Зиннәтуллин Рифғәт Зиннәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зиннәтуллин Рифғәт Зиннәтулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 15 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бөрө кантоны,Татар Мөнәүезе
Вафат булған көнө 15 ноябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Илеш районы, Татар Мөнәүезе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Зиннәтуллин Рифғәт Зиннәтулла улы (15 декабрь 1928 йыл — 15 ноябрь 2005 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1988 йылдарҙа Илеш районы XXII партсъезд исемендәге колхоздың комплекслы бригадаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рифғәт Зиннәтулла улы Зиннәтуллин 1928 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Татар Мөнәүезе ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1945 йылда Илеш районының «1 Май» колхозда башлай. 1949—1952 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1952 йылдың ноябрендә запасҡа ҡайтарылғандан һуң, Фрунзе исемендәге колхозда эшләй, ферма мөдире була. 1957 йылдың июнендә XXII партсъезд исемендәге колхоздың комплекслы бригадаһы бригадиры итеп тәғәйенләнә.

Рифғәт Зиннәтуллин етәкселегендәге бригада йыл һайын юғары уңыш алыуға өлгәшә. 1964 йылда иген уңышы гектарынан 18,7 центнер тәшкил итә, шәкәр сөгөлдөрө — 253 центнер, картуф — 188 центнер, кукуруз — 302 центнер, 1965 йылда иген уңышы гектарынан — 21,9 центнер, шәкәр сөгөлдөрө — 227 центнер, картуф — 260 центнер, кукуруз 290 центнер була.

1965 йылда дәүләткә иген һатыу планы 154 процентҡа үтәлә. Бер центнер игендең үҙҡиммәте 2,40 һум тәшкил итә, шәкәр сөгөлдөрө — 1,49 һум, картуф — 2,02 һум.

Баҫыусылыҡ продукцияһы менән бер рәттән бригада малсылыҡ продукцияһын һатыу планын да үтәй. 1965 йылда ит һатыу йөкләмәһе 111 процентҡа үтәлә, һөт — 112 процент. Бер һыйырҙан 1848 килограмм һөт һауыла, бер тауыҡтан 117 дана йомортҡа алына.

Бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, башҡа иген һәм мал аҙығы культураларын әҙерләүҙә һәм уларҙы етештереүҙе арттырыуҙы өлгәшкән уңыштары һәм техниканы юғары етештереүсәнлекле итеп ҡулланғаны өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июнендәге Указы менән Рифғәт Зиннәтулла улы Зиннәтуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1989 йылда ул пенсияға сыға. 2005 йылдың 15 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]