Зиннәтулина Хәнифә Шәкүр ҡыҙы
Хәнифә Шәкүр ҡыҙы Зиннәтуллина | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Вятка губернаһы, Сарапул өйәҙе, Баркеләт ауылы |
Вафат булыу көнө: |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны: |
билдәһеҙ |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: |
әҙәбиәт |
Эшләгән урыны: |
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты |
Ғилми дәрәжәһе: |
филология фәндәре кандидаты |
Уҡыу йорто: |
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты |
Награда һәм премиялары |
Зиннәтулина Хәнифә Шәкүр ҡыҙы (10 декабрь 1911 йыл —?) — ғалим-әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1954), доцент (1956).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәнифә Шәкүр ҡыҙы Зиннәтуллина 1911 йылдың 10 декабрендә Вятка губернаһы Сарапул өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһының Әгерже районы) Баркеләт ауылында тыуған.
Урта мәктәп тамамлағандан һуң, 1928—1932 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Бөрө кантоны Етембәк ауылында, артабан Туймазы районы районы мәктәптәрендә уҡыта.
1937 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1937 йылдан ошо уҡ инстутта (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) эшләй:
- 1937—1951 йылдарҙа — ассистент;
- 1951—1954 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы;
- 1954—1960 йылдарҙа — башҡорт, татар телдәре һәм әҙәбиәттәре кафедраһының мөдире;
- 1960 йылдан — башҡорт әҙәбиәте кафедраһының мөдире[1].
1944—1947 йылдарҙа үҙе эшләгән институт ҡарамағындағы аспирантурала, ә 1953—1954 йылдарҙа Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге донъя әҙәбиәте аспирантураһында уҡый. 1954 йылда «Башҡорт прозаһының үҫеү юлдары» темаһына диссертация яҡлай һәм филология фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. 1956 йылда доцент исемен ала.
1965 йылда Өфө ҡала советына депутат итеп һайлана.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1937 йылдан урта мәктәптәр өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса программалар һәм дәреслектәр төҙөүҙә ҡатнаша. Улар араһында «Башҡорт теле» (IV синыф өсөн; 22 тапҡыр баҫылған), «Тыуған тел» (I синыф өсөн; 20 тапҡыр баҫылған), «Әҙәбиәт» (IX синыф өсөн, Ә. Чанышев менән берлектә; 1950, 1952, 1953), «Башҡорт әҙәбиәте» (IX синыф өсөн; 1959, 1960, 1962, 1964), «Башҡорт әҙәбиәте» (IX синыф өсөн, Ә. И. Харисов менән берлектә; 1966), «Башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматия» (IX синыф өсөн; 1949, 1951, 1954, 1957, 1960, 1962), «Башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматия» (IX синыф өсөн; 1966) һәм авторҙар коллективы нигеҙендә «Башҡорт әҙәбиәте» (IX синыф өсөн; 1960, 1962) һәм башҡалар бар[1].
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зиннәтуллина Х., Чанышев Ә. Әҙәбиәт. Урта мәктәптең IX класы өсөн дәреслек. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1953. — 302 бит.
- Зиннәтуллина Х. Башҡорт әҙәбиәте. Урта мәктәптең IX класы өсөн дәреслек. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1959. — 152 бит.
- Зиннәтуллина Х. Башҡорт әҙәбиәте. Урта мәктәптең IX класы өсөн дәреслек. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1961. — 156 бит.
- Зиннәтуллина Х., Харисов Ә. Башҡорт әҙәбиәте. Урта мәктәптең IX класы өсөн дәреслек. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — 302 бит.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1960)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 10 декабрҙә тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Вятка губернаһында тыуғандар
- Филология фәндәре кандидаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Әгерже районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Башҡорт әҙәбиәте белгестәре