Заһитова Алина Илназ ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алина Заһитова
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тыуған ере

Ижевск, Рәсәй

Тренер

Этери Тутберидзе
Сергей Дудаков

Буйы

156

[[commons:Category: Alina Zagitova Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Заһитова Алина Илназ ҡыҙы (18 май 2002, Ижевск, Рәсәй) — Рәсәй фигурисы, «яңғыҙ шыуыусы ҡатын-ҡыҙ» категорияһында сығыш яһай. 2018 йылда Пхёнчханда уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы[1] һәм команда ярышының көмөш призёры. Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалеры (2018)[2].

2018 йылда Европа чемпионы. 2017 йылда Гран-при финалы еңеүсеһе. Юниорҙар араһында донъя чемпионы (2017)[3]. 2018 йылда Рәсәй чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры[4].

2018 йылдың ғинуарына ҡарата Заһитова Халыҡ-ара конькиҙа йүгереүселәр союзының рейтингында 5-се урынды биләй[5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы — хоккей тренеры Илназ Заһитов[6], сығышы менән йәнәй башҡорттарының Әжибәй ауылынан[7][8]. Ата-әсәһе уға исемде нәфис гимнаст Алина Кабаева хөрмәтенә ҡушҡан. Һеңлеһе Сабина Заһитова ла фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) (2018)[2]
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
  • «BMW X6» автомобиле[10]

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башланғыс осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Самбо-1970» спорт һәм белем биреү үҙәгенең «Хрустальный» бүлексәһе (Мәскәү) тәрбиәләнеүсеһе, Этери Тутберидзе һәм Сергей Дудаков төркөмөндә күнегә. Фигуралы шыуыу менән Әлмәт ҡалаһындағы «Юбилейный» спорт һарайында[11] 2007 йылда шөғөлләнә башлай. 2015 йылға тиклем Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (Ижевск) тренер Наталья Антипинала күнегә. Һүрәт төшөрөү менән мауыға.

Юниорлыҡ осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016—2017 миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылдың февралендә Рәсәй беренселегендә дебюты була, тәүге тиҫтәләге иң һуңғы урынды ала. Августа Францияла Гран-приҙың юниор этабында ҡатнаша һәм еңеү яулай[12]. Әммә сентябрҙә Словениялағы этапта бер аҙ уңышһыҙыраҡ сығыш яһай һәм бронза ала[13]. Шулай ҙа был уға юниорҙар араһында Гран-при финалына сығырға ҡамасауламай. Декабрҙә Марселдә ул көнәркәштәренә бер ниндәй ҙә өмөт ҡалдырмай[14]. Юниор финалында балдар суммаһы буйынса юниор ярыштарының өс донъя рекордын ҡуя: ҡыҫҡа (70.92), ирекле программаларҙа (136.51) һәм йомғаҡлау суммаһында (207.43)[15]. Йыл аҙағында милли чемпионат була, әммә күп белгестәрҙе ғәжәпләндереп, көмөш миҙалды ныҡышмалы көрәш менән генә яулай ала[16]. 2017 йылдың февралендә Алина юниорҙар араһында Рәсәй беренселегендә ышаныслы еңеү яулай[17]. Тиҙҙән Төркиәгә Европа йәштәр Олимпия фестиваленә ебәрелә һәм унда ла еңә[18]. Март уртаһында Тайбейҙа юниорҙарҙың донъя чемпионатында ҡатнаша һәм япон фигуристары менән ҡатмарлы көрәштә беренселекте яулай[19].

«Юниорспорт» журналы версияһы буйынса, ҡыҙҙар араһында «2017 йыл юниоры»[20].

Өлкәндәр ярыштарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017—2018 миҙгеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылдың сентябрендә өлкәндәр араһындағы тәүге ярышында (Lombardia Trophy 2017) «алтын» ала[21], булған ҡаҙаныштарының бөтәһен дә яҡшырта. Ике айҙан ул Пекинда Гран-при серияһының Ҡытайҙағы этабында ҡатнаша, Вакабу Хигути менән Елена Радионованы артта ҡалдырып, беренсе урынды яулай[22]. Гран-Приҙағы был дебютынан һуң ике аҙнанан Алина Францияла Гран-приҙың бишенсе этабында ҡатнаша, ҡыҫҡа программанан һуң бишенсе урында ғына була. Әммә ирекле программаны камил башҡарып, беренселекте яулай[23]. Гран-при финалында еңеүсе була[24]. 2017 йылдың 21-24 декабрендә Рәсәй чемпионатында ҡатнаша. Ҡыҫҡа программала әһәмиәтһеҙ генә бер хата ебәрә, аралыҡта беренсе урында була. Ирекле программаны бик таҙа башҡарып, Рәсәй чемпионы була[25]. Европаның Мәскәүҙә үткән 2018 йылғы чемпионатында, донъяның ике тапҡыр чемпионы Евгения Медведеваны артта ҡалдырып, беренселекте ала[26].

Кореялағы 2018 йылғы Олимпия уйындарында Алина Рәсәй олимпия атлеттары составында команда ярышында көмөш миҙал яулай.

Программалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алина Заһитова фигуралы шыуыу буйынса 2018 йылғы Европа чемпионатында (ҡыҫҡа программа)
Миҙгел Ҡыҫҡа программа Ирекле программа Күрһәтмә номерҙар
2017-18

[27]

«Ҡара аҡҡош» фильмынан музыка

Клинт Мэнселл

The Middle of the World
(«Лунный свет» фильмынан)
ҡуйыусы хореограф Даниил Глейхенгауз

«Дон Кихот»

Людвиг Минкус

Afro Blue

Джазмея Хорн

2016-17 «Самсон һәм Далила»

Камиль Сент-Санс

«Дон Кихот»

Людвиг Минкус

«Алһыу пантера»

Генри Манчини

2015-16 «Алһыу пантера»

Генри Манчини

Unchained Melody (Dance) / The Love Inside

Suspend My Disbelief / I Had A Life
(«Привидение» мюзиклынан)
Дэйв Стюарт һәм Глен Баллард
Ричард Флишман һәм Каисси Леви башҡарыуында

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярыштар 2015/16 2016/17 2017/18
Халыҡ-ара
Ҡышҡы Олимпия уйындары.

Команда ярыштары

2
Ҡышҡы Олимпия уйындары.

Индивидуаль ярыштар

1
Донъя чемпионаты
Европа чемпионаты 1
Гран-при финалдары 1
Гран-при финалдары: Cup of China 1
Гран-при финалдары: Trophée de France 1
Ломбардия кубогы 1
Милли
Рәсәй чемпионаты 2 1
Юниорҙар араһында Рәсәй чемпионаты 9 1
Юниорҙарҙың халыҡ-ара
Юниорҙар араһында донъя чемпионаты 1
Юниор Гран-при финалы 1
Юниор Гран-при финалы: Франция 1
Юниор Гран-при финалы: Словения 3
Европаның йәштәр Олимпия фестивале 1

Ентекле һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алина Заһитованың ИСУ системаһы буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләре ҡалын, ағымдағы иң яҡшы һөҙөмтәләре ҡалын курсив менән айырылған. ИСУ чемпионаттарында ҡыҫҡа һәм ирекле программалар өсөн кескәй миҙалдар бирелә.

Өлкән сағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2017-18 миҙгеле
Дата Ярыш КП ПП Дөйөм
21-23 февраль 2018 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары

Индивидуаль ярыштар

9-12 февраль 2018 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары Команда ярыштары - 1

158.08

2 (команда)
15-21 ғинуар 2018 Европа чемпионаты 2018 1

80.27

1

157.97

1

238.24

21-24 декабрь 2017 Рәсәй чемпионаты 2018 1

78,15

1

155,44

1

233,59

7-10 декабрь 2017 Гран-при финалдары 2017 2

76.27

1

147.03

1

223.30

17-19 ноябрь 2017 Гран-при этаптары: Trophée de France 2017 5

62.46

1

151.34

1

213.80

3-5 ноябрь 2017 Гран-при этаптары: Cup of China 2017
4

69.44

1

144.44

1

213.88

14-17 сентябрь 2017 Ломбардия кубогы 2017 3

71.29

1

147.17

1

218.46

Юниор осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2016-17 миҙгеле
Дата Ярыш КП ПП Дөйөм
15-19 март 2017 Юниорҙар араһында донъя чемпионаты 2017 1

70.58

1

138.02

1

208.60

13-15 февраль 2017 Европаның ҡышҡы йәштәр Олимпия фестивале 1

58.30

1

128.76

1

187.06

1-5 февраль 2017 Юниорҙар араһында Рәсәй чемпионаты 2017 1

74.46

1

142.36

1

216.82

20-26 декабрь 2016 Рәсәй чемпионаты 2017 3

74.26

2

146.95

2

221.21

8-11 декабрь 2016 Юниорҙарҙың Гран-при финаы 2016-17 1

70.92

1

136.51

1

207.43

22-24 сентябрь 2016 Юниорҙарҙың Гран-при этабы: Словения 1

68.09

4

109.29

3

177.38

24-27 август 2016 Юниорҙарҙың Гран-при этабы: Франция 1

68.07

1

126.30

1

194.37

2015-16 миҙгеле
Дата Ярыш КП ПП Дөйөм
19-23 ғинуар 2016 Юниорҙар араһында Рәсәй чемпионаты 2016 12

52.85

8

108.08

9

160.93

Донъя рекордтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алина Заһитова юниор ярыштарында биш донъя рекорды ҡуя.

Ике программа суммаһы буйынса юниор ҡыҙҙар рекордтары[28]
Дата Мәрәйҙәр Сара Иҫкәрмә
19 март 2017 208,60 Юниорҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионаты 2017
Йыйылған мәрәйҙәре буйынса юниор ярыштарында әлеге ваҡыттағы донъя рекордсыһы
11 декабрь 2016 207,43 Юниорҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса Гран-при финалы 2016/2017
Алина Заһитова 200 балдан ашыу баһа алған тәүге юниор ҡыҙ
Ҡыҫҡа программала юниор ҡыҙҙар рекордтары
Дата Мәрәйҙәр Сара Иҫкәрмә
10 декабрь 2016 70,92 Юниорҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса Гран-при финалы 2016/2017 Алина Заһитова ҡыҫҡа программала 70 балдан ашыу баһа алған юниор ҡыҙ
Ирекле программала юниор ҡыҙҙар рекордтары
Дата Мәрәйҙәр Сара Иҫкәрмә
19 март 2017 138,02 Юниорҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионаты 2017 Йыйылған мәрәйҙәре буйынса юниор ярыштарында донъя рекорды ҡуйыусы
11 декабрь 2016 136,51 Юниорҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса Гран-при финалы 2016/2017

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Алина Загитова и Евгения Медведева выиграли турнир фигуристок. Вести. Ru сайты, 2018, 23 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2018)
  2. 2,0 2,1 Путин вручил награды призерам Олимпиады. «РБК-Башкортостан» сайты. 2018, 28 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)
  3. Чемпионат мира среди юниоров по фигурному катанию. Тайбей (Китайский Тайбэй/Тайвань).
  4. Фигуристам Загитовой и Коляде присвоено звание заслуженного мастера спорта РФ, ТАСС (14 февраля 2018). 1 март 2018 тикшерелгән.
  5. ISU World Standings for Figure Skating and Ice Dance (ингл.). ИСУ. Дата обращения: 30 сентябрь 2017.
  6. Фигуристка из Удмуртии Алина Загитова выступит в финале юниорского Гран-при в Марселе 2016 йыл 25 декабрь архивланған.
  7. http://nailtimler.com/articles_page/auly_menzelinskih_bashkir/menzel_uezd_aktanysh_rayon/menzel_uezd_aktanysh_rayon_aziaba.html
  8. хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районы
  9. Алина Загитова: «Родители меня назвали в честь Алины Кабаевой»
  10. Медведев передал призерам Олимпиады ключи от внедорожников BMW. «Интерфакс» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)
  11. Новая звезда фигурного катания. Она могла бросить всё в 14 лет, но теперь обходит Медведеву 2018 йыл 29 ғинуар архивланған., 22.01.2018
  12. Гран-при среди юниоров. Первый этап: Загитова одержала победу.
  13. Гран-при среди юниоров. Пятый этап: Японка Кихира победила, Загитова третья.
  14. Гран-при среди юниоров. Финал: Загитова одержала победу, Губанова — вторая.
  15. Монстры Этери Тутберидзе. Юные бесстрашные амазонки 2016 йыл 13 декабрь архивланған.
  16. Чемпионат России. Медведева победила, Загитова — вторая, Сотскова — третья, Погорилая — четвёртая.
  17. Чемпионат России среди юниоров. Загитова выиграла, Константинова вторая, Цурская третья.
  18. Европейский юношеский олимпийский фестиваль. Загитова одержала победу.
  19. Чемпионат мира среди юниоров. Загитова победила, Хонда вторая, Константинова шестая.
  20. Юниор 2017 года.
  21. Российская фигуристка Алина Загитова победила на Lombardia Trophy РИА Спорт, 15 сентября 2017
  22. Cup of China. Загитова одержала итоговую победу, Радионова — третья, Туктамышева — седьмая. Sports.ru, 4 ноября 2017
  23. Trophée de France. Загитова победила, Сотскова — вторая, Осмонд — третья.
  24. Финал Гран-при. Загитова одержала победу, Сотскова — 2-я, Осмонд — 3-я
  25. Чемпионат России. Загитова победила, Сотскова — 2-я, Цурская — 5-я, Туктамышева — 7-я, Радионова — 10-я
  26. Чемпионат Европы. Загитова победила, Медведева — 2-я
  27. Алина Загитова: «Чтобы следить за моими выступлениями на льду, бабушка подружилась с компьютером»
  28. Highest Total Scores: Ladies. ISU Results. Международный союз конькобежцев (10 декабрь 2016). Дата обращения: 10 декабрь 2016.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]