеция ғына була. Сирекфиналда Захарҙың бер пас командаға ярымфиналға сығырға ярҙам итә. Шунда Рәсәй хоккейсылары Канада командаһын 6:5 иҫәбе менән ота. Финалда иһә Швеция Захарҙы һәм уның командаһын алтын миҙалдарға еткермәй. Арзамасцев бөтә ете уйында ла ҡатнаша, һөҙөмтәлек өсөн ике балл йыя һәм команданың турнирҙа иң яҡшы өс уйынсыларҙың береһе була[42].

Киләһе тапҡыр Захар 2017 йылда Рәсәйҙең төп йыйылма командаһына Швеция Хоккей уйындарында ҡатнашырға саҡырыла. Шунда ул 3 осрашыуҙа бер тапҡыр һөҙөмтәле пас бирә, ә Рәсәй турнирҙы ғына түгел, ә бөтә Еырохоккейтурҙы еңә. 22 мартта ул команданан Кирилл Капризов һәм Михаил Воробьёв менән бергә Латвия командаһына ҡаршы дуҫтарса осрашыуҙа ҡатнашырға Рәсәй олимпия йыйылма командаһына саҡырыла[43]. Шул ике уйынды ла Рәсәй хоккейсылары еңә, ә Захар ҙурҙар араһында тәүге шайбаһын керетә. Шунан һуң ул Силәбелә Франция менән ике дуҫтарса уйынға саҡырыу ала[44]. Санкт-Петербургта үткән Алроса кубогында Захар ике осрашыуҙа бер мәрәй йыя, ә Олимпия комамндаһы төп трофейҙы яулай.

2017 йылдың 24 июлендә Захар Рәсәй олимпик йыйылма командаһына миҙгел алдынан үткән Sochi Hockey Open турнирына саҡырыла[45]. Шунда Рәсәй командаһы тәүге урынды яулай. 2019 йылдың февралендә Захар Рәсәй йыйылма командаһы составында Евротурҙың өсөнсө этабы — Швеция уйындарында ҡатнаша[46].

Статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы яңыртыу: 20 июнь 2020

Клубта карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр +/− У Г П М Штр +/−
2007/08 Металлург-2 Нк БЛ 14 0 0 0 6
2008/09 Металлург-2 Нк БЛ 11 0 2 2 4
2009/10 Металлург Нк КХЛ 21 1 1 2 3 -3
2009/10 Кузнецкие Медведи ЙХЛ 31 6 6 12 42 -2 6 1 1 2 8 -1
2010/11 Металлург Нк КХЛ 47 3 6 9 6 -9
2010/11 Кузнецкие Медведи ЙХЛ 2 1 0 1 0 1
2011/12 Металлург Нк КХЛ 45 0 2 2 10 -10
2011/12 Кузнецкие Медведи ЙХЛ 10 0 6 6 6 1 7 0 2 2 0 -1
2012/13a Металлург Нк КХЛ 54 4 9 13 4 0 4 0 1 1 0 0
2012/13 Кузнецкие Медведи ЙХЛ 3 0 0 0 4 -2
2013/14 Локомотив КХЛ 4 0 0 0 0 1
2013/14 Металлург Нк КХЛ 31 1 5 6 4 -4
2013/14 ЦСКА КХЛ 4 0 1 1 4 3
2014/15 Северсталь КХЛ 57 4 8 12 18 12
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 57 5 7 12 8 2 19 0 2 2 6 -2
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 59 10 10 20 24 11 5 1 0 1 0 -1
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 55 4 11 15 20 2 14 0 2 2 6 -3
2018/19 Салауат Юлаев КХЛ 40 9 6 15 6 8 16 1 2 3 2 1
2019/20 Салауат Юлаев КХЛ 53 4 6 10 12 -8 6 0 2 2 2 0
2020/21 Автомобилист КХЛ
Бөтәһе Беренсе лигала 25 0 2 2 10
Бөтәһе ЙХЛ-да 43 7 12 19 48 0 16 1 2 3 12 -4
Бөтәһе КХЛ-да 525 45 72 117 118 5 60 2 8 10 16 -5
  • a Был миҙгелдә «Плей-офф» тигәндә хоккейсының Өмөт кубогында статистикаһы һанала.

Халыҡ-ара карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Йыйылма команда Турнир Урын У Г П М Штр +/-
2010 Рәсәй U18 ЮДЧ 4 7 0 3 3 27 7
2012 Рәсәй U20 ЙДЧ 7 0 2 2 0 -1
Бөтәһе 14 0 5 5 27 6

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге чемпионы — 2009.
  • ЙХЛ Саҡырыу кубогында ҡатнашыу — 2010.
  • ЙХЛ көмөш миҙалдары — 2009/2010.
  • Йәштәр араһында донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы һәм команданың өс иң яҡшы уйынсыларының береһе — 2012.
  • Рәсәй чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2015/2016.
  • КХЛ чемпионаттарының бронза миҙалсыһы — 2015/2016, 2018/2019.
  • КХЛ ай һаҡсыһы — ноябрь 2016.
  • КХЛ йондоҙҙары мини-турнирының еңеүсеһе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Прозвища игроков СЮ при Вестерлунде
  2. КХЛ рәсми сайты. «Сибирь» дозаявила Рица и другие изменения в составах команд КХЛ. Sports.ru (14 сентябрь 2009).
  3. КХЛ рәсми сайты. «Витязь» отзаявил Саймона, «Кузня» вызвала из молодежной команды Арзамасцева и другие изменения в составах команд КХЛ. Sports.ru (8 декабрь 2009).
  4. НХЛ. Пятеро россиян вошли в тридцатку претендентов на драфт-2011, играющих в Европе. Sports.ru (12 апрель 2011). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  5. Леонид Вайсфельд: «Арзамасцеву не стоит обращать внимание на то, что его не выбрали на драфте». Sports.ru (27 июнь 2011). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  6. Хоккейная правда. Арзамасцевым интересуются шесть клубов. Sports.ru (16 ғинуар 2013).
  7. Хоккейная правда. Арзамасцев переходит в «Авангард». Sports.ru (18 ғинуар 2013).
  8. Sportbox.ru. Леонид Вайсфельд: «Авангард» сначала обозначил интерес к Арзамасцеву, а потом ответил: «Мы передумали». Sports.ru (1 февраль 2013).
  9. «Металлург» Нк рәсми сайты. «Локомотив» отдал «Кузне» 4 молодых игроков за Арзамасцева. Sports.ru (13 июнь 2013).
  10. КХЛ сайты. Арзамасцев яңынан Новокузнецкта. khl.ru (9 октябрь 2013).
  11. Sportbox. Арзамасцев продолжит карьеру в ЦСКА. sports.ru (14 ғинуар 2014).
  12. ЦСКА рәсми сайты. ЦСКА подтвердил обмен Киселевича из «Северстали». sports.ru (9 май 2014).
  13. Блатяк стал игроком «Северстали», Шафигулин перешёл в «Спартак»
  14. Захар Арзамасцев дольше всех в КХЛ не может сыграть в плей-офф
  15. Францоуз, Арзамасцев, Копейкин и Зернов — лучшие игроки 10-й недели в КХЛ
  16. Карлссон, Арзамасцев, Шипачёв и Шуленин — лучшие игроки 11-й недели в КХЛ
  17. Мозякин, Арзамасцев, Демченко и Шуленин — лучшие игроки ноября в КХЛ
  18. Захар Арзамасцев — MVP ноября в КХЛ! 2016 йыл 7 декабрь архивланған.
  19. Журналисты выбрали 12 игроков на Матч звёзд КХЛ
  20. Захар Арзамасцев: «Вайсфельд — хитрый человек. Если тренеров „Салавата“ уберут, его — тоже»
  21. Арзамасцев из-за травмы выбыл на месяц, Панин — на три недели, Метсола — на две
  22. Демченко, Арзамасцев, Макеев и Михайлов — лучшие игроки недели в КХЛ
  23. «Салават Юлаев» продлил соглашение с Захаром Арзамасцевым
  24. Состав “Автомобилиста” пополнил Захар Арзамасцев
  25. «Спорт-Экспресс» опубликовал зарплаты игроков основного состава «Автомобилиста»
  26. Захар Арзамасцев покидает «Автомобилист»
  27. Obránce z KHL Zachar Arzamascev. Nová posila z Ruska se připojila k Rytířům!
  28. Новичок «Спартака» – Захар Арзамасцев
  29. Последние трансферные новости КХЛ
  30. В «Металлурге» — Захар Арзамасцев
  31. Захар Арзамасцев «Буран» хоккей клубына күсә
  32. Захар Арзамасцев покидает «Буран»
  33. В конце матча между юниорскими сборными России и Финляндии состоялась массовая драка
  34. РХФ рәсми сайты. В молодежную сборную вызваны 28 игроков. Sports.ru (28 август 2010).
  35. Спорт-Экспресс. Валерий Брагин: «Арзамасцева не взяли, поскольку из-за дисквалификации он пропустил бы дебютную игру против канадцев». Sports.ru (4 декабрь 2010).
  36. РХФ рәсми сайты. Объявлен состав молодежной сборной России на матчи со сборной Чехии. Sports.ru (17 август 2011).
  37. РХФ рәсми сайты. Подзиньш вызван во вторую молодежную сборную России на «Турнир четырех наций». Sports.ru (28 октябрь 2011).
  38. РХФ рәсми сайты. Брагин вызвал 28 игроков для подготовки к молодежному чемпионату мира. Sports.ru (29 ноябрь 2011).
  39. РХФ рәсми сайты. Объявлен расширенный состав молодежной сборной на МЧМ. Sports.ru (16 декабрь 2011).
  40. РХФ рәсми сайты. Объявлен окончательный состав молодежной сборной России на МЧМ-2012. Sports.ru (23 декабрь 2011).
  41. РХФ рәсми сайты. Апальков и Арзамасцев будут вице-капитанами молодежной сборной России на МЧМ. Sports.ru (26 декабрь 2011).
  42. РХФ рәсми сайты. Василевский, Арзамасцев и Кузнецов признаны лучшими игроками российской молодежки на МЧМ. Sports.ru (6 ғинуар 2012).
  43. Трое «юлаевцев» встретятся с Латвией 2017 йыл 24 март архивланған.
  44. Олимпийская сборная назвала состав на матчи Еврочелленджа, Капризова нет
  45. "Юлаевцы" в сборных! 2017 йыл 26 июль архивланған.
  46. Арзмасцев Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]