Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Представляет страну в спорте Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 11 ғинуар 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Яҡутск
Һөнәр төрө ватерполист
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
медаль ордена «За заслуги перед Отечеством» II степени Дуҫлыҡ ордены
Спорт командаһы ағзаһы Спартак[d] һәм Синтез[d]
Масса 85 Килограмм
Спорт төрө Һыуҙа туп уйнау
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2004[d] һәм Йәйге Олимпия уйындары 2000[d]
Бейеклек 189 сантиметр

Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы (11 ғинуар 1969 йыл) — Рәсәй ватерполсыһы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры (2000, 2004), донъя һәм Европа чемпионаты призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, хәрәкәтсән һөжүмсе. Дуҫлыҡ ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирек Хәйҙәр улы Зиннуров 1969 йылдың 11 ғинуарында Яҡутск ҡалаһында тыуған. Ҡазандың 8-се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервының махсуслаштырылған спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренеры — В. Горюнов. Симферополь дәүләт университетын тамамлаған (1992).

1994 йылда Волгоград клубы «Лукойл-Спартак» өсөн уйнай башлай, уның составында дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы була (1997, 1999, 2003, 2004) һәм алты тапҡыр Рәсәй кубогын яулай (1998, 2000, 2001, 2002, 2003, 2004).

1995 йылда Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Сидней Олимпия уйындарының көмөш призеры (2000), Афинала Олимпия уйындарының бронза призеры (2004), 1998 йылда Изге ихтыяр уйындары еңеүсеһе (Нью-Йорк), 2001 йылда донъя чемпионатының бронза призеры (Фукуока), 2002 йылда Донъя лигаһының еңеүсеһе (Греция), Донъя Кубогы эйәһе 2002 (Белград), Европа чемпионатының бронза призеры 1997 (Севилья).

2004 йылдан «Синтез» командаһы капитаны була (Ҡазан), уның составында «Len Trophy» (2006—2007), Рәсәй чемпионатының (2007) һәм Рәсәй Кубогын яулай (2005).

2009 йылда спорт карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә.

2009—2010 йылдарҙа «Оргсинтез» бассейны директор була, 2010 йылда «Синтез» клубының (Ҡазан) вице-президенты, 2011 йылдың ғинуар айында — «Синтез» клубының баш тренеры.

Дуҫлыҡ ордены һәм II дәрәжәләге «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә.

2016 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана.

Клубтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй флагы «Лукойл-Спартак» Волгоград ҡалаһы (1994—2004)
  • Рәсәй флагы «Синтез» Ҡазан ҡалаһы (2004—2009)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]