Заһитов Ғабдулла Ғиниәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғабдулла Ғиниәтулла улы
Заһитов
Тыуған көнө

1 ғинуар 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (106 йәш)

Тыуған урыны

Башҡортостан Мишкә районы Янағош ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Педагог

Наградалары һәм премиялары

РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976).

Заһитов Ғабдулла Ғиниәтулла улы (1 ғинуар 1918 йыл) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976). Милләте — башҡорт.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғабдулла Ғиниәтулла улы Заһитов 1918 йылдың 1 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Янағош ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Уның атаһы Ғиниәтулла Ғөбәйҙулла улы 1930 йылда, йәшәгән еренән ҡыуылып, Белорет ҡалаһы эргәһендәге Нура ҡасабаһына килеп эләгә. 1932 йылда алты балаһы менән әсәһе Бибиәсмә Ишйәр ҡыҙы аталары янына килеп етә. Ғабдулла Заһитов кесе йәштән ил ҡайғыһын, тиҫтерҙәренең яфаларын күреп үҫә. Бала сағында Нура йылғаһына төшә лә асы күҙ йәштәрен уның һалҡын һыуында йыуа. Янаҡышта уны кулак балаһы тип мәктәпкә алмайҙар, 1932 йылда 14 йәше менән барған малайҙы Нура мәктәбенең V синыфына ултырталар. Мәктәп директоры һәм математика уҡытыусыһы Хажи Тажи улы Ғирфанов яҡшы кеше булып сыға, синыфта иң оло баланың башынан һыйпай ҙа, уҡы, тырыш, ти. 1936 йылда Ғ.Ғ.Заһитов педагогия училищеһына уҡырға инеп, ныҡлы белем ала. Шунан ул Баҡый, Хөсәйен башланғыс мәктәптәрендә берәр йыл уҡыта, тәүге Сермән педагогик тәжрибә һабаҡтарын үҙләштерә. Тиҙҙән Белорет ҡалаһы¬ның 6-сы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, 1940 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә, был вазифаға ҡолас йәйеп тотона.

Ғ. Ғ. Заһитов Бөйөк Ватан һуғышында фашистар менән аяуһыҙ алыша. Уға япон самурайҙары менән дә айҡалашырға тура килә.

һуғыштан һуң яугир педагог 6-сы мәктәптә физкультура уҡытыу¬сыһы булып эшләй. Ғабдулла Ғиниәтулла улының ауыҙ тултырып һөйләрлек маҡтауға лайыҡлы педагогик хеҙмәте 1948 йылда 4-се киске (сменалы) урта мәктәп директоры булып эшләй башлаған ваҡытҡа тура килә. Тиҙҙән һәләтле етәксе 2-се киске мәктәп директоры итеп ҡуйыла. Талантлы педагог 1955 йылда 4-се киске мәктәп директоры булып ҡайта. Бында уҡытыусылар коллективы эшен яйға һалыуға, бер йылдан 1-се киске урта мәктәп директоры вазифаһы йөкмәтелә. 1956 йылда унда 600 йәш эшсе уҡый, уҡытыуҙың кабинет системаһы индерелә. Ғ.Ғ.Заһитов М. И. Калинин исемендәге Белорет металлургия комбинатының мәктәпкә ҙур ярҙам күрһәтеүенә өлгәшә.

Юғары педагогик белемде Ғ.Ғ.Заһитов К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлегендә алып, 1957 йылда география уҡытыусыһы дипломына эйә була.

Ғ.Ғ.Заһитов үҙе директор булып эшләгән киске мәктәптәрҙе өлгөлө уҡыу йорттары сафына күтәрә, уҡытыусыларҙы ижади эшләргә өйрәтә. Директор урта белеме булмаған эшсе йәштәрҙе уҡыуға йәлеп итә, артабан уҡыуҙарын дауам итергә илһамландыра.

1962 йылда Ғ.Ғ.Заһитов мәктәп-интернат директоры итеп тәғәйенләнә. Тәүҙә ул аптырап ҡала: мәктәп-интернат киске мәктәптән ныҡ айырыла, өҫтәүенә, мәғариф хеҙмәткәре ғаиләһе менән Нура ҡасабаһында йәшәй, ә мәктәп-интернат ҡаланың ҡапма-ҡаршы яғында урынлашҡан. Өйҙән мәктәп-интернатҡа биш-алты саҡрым барҙыр. Ҡала партия ойошмаһының беренсе сәркәтибе фатир булыр тип ышандыра, ләкин вәғәҙәһен онота.

Мәктәп-интернатта ла Ғабдулла Ғиниәтулла улы Заһитов элеккесә, йәштәргә хас дәрт менән, илһамланып эшләй, уҡыусылар коллективын алда торған бурыстарҙы үтәүгә рухландыра. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү әлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн Ғабдулла Ғиниәтулла улы Заһитовтың һуғыштағы батырлыҡтары өсөн алған Ҡыҙыл йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары һәм миҙалдары янына 1976 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» значогы өҫтәлә.

Донъяның ҡайғы-хәсрәттәрен күреп үҫкән, тормошта һәм эштә күп етешһеҙлектәр кисергән, шулай ҙа намыҫлы хеҙмәте менән һәйбәт уңыштарға өлгәшкән Ғабдулла Ғиниәтулла улы Заһитов Белорет төбәгенең арҙаҡлы педагогтары араһында күркәм урын биләй. Ул — ғүмеренең иң көслө йылдарын киске мәктәп эшен камиллаштырыуға биргән уҡытыусы, замандаштарының хөрмәтен күреп оло йәшкә еткән ил ағаһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.