Эстәлеккә күсергә

Заһиҙуллин Рәшит Шәйҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Заһиҙуллин Рәшит Шәйҙулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам

Заһиҙуллин Рәшит Шәйҙулла улы (6 ноябрь 1948) — рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993)[1].

Заһиҙуллин Рәшит Шәйҙулла улы 1948 йылдың 6 ноябрендә Ишембай ҡалаһында тыуған. Атаһы нефтсе, әсәһе хужабикә булған. Ғаиләлә өс ир баланың икеһе аталары юлынан китеп, нефтсе һөнәрен һайлай, Рәшит рәссам булып китә[2]. Бала сағынан уҡ нефтселәрҙең Мәҙәниәт йортона изостудияға йөрөй башлай. Легендар уҡытыусы Павлов Иван Михайловичта уҡый. Һуңыраҡ Өфө сәнғәт училищеһына рәссам-биҙәүсегә уҡырға инә. Училищены тамамлағандан һуң, Художество фондында мозаика һәм маркетрия менән шөғөлләнә, 1994 йылға тиклем Башҡортостан ижади‑производство комбинатында рәссам. Һуңғараҡ бер аҙ ваҡыт Башҡорт-төрөк лицейында уҡыта, ә һуңынан 2001 йылдан алып Кустарная урамындағы 2-се педагогия колледжында уҡыта[2].

Заһиҙуллин ижадында реалистик һәм авангард сәнғәтенең һыҙаттары яраша; уның эштәренә композиция асыҡлығы, аныҡ һыҙыҡтар ритмының активлығы, буяуҙарҙың баҙыҡлығы хас. Лирик ауыл темаһы күренекле урын ала («Эҫе йәй», 1993; «Алтын көндәр», 1996). Пейзаж мотивтары кеше һәм тәбиғәттең айырылмаҫ берлеге идеяһы менән һуғарылған, йыш ҡына символика менән тулыландырылған («Тормош ағасы», 1993; «Мәсет менән пейзаж», 2001); ябайлыҡ һәм кубизмға тартым композициялары ҡуйы буялған геометрик фигуралар менән берләштереүгә нигеҙләнгән («Ынтылыш», 1993; «Бәхеткә», 1996). Шулай уҡ графика өлкәһендә эшләй[1].

Бәләкәй этюдтарҙан тыш, Заһиҙуллин үҙ ғүмерендә 300-гә яҡын картина яҙа. 5 шәхси күргәҙмә үткәрә, 43 республика, зона, Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмә эштәрендә ҡатнаша. Уның эштәре Нестеров исемендәге музейҙа, Канаданың, Францияның, Италияның шәхси коллекцияларында урынлашҡан. Уның сәнғәте күп планлы һәм төрлө, әммә эштәренең нигеҙен авангард эштәре тәшкил итә[2].

Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы[2].