Зелинский Роман Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зелинский Роман Фёдорович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 25 июль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Винница өлкәһе, Бар (Украина)
Вафат булған көнө 4 август 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Петрозаводск
Һөнәр төрө композитор, музыка белгесе, музыка педагогы
Ғилми дәрәжә сәнғәт фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Заслуженный деятель искусств Украины

Зелинский Роман Федорович (1935—2013) — совет һәм Рәсәй композиторы, музыка белгесе, фольклорсы, Карелия Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре(1997), Украинаның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1953 йылда С. К. Тимошенко исемендәге Киев танк-техник училищеһына уҡырға инә. 1956 йылда училищены отличие менән тамамлай.

1962—1967 йылдарҙа Н. В. Лысенко исемендәге Львов дәүләт консерваторияһында уҡый (С. П. Людкевич класы).

1971 йылдан алып Өфө сәнғәт институтында уҡыта.

1973 йылдан — Карел АССР-ының Композиторҙар союзы ағзаһы.

1975 йылда Ленинград дәүләт театр, музыка һәм кинематография институты янындағы аспирантураны тамамланым,

1980 йылдан алып А. К. Глазунов исемендәге Петрозаводск консерваторияһында музыка теорияһы һәм композиция кафедраһында уҡыта, 1997 йылдан — фин-уғыр халыҡтары музыка кафедраһы профессоры. 1977 йылда «Композиционные закономерности башкирских программных инструментальных кюев» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 2006 йылда "Башкирская народная инструментальная музыка (проблемы формирования традиционного стиля)"темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Педагогик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Петрозаводский консерваторияһында эшләгән саҡта Зелинский Р. Ф. полифония, музыкаль форма, музыкаль акустика буйынса лекциялар уҡый. Уның класында фин-уғыр халыҡтарының: карел, фин, вепс, коми, эстон, мари, мордва, удмурт, ханты-мансы һәм, шулай уҡ самодий халыҡтары — ненец һәм саамдар музыкаль культуралары буйынса диплом эштәре яҡлана.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Симфоник

1-се симфония (1967);

2-се Симфония (1970);

3-сө симфония « Вейнямейнен тураһында симфоник повесть» (1983);

Ҡыллы һәм 4 тынлы оркестр өсөн сюита (1968);

Вокаль-симфоник

«Лоухи фетнәһе», Калевала карел-фин эпосының 42 рунаһы һүҙҙәренә ҡатнаш хор һәм симфоник оркестр өсөн кантата (1984,изд. Л., 1988);

«Калевала», уҡыусы, ҡатнаш хор һәм симфоник оркестр өсөн «Калевала» карел-фин һүҙҙәренә руник оратория (1990)

Хор өсөн

a capella ҡатнаш хор өсөн З. Кодайдың «Калевала йыры» темаһына вариациялары (1984);

a capella ҡатнаш хор өсөн карел шағиры Р. Такалдың һүҙҙәренә «Речка Лососинка» поэмаһы (1987);

«Яҙ», a capella ҡатнаш хор өсөн Я. Виртанен һүҙҙәренә поэма (1988)

a capella ҡатнаш хорҙың «Карелия ты маты Украина» гимны (2004)

Камера-инструменталь әҫәрҙәре

Фортепиано өсөн эшкәртелгән башҡорт халыҡ көйө «Ҡара-юрға» (1974)

Фортепьяно өсөн 1-се Соната

ағас тынлы, валторна һәм виолончель өсөн секстет («12 мимолетностей», 1965)

Фортепиано өсөн соната (1966)

1-се ҡыллы квартет (1969)

2-се ҡыллы квартет (1983)

«Ой, не свитыть мисяченьку» украин халыҡ йырын флейта өсөн эшкәртеү (2004)

Скрипка өсөн пассакалья (2-се ред. — флейта) һәм фортепиано (2010)

Башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көҙәренең нотаға транскрипциялары

Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының 40 башҡорт халыҡ көйөн нотаға һалыу, 1975

Көнбайыш башҡорттаының 60 халыҡ йырын нотаға һалыу, 1977

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Взаимосвязь между технико-акустическими особенностями курая и формообразованием в башкирских инструментальных кюях (1974)
  • О формообразовании «протяженных» звуков в башкирском инструментальном фольклоре (1976)
  • О программности в башкирской народной инструментальной музыке (1977)
  • Формы современных башкирских программных кюев (1978)
  • Об истоках башкирских народных наигрышей, связанных с образами птиц (1979)
  • Культ медведя в «Калевале» и карельском музыкальном фольклоре (1986)
  • Символика в башкирской народной инструментальной музыке (1997)
  • Башкирский курай // Народные музыкальные инструменты и инструментальная музыка. Т. II. М.: Советский композитор, — С.127 — 136. (1988)
  • Башкирская народная инструментальная музыка: инструментарий, жанровая классификация и формы исполнительства (1988)
  • Обзор опубликованных нотаций башкирской народной музы (1980)
  • Башкирское народное музыкальное искусство. Инструментальная музыка. Уфа: Изд-во «Гилем». (2003)
  • Башкирская народная инструментальная традиция как музыкальный и духовный феномен (2005)
  • Об интонационной природе микроформ в башкирском инструментальном мелосе // Музыкальная Академия, № 3, С.143 — 146. (2005)
  • Песенные формы северных карел

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Карельские песни Калевальского края. — Петрозаводск, 2008
  • Башкирская народная инструментальная музыка. — Уфа, 2003

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Svetlana Sintsova, and Runic Zelinsky Kalevala Oratorio Roman, raksti akadēmijas Mūzikas(2011)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]