Зинченко Александр Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡалып:Футбольная карьера
Футбол
Футбол
Зинченко Александр Владимирович
Информация
Тыуа 15 декабрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (27 йәш)
Радомышль[d], Житомир өлкәһе, Украина
Гражданлығы
Позиция ярымһаҡсы
Клубы
Клубы {{{хәҙерге клубы}}}
Номер 25
Карьера
Йәштәр клубтары

Зинченко Александр Владимирович (укр. Олександр Володимирович Зінченко; 23 декабрь 1996 йыл) — спортсы, Украина футболсыһы, «Манчестер Сити» клубы һәм Украина йыйылма командаһының ярымһаҡсыһы, ҡуртым хоҡуғында Голландияның «ПСВ» клубы өсөн сығыш яһай. Украина йыйылма командаһы тарихындағы голдың иң йәш авторы[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Владимирович Зинченко 1996 йылдың 15 декабрендә Житомир өлкәһенең ҙур булмаған Радомышль ҡалаһында тыуа. Атаһы Владимир Зинченко, элекке футболсы, улының беренсе уҡытыусыһы була. 2004 йылдың 1 сентябрендә һигеҙ йәшендә Александр балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбена алына һәм Радомышль ДЮСШ-һының «Карпатия» командаһы өсөн сығыш яһай башлай, унда һөжүм итеү буйынса матур һәм һөҙөмтәле уйыны менән айрылып тора.

2004 йылдан 2008 йылға тиклем «ДЮСШ-Карпатия» командаһында өлкә ярыштарында — алыштырғыһыҙ еңеүсе, Бөтөн Украина ярыштарында призер була.

Зинченконың беренсе тренеры — Сергей Владимирович Борецкий (һуңынан Радомышла районының футбол федерацияһы башлығы). Ул уға Донецк «Шахтера» уйнау өсөн фарм-клубта ҡарау ойоштора.

Клуб карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиҙҙән 16 йәшлек Александр «Шахтер» составына инә һәм 19 йәшкә тиклемгеләр командаһының капитаны була. Шулай уҡ 17 йәшкәсә Украина йыйылма командаһында саҡырылып, унда 7 матчта уйнай һәм 1 гол индерә. 2014 йылда уйынсы менән Ҡаҙандың "Рубин"ы ҡыҙыҡһына башлай, әммә уның агенттары менән һөйләшеп килешә алмай. Шул йылда Зинченко һәүәҫкәрҙәрҙең "Митино футбол лигаһы"нда[3] уйнап, формаһын юғалтмай. 2015 йылдың 12 февралендә менән «Өфө»[4] менән контракт төҙөй. Премьер-лигала дебюты 2015 йылдың 20 мартында үтә. Унда «Өфө» уступило «Краснодар»ға 0:2 иҫәбе менән еңелә, Александр тәнәфестән һуң алмашҡа сыға һәм 45 минут[5] уйнай. 2015 йылдың 25 июлдә Рәсәй чемпионатының икенсе турында «Ростов» (1:2) клубына ҡаршы уйнағанда беренсе голын индерә.

2015 йыл башында Зинченкоға Рәсәй чемпионатында[6] легионер булып иҫәпләнмәҫ өсөн Рәсәй гражданлығы алырға тәҡдим итәләр. Ләкин ул һуңғараҡ Украина гражданлығына өҫтөнлөк биреп, РФ гражданлығынан баш тарта.

Көйәрмәндәр араһында үткәрелгән һорау алып буйынса июлдә "Өфө"нөң иң яҡшы футболсыһы тип таныла (1021 тауыш, 49,4 %).[7]

2016 йылдың 4 июлендә «Манчестер Сити» клубы менән 5 йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя. Уйынсы менән баш тренер Хосеп Гвардиола[8] шәхсән үҙе ҡыҙыҡһыныу белдерә. Уйынсы ПСВ-ға 2016/17[9] миҙгел һуңына тиклем ҡуртымға бирелә. Голландия командаһы өсөн үҙенең беренсе матчын Александр 8-се турҙа, 55-се минутта алмашҡа сығып үткәрә[10]

Йыйылма командалағы карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 10 октябренндә Зинченко Украина йыйылма командаһына Евро-2016 квалификация раундының йомғаҡлау уйынында Испания йыйылма командаһына ҡаршы уйнау өсөн саҡыртып алына. Ул 88-се минутта алмашҡа сыға һәм Украина йыйылма командаһының иң йәш дебютанттары исемлегенең өсөнсө урынын биләй[11].

2016 йылдың майында Украина йыйылма командаһының баш тренеры Михаил Фоменко Александрҙы Европа чемпионаты 2016-ның[12] финал өлөшөнә бирелгән заявкаға индерә. Украина һәм Румыния йыйылма командаларының 2016 йылдың 29 майындағы иптәштәрсә матчында, 19 йәшлек хавбек икенсе таймда алмашҡа сыға һәм өсөнсө минутында уҡ гол индерә[13]. Был гол Александрға Андрей Шевченконың рекордын уҙып, Украина йыйылма командаһы тарихында иң йәш гол авторы булырға ярҙам итә.

Зинченконың Украина йыйылма командаһы өсөн индергән голдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дата Урын Дәғүәсе Гол Иҫәп Ярыш
1 29 Май 2016 Стадио Олимпико, Турин, Италия Румыния Румыния 2-1 4-3 Иптәштәрсә матч

Сығыштар статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клуб өсөн[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 декабря 2016 года. торошло
Сығыш Чемпионат Кубки Еврокубки Прочие[14] Итого
Клуб Лига Миҙгел Уйындар Голдар Уйындар Голдр Уйындар Голдар Игры Голы Уйындар Голдар
Рәсәй Федерацияһы Өфө РФПЛ 2014/15 7 0 0 0 ? ?
2015/16 24 2 2 0 ? ?
Итого 31 2 2 0 ? ?
Англия Манчестер Сити Премьер-лига 2016/17 0 0 0 0 0 0 3 0 ? ?
Итого 0 0 0 0 0 0 3 0 ? ?
  Нидерланд ПСВ Эредивизи 2016/17 6 0 3 0 2 0 0 0 0 0 ? ?
Итого 6 0 3 0 2 0 0 0 ? ?
Барлығы 37 2 6 0 2 0 3 0 ? ?

Йыйылма команда өсөн[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

16 ноября 2016 торошло
Украина Украина
Год Игры Голы
2015 1 0
2016 10 1
Всего 11 1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Oleksandr Zinchenko // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  2. ТОП-5 лучших несовершеннолетних футболистов Украины
  3. «Очень тяжело с развитием — вся проблема в бетонном поле». 2018 йыл 31 ғинуар архивланған.
  4. история Александра Зинченко
  5. дебютный тайм Александра Зинченко в Премьер-Лиге
  6. Украинский футболист «Уфы» Зинченко получит российское гражданство
  7. Зинченко — лучший футболист «Уфы» в июле по версии болельщиков
  8. «Манчестер Сити» подписал контракт с Зинченко сроком на 5 лет
  9. ПСВ арендовал Зинченко у «Манчестер Сити»
  10. Зинченко дебютировал за ПСВ. «campeones.ua». Дата обращения: 2 октябрь 2016.
  11. Зинченко стал третьим в списке самых юных дебютантов сборной Украины
  12. Сборная Украины: в предварительной заявке — 26 человек; ещё 6 — в резерве 2016 йыл 31 октябрь архивланған.
  13. Информация о матче Румыния-Украина (29.05.2016) на официальном сайте УЕФА. УЕФА (29 май 2016). Дата обращения: 31 май 2016.
  14. Клубные товарищеские, Международный кубок чемпионов

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]