Земо Никози Архангел сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Земо Никози Архангел сиркәүе
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Шида-Картли[d] һәм Горийский муниципалитет[d][1]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d][1]
Указания, как добраться სოფ. ზემო ნიქოზი[1]
Карта
 Земо Никози Архангел сиркәүе Викимилектә

Земо Никози Архангел сиркәүе ( Грузия:მთავარანგელოზის ზემო ეკლესია ნიქოზის), Шида Картлиҙан көнсығышҡа ҡарай Үҙәк төбәктә, Гори ҡалаһында урынлашҡан унынсы быуат грузин православ сиркәүе. Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.

Был көмбәҙ менән ҙур булмаған ғибәҙәтхана Земо Никози ауылында, Лиахви йылғаһының уң яҡ ярында, иҫке зыяратта урынлашҡан. Көньяҡ Осетияның конфликт зонаһына бик яҡын булып, сиркәү рус-грузин һуғышын һәм 2008 йылдың авгусын кисерә, быд сиркәү комплексына байтаҡ зыян килтерә[2].

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Земо-Никози Архангел сркәүе - 8,5 × 5,3 м күләмендәге ҙур булмаған ҡоролма. Квадрат эсендә тәре формала базальт таш блоктарҙан төҙөлгән. Бина көнсығышҡа ҡарай ярым түңәрәк апсида менән тамамлана, ул һәр яҡтан ҙур булмаған нишаларға эйә. Сиркәүгә көнбайыштан, көньяҡтан һәм төньяҡ яҡтан инергә мөмкин. Ишектәр пилястрҙар һәм ярым түңәрәк аркалар меннә биҙәлгән. Тыш яҡтан көмбәҙ ике ҙур булмаған колоннаға таянған аркалы пәрҙә менән биҙәлгән[3][4]

Төньяҡ фасадтың ташында семәрҙәре бар, уның буйынса аждаһаны үлтереүсе һыбайлы Изге Георгий һүрәтләнгән. ә көмбәҙҙең нигеҙе, төньяҡҡа, рельефта стилләштерелгән өс арыҫланды алып бара. Урта быуат яҙыуында биш юлдан торған сиркәүҙең епископ Михаил тарафынан төҙөлөүе тураһында әйтелә. Саҡ ҡына өҫтәрәк тағы бер яҙыу бар. Тик ул ныҡ зыян күргән. Ташта тәҙрә өҫтөндә көмбәҙҙән төньяҡҡа ҡарай ике арыҫлан фигураһы араһында дүрт юлда өсөнсө яҙыу бар, унда епископ Михаилдың туғаны Жанна (Иоване) телгә алына[5][6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=1934 — 2017.
  2. «Post-Conflict Immediate Actions for the Social and Economic Revitalisation of the Communities and Cultural Environment in the Municipality of Gori (Georgia). Preliminary Technical Assessment: Nikozi Monastery». Council of Europe, 2009. [Consulta: 5 agost 2019].
  3. Post-Conflict Immediate Actions for the Social and Economic Revitalisation of the Communities and Cultural Environment in the Municipality of Gori (Georgia). Preliminary Technical Assessment: Nikozi Monastery. Council of Europe (2009). Дата обращения: 5 d'agost de 2019.
  4. ნიქოზი [Nikozi] // ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი. Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia). — Tbilisi: Georgian National Museum. — P. 385–386. — ISBN 978-9941-15-896-4.
  5. ნიქოზი [Nikozi]». A: Gamkrelidze, Gela. ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი. Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia) (en georgià). Tbilisi: Georgian National Museum, 2013, p. 385–386. ISBN 978-9941-15-896-4.
  6. Fähnrich, Heinz. Die ältesten georgischen Inschriften (en alemany). Brill, 2013, p. 132-133. ISBN 978-90-04-25108-3.