Зевс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зевс
Statue of Zeus (Hermitage) - Статуя Юпитера.jpg
Эрмитажда Юпитер (Зевса) статуяһы
Кук, йәшен, ялағай илаһһы, Юғары илаһ
Мифология: Боронғо грек
башҡа мәҙәниәттә: Юпитер, Тор, Перун, Тиния
Атаһы: Кронос
Әсәһе: Рея
Ҡатыны: Гера
Балалары: Арес, Афродита, Аполлон, Афина, Гефест, Артемида, Гермес, Персефона, Дионис һ.б.
Commons-logo.svg Викимилектә иллюстрациялар?

Зевс — (лат. Iuppiter or Jove; бор. грек. Ζεύς) илаһтар батшаһы, грек мифологияһында Олимп хакимы, ун ике Олимпия илаһһының береһе. Ул ата-әсәһе Титан хакиме Кронос һәм Реяның алтынсы балаһы була. Уның атаһы Кронос Реянан тыуған һәр баланы йотоп торған, сөнки күрәҙәселер һине балаларың Олимп хакимлегенән ҡолатып төшөрәсәк тип юраған. Зевс тыуғас, Рея Кроносҡа Зевс урынына йоторға таш бирә. Үҙе Зевсты йәшереп ҡуя. Зевс үҫеп еткәс Кроносты үҙенең союзниктары Циклоптар менән хакимлектән бәреп төшөрә. Был бәрелеш Титаномахия исеме менән билдәле. Улар үлемһеҙ булғанға, Зевс Кроносты тамуҡта төрмәгә ябып ҡуя, үҙе, күрәҙәселәр юрағанса, илаһтар батшаһы булып китә.

Боронғо Грецияла ул ҙур баһа ала. Ул үҙенә ихтирам яулай. Ун ике Олимпия илаһтары араһында ул иң мөһим илаһ була. Зевс һауа торошо менән идара итә, Мойранан (яҙмыштан) башҡа һәр кемгә бойороҡ бирә ала. Асыуы килгәндә көслө йәшен йәшнәтәсәге тураһында һөйләгән.

Ул һеңлеһе Гераға өйләнә, әммә башҡа алиһәләр һәм әжәлле ҡатындар менән бәйленеше һәм балалары күп була. Был Гераның асыуына тейә, ул үс алырға теләй.

Посейдон һәм Аид уның ағалары була. Ул улар менән донъяны бүлешеп алырға килешә, һәм Зевс күкте, Посейдон диңгеҙҙе, Аид ер астын ала.[1][2] Олимпия уйындары уның хөрмәтенә үткәрелә.

Зевстың һеңлеләре Гера, Деметра, Гестия исемле булалар. Икәүһе ун ике илаһ исемлегендә була.[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Kevin Osborn, Dana Burgess The Complete Idiot's Guide to Classical Mythology — Alpha Books. — P. 72. — ISBN 0028623851.
  2. 2,0 2,1 Hamilton, Edith (1942), «Mythology», Boston: Back Bay Books, сс. 467, ISBN 978-0-316-34151-6 

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]