Звартноц (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Звартноц
Логотип
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Звартноц[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2838 фут
Рәсми асылыу датаһы 1961
Пассажирҙар ағышы 2 690 727[1] һәм 3 048 859[2]
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Ереван
Рәсми сайт zvartnots.am
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Осоу-ултырыу һыҙаты 09/27
ИАТА аэропорты коды EVN
ИКАО аэропорты коды UDYZ
Карта
 Звартноц Викимилектә

Халыҡ-ара "Звартноц" аэропорты (әрм. Օդանավակայան Զվարթնոց Միջազգային; IATA: EVN, ICAO: UDYZ) — Әрмәнстандың баш ҡалаһы Еревандың халыҡ-ара аэропорты. Звартноц ҡалаһынан алыҫ түгел, Еревандан көнбайышҡа ҡарай 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һулдан иҫке терминал бинаһы (файҙаланылмай) һәм осоп килеү залы (уңда) 2007 йыл

Аэропорттың һаҡланмаған терминалы 1961 йылда төҙөлгән.[3]

1970 йылда архитектура проектына асыҡ конкурс үтә. Беренсе призға конструктор Багдасарян һәм А. Тарханян, С Хачикян, Ж. Шехлян, Л Черкезян ингән архитекторҙар төркөмө лайыҡ була. Һуңыраҡ архитекторҙар А. Тигранян һәм А. А. Месчян тарафынан проектҡа үҙгәртештәр индерелә[4] 1980 йылда аэропорт яңыртыла, аэровокзалдарҙың терминалдары өҫтәлә.

1991 йылда Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткәндән һуң, йөк ағымы арта.1998 йылда йылына 100 000 тонна йөк ташыу һәләте менән яңы йөк терминалы асыла.[5]

2001 йылда Әрмәнстан хөкүмәте әрмән сығышлә аргентиналы Эдуардо Эрнекянға ҡараған аргентина компанияһының «Америка Корпорасьон» тарафынан аэропорт менән идаралыҡ тураһында 30 йылға килешеү төҙөй. Килешеү сиктәрендә компания аэропорттың яңыртыу буйынса эштәр башҡара.

2004 йылдан яңы терминал төҙөлә һәм 2007 йылдың 1 июнендә асыла, ә 2011 йылдың 16 сентябрендә тағы ла бер терминал асыла.

2017 йылда аэропорт 2 448 250 пассажирҙы хеҙмәтләндергән, 10 621 рейс башҡарған һәм 22 324 тонна йөк эшкәрткән[6]

Аэропорт 225 Ан-225, Boeing 747-400 һәм Airbus_A380 һауа судноларын хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.[5][7][8]

2013 йылдың 30 ғинуарында Arabian Reach ойошмаһы тарафынан Дубайҙа үткәрелгән конкурс һөҙөмтәһендә «Звартноц» аэропорты «Балтия һәм БДБ-ның иң яҡшы аэропорты» исеменә лайыҡ була.[9]

Киңәйтелеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылда 100 миллион долларға төшкән яңы терминал төҙөлә. Терминалдың майҙаны — 19 200 м², үткәреү һәләтлеге — йылына 2 миллион пассажир.

2006 йыл 14 сентябрендә осоп килеүселәр өсөн тәғәйенләнгән яңы зал асыла, ә 2007 йылдың 1 июнендә халыҡ-ара яңы зал асыла.

Аэропорттың артабанғы үҫеше 164 млн евроға торошло буласаҡ, уның 70 млн евронан ашыу аҡса беренсе фазала — киңәйтеүгә 19 000 м2 һәм 45 000 м2 йүнәтеүгә тотонолған.

Аэропорт төҙөлөшөнөң беренсе фазаһы тамамланыу менән осоу-ултырыу һыҙаты 54 000 м2 һәм майҙаны 45 000 м2 тәшкил итәсәк, шуларҙың 25 000 метр2 яңы терминалдар биләйәсәк. 1000 машина һыйҙырышлы яңы парковка зонаһы төҙөләсәк.

Осоп килеү залы ике тапҡырға арттырыла, ул сәғәтенә 1000 ашыу пассажир ҡабул итә ала. . Көтөү зонаһы модернизацияланған, яңы терминал территорияһында бушлай Wi-Fi бар, пошлинаһыҙ сауҙа магазиндары һәм ресторандар эшләй.

Ултырыу һыҙаты 09/27 II категориялы курс -глиссад системаһы менән йыһазландырылған[10]

Рейсҡа теркәлеү зонаһы
Оҙатыу залы
Аэропорттың аэродромы

2008 йылдың пассажирҙар өсөн яңы терминал төҙөлә. Проект 2011 йылдың сентябрендә тамамлана. 2000 метр2 майҙаны менән 800-ҙән ашыу машина һыйҙырырға һәләтле яңы ер аҫты парковкаһы төҙөлгән. Терминалдың төҙөлөшө тамамланыу менән "Звартноц" аэропорты Кавказ төбәгендә B категорияһы талаптарына яуап биргән берҙән-бер аэропорт була . Әлеге ваҡытта аэропорт йылына 3,5 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндереүгә һәләтле[11], проектты тормошҡа ашырыуға 160 миллион доллар аҡса тотонолған, был сумманың бер өлөшө — Азия үҫеш банкыһы ссудаһы[12] Яңы терминал 2011 йылдың 16 сентябрендә эшл.әй башлай[11]

Хөкүмәт аэропортта йүнәтеү-тергеҙеү эштәрен финанслауҙы дауам итә[13]

Хәүефһеҙлек системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ-ара һауа стандарттарына тап килһен өсөн, аэропорт етәкселеге хәүефһеҙлек системаһын яҡшырта. 150 күҙәтеү камераларыурынлаштырылған. Бинаны Әрмәнстан ҡораллы көстәре һаҡлай.[14]

Модернизациялау процесында автоматлаштырылған теркәлеү системаһы һәм пассажирҙар ағымының биометрик контроле программаһы ҡуйылған. Көтөү залы өс баҫҡыслы хәүефһеҙлек системаһы — пре-контроль (билет), паспорт контроле һәм рентген күҙәтеүе менән һаҡланған.

Терминалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Звартноц" аэропорты өс терминалдан тора. 1-се терминал 1971 йылда төҙөлгән һәм 2011 йылда ябылған. терминал ике бинанан тора — осоп килеү залы һәм ебәреү залы. 3-сө терминал дәүләт башлыҡтары һәм рәсми дәүләт делегациялары өсөн тәғәйенләнгән

1-се терминал (хәҙер эшләмәй) — түңәрәк формала. Килеүселәр өсөн зал аҫҡы ҡатта урынлашҡан, ҡараңғы һәм тар булған. Осоп килеүселәр өсөн тәғәйенләнгән зал икенсе терминал бинаһына күсерелә. Икенсе терминалдың осоп китеүселәр өсөн тәғәйенләнгән залы асылғас, ултырыуға сығыу урындары 1-се терминал менән күпер ярҙамында тоташтырыла.

Терминалда ултырыуға 9 сығыу урыны бар, улраҙың өсәүһе телетрап, 21 теркәү пункты, 2 багаж таҫмаһы менән йыһазландырылған. Терминал 2011 йылда ябылған, терминалдың деконструкцияһы буйынса эштәр башланған, башняһы йүнәтелгән һәм урынында ҡаласаҡ.

Өс терминал асылды. 2 этап: 2006, 2007, 2011 йыл. Терминал йылда 3,5 миллионға тиклем кешене хеҙмәтләндерә ала. Теркәлеү пункты икенсе ҡатта урынлашҡан, 42 торош урыны бар. Аэропорт заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Авиакомпаниялар һәм тәғәйенләнештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авиакомпания Пункты назначения

Aegean Airlines Афина

Миҙгелле: Ираклион, Родос, Салоники
Aeroflot Мәскәү
Air Arabia Шардж
Air Cairo Шарм-эш-Шейх

Миҙгелле: Хургада
Air France Париж - Шарль-де-Голль
Air Malta Миҙгелле чартер рейстары: Мальта
AMC Airlines Миҙгелле чартер рейстары: Хургада,[15] Шарм-эш-Шейх[15]
Arkia Миҙгелле: Тель-Авив
Armenia Airways Багдад, Бейрут, Эрбиль халыҡ-ара аэропорты, Лион, Минеральные воды, Тель-Авив, Воронеж

Миҙгелле: Араксос (2018 йылдың 8 июненән), Барселона (2018 йылдың 4 июненән), Ираклион (2018 йылдың 5 июненән), Кос (2018 йылдың 17 июненән), Ларнака (2018), Ницца (2018), Родос (2018), Римини (2018),Салоники (2018), Тиват (2018), Варна (2018), Венеция (2018)[16]
Austrian Airlines Вена
Belavia Минск
Brussels Airlines Брюссель (2018 июненән яңыртыла)[17]
Bulgaria Air Миҙгелле чартер рейстар: Бургас, Варна (2018 июенән)
Bulgarian Air Charter Миҙгелле чартер рейстарБургас (2018 июненән)[16]
Cham Wings Дамаск
Czech Airlines Прага (2018 йылдың июненән яңыртыла)[18]
EgyptAir Миҙгелле чартер рейстар: Шарм-эш-Шейх (2018 июненән яңыртыла)[19]
Enter Air Миҙгелле чартер рейстар: Вена, Тбилиси
flydubai Дубай
FlyEgypt Миҙгелле чартер рейстар: Хургада (2018 июненән)[16]
Georgian Airways Тбилиси
Germania Берлин (2018 июненән)
Karun Airlines Миҙгелле: Ахваз, Исфахан
Kish Air Миҙгелле: Шираз, Тегеран
Korean Air Seasonal charter: Сеул
LOT Polish Airlines Варшава[20]
Mahan Air Тегеран
Middle East Airlines Бейрут
Nordwind Airlines Мәскәү-Шереметьево,[21] Сочи
Qatar Airways Доха
Red Wings Airlines Мәскәү-Домодедово [22]
S7 Airlines Мәскәү-Домодедово, Новосибирск
SCAT Airlines Актау, Астана
Taban Air Миҙгелле чартер рейстар: Исфахан, Мешхед, Шираз, Сари, Тебриз
TAROM Бухарест (с 1 июня 2018) [23]
Turkmenistan Airlines Ашхабад,[24] Франкфурт[24]
Ukraine International Airlines Киев-Борисполь

Миҙгелле: Одесса (2018 йылдың 7 июлендә яңыртыла)
Ural Airlines Краснодар, Мәскәү-Домодедово, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург, Һамар, Сочи, Екатеринбург
Utair Мәскәү-Внуково[25]

Миҙгелле: Сорғот (2018 йылдың июнненә)
Wataniya Airways Кувейт (2018 июненән)[26]

Аэропорт статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл 2005[27] 2006[28] 2007[28] 2008[29] 2009[30] 2010[30] 2011[31] 2012[32] 2013 2014 2015 2016 2017[33]
Дөйөм

пассажирҙар ағымы

1 111 400 1 125 698 1 387 002 1 480 000 1 447 397 1 612 016 1 600 891 1 691 815 1 691 710 2 045 058 1 879 667 2 105 540 2 448 250
Пассажирҙар ағымы (китеү) 546 000 562 825 698 614 751 310 729 835 816 866 807 953 845 700 830 000 1 019 765 944 373 1 048 153 1 218 340
Пассажирҙар ағымы

(килеү)

547 400 562 873 688 388 628 690 717 562 795 150 792 944 846 115 861 710 1 025 293 935 294 1 057 387 1 229 910
Йөк ташыу 9119 9276 10 004 10 774 8400 8800 10 014 12 251 10 361 10 345 10 123 18 269 22 324
Сығарыла торған

йөк (тонна)

3701 4080 3515 4000 3100 3300 4741 6687 6109 6450 6607 13 784 16 983
Индерелә торған

йөк (тонна)

5418 5196 6489 6700 5200 5500 5273 5564 4252 3895 3516 4485 5341
Һауа судноһы хәрәкәте (китеү һәм килеү) 6897 6746 7953 8624 8699 9783 9858 10 392 8721 10 409 9012 9266 10 621

Ер өҫтө транспорты:[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аэропорттың рәсми "Звартноц" сервисы — был Airport Taxi хеҙмәте, ул аэропорт йүнәлешенән ҡаланың теләһә ҡайһы нөктәһенә илтә һәм кире юлды хеҙмәтләндерә. Ҡала буйлап ташыуҙар менән шөғөлләнмәй.

2017 йылдан автобус маршруты эшләй: "Звартноц" аэропорты — Ереван үҙәге. Автобус һәр ярты сәғәт һайын иртәнгә сәғәт 7 алып 22 сәғәткә тиклем һәм сәғәт һайын 22 сәғәттән 7 сәғәткә тиклем йөрөй. Маршрутты Elitebus автобусы хеҙмәтләндерә, бер йүнәлешкә йөрөү хаҡы 300 драм тора[34]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әрмәнстан Транспорт.
  • Ширак Аэропорт (Гюмри)
  • Скачать постсовет киңлегендә иң аэропорты пассажирҙарҙың исемлеге

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://finport.am/full_news.php?id=36998&lang=3
  2. http://aviation.am/storage/files/editor/2019%20December.pdf
  3. About us - Zvartnots. Дата обращения: 25 февраль 2017.
  4. Zvartnots on Image caption Airport, in Encyclopedia Armenian Soviet. Yerevan, Armenian SSR, 1986. vol. xii, 512.
  5. 5,0 5,1 administrator. Airports. Дата обращения: 7 июнь 2015. Архивировано 27 июнь 2015 года.
  6. administrator. Statistics. Дата обращения: 7 июнь 2015. Архивировано 27 июнь 2015 года.
  7. Armats.am – Aerodrome ground Movement and Aircraft Parking Chart. Дата обращения: 6 ғинуар 2018. Архивировано 4 апрель 2016 года.
  8. Airport website — Handles any type of modern commercial aircraft 2008 йыл 10 май архивланған.
  9. Armenia’s Zvartnots named best airport in CIS. PanARMENIAN.Net. Дата обращения: 7 июнь 2015.
  10. armats. Дата обращения: 7 июнь 2015.
  11. 11,0 11,1 Zvartnots hi-tech airport terminal opens in Yerevan. Дата обращения: 7 июнь 2015.
  12. 11
  13. Правительство Армении одобрило мастер-план работ в аэропортах "Звартноц" и "Ширак". ARKA News Agency. Дата обращения: 27 декабрь 2018.
  14. European Commission against Racism and Intolerance «ECRI REPORT ON ARMENIA (fourth monitoring cycle) 2012 йыл 25 апрель архивланған..» 8 February 2011. p. 23.
  15. 15,0 15,1 Ուղիղ չվերթներ Եգիպտոսից Երևան 2017 йыл 1 октябрь архивланған.. Проверено 29 сентября 2017.
  16. 16,0 16,1 16,2 Ամռանն ընդառաջ մի շարք ուղղություններով ոչ կանոնավոր չվերթներ կիրականացվեն.
  17. Brussels Airlines sets sail for Armenia in 2017.
  18. Czech Airlines launches Prague-Yerevan-Prague regular flights.
  19. EGYPTAIR plans Armenia charters in S18. routesonline.com (23 February 2018). Проверено 23 февраля 2018.
  20. LOT Polish Airlines Restores 4 Cancelled Routes from Jan 2016 :: Routesonline. Airlineroute.net. Проверено 25 февраля 2017.
  21. Yerevan Armenia | airport | arrivals 2017 йыл 25 февраль архивланған.. Zvartnots.am. Проверено 25 февраля 2017.
  22. Red Wings plans Armenia launch from March 2018, Routesonline (2 March 2018). Проверено 2 марта 2018.
  23. Tarom files preliminary new routes info in 2018. routesonline.com. Проверено 23 мая 2018.
  24. 24,0 24,1 Liu, Jim. Turkmenistan Airlines adds Yerevan – Frankfurt from late-Dec 2017, Routesonline (29 December 2017). Проверено 29 декабря 2017.
  25. Базовый перевозчик Внуково авиакомпания "ЮТэйр" анонсирует планы на весенне-летний сезон. Corp.vnukovo.ru. Проверено 25 февраля 2017.
  26. ՀՀ քաղաքացիական ավիացիայի գլխավոր վարչություն.
  27. General Department of Civil Aviation of Armenia — 2005—2006 Statistics 2011 йыл 31 май архивланған.
  28. 28,0 28,1 General Department of Civil Aviation of Armenia — 2006—2007 Statistics 2011 йыл 31 май архивланған.
  29. 2008 Zvartnots airport Statistics for(недоступная ссылка) Dead link
  30. 30,0 30,1 Overall passenger transportation via Zvartnots airport reached 1.6mln in 2010. PanARMENIAN.Net. Дата обращения: 7 июнь 2015.
  31. Zvartnots Airport serviced over 1,6 million passengers in 2011. PanARMENIAN.Net. Дата обращения: 7 июнь 2015.
  32. Zvartnots Airport posts passenger traffic of 1,7 mln in 2012. PanARMENIAN.Net. Дата обращения: 7 июнь 2015.
  33. Հայաստանի Հանրապետության քաղաքացիական ավիացիայի կոմիտե. Дата обращения: 27 декабрь 2018.
  34. Yerevan: New Schedule for Zvartnots Airport Express Bus - Hetq - News, Articles, Investigations  (инг.). 13 ғинуар 2018 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]