Зирах Аполлоний Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аполлоний Александрович Зирах
Тыуған көнө

1855({{padleft:1855|4|0}})

Тыуған урыны

Быҙаулыҡ ауылы, Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө

20 ноябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Вафат булған урыны

Өфө

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

Фотограф, коллекционер, крайҙы өйрәнеүсе

 Зирах Аполлоний Александрович Викимилектә

Зирах Аполлоний Александрович (1855, Быҙаулыҡ ауылы — 20 ноябрь, 1919 йыл, Өфө ҡалаһы) — Рәсәй фотографы, коллекционеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зирах Аполлоний Александрович 1855 йылда Һамар губернаһы Быҙаулыҡ ауылында тыуған.

Һамар һәм һуңғараҡ Быҙаулыҡ земстволары, Көнбайыш-Себер тимер юлы канцелярия хеҙмәткәре. 1886 йылдан алып 1919 йыл буйына Аполлоний Александрович Өфө ҡалаһында йәшәй, Өфө губерна земство управаһының страховкалау бүлексәһендә, ә 1918 йылдан алып Өфө халыҡ хужалығы Советында, революцион комитетында эшләй.

1919 йылдың яҙында Колчак хакимиәте Зирахты төрмәгә ултырта. Шул уҡ йылдың көҙөндә уны ҡыҙылдар азат итә.

Фотография менән мауығып, ул 1908 йылда Өфө ҡалаһын, уның яҡын-тирәһен, ундағы кешеләрҙе фотоға төшөрә.

Дүрт фотоальбомын (яҡынса 5 мең фотоһүрәтте), ул Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеү музейына мираҫҡа ҡалдыра. Хәҙер улар Башҡортостан Республикаһы Милли музейында һаҡлана. Фотоһүрәттәрҙә ХХ быуаттағы иҫке Өфө, Ағиҙел йылғаһы, ҡала халҡы йылдың төрлө миҙгелендә төшөрөлгән.

1919 йылда Аполлоний Александрович тиф ауырыуынан вафат була. Ул Сергиев зыяратында ерләнгән[1]. Граждандар һуғышы йылдарында зыяраттағы ағас тәреләрҙе утынға таратып алғанда уның ҡәбере урыны юғалып ҡала.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зирах фотоһүрәттәрендә Виденеев паркы (Аксаков паркы) һәм Ушаков паркы (Ленин паркы) баҡсалары, Случевский (Салауат Юлаев) баҡсаһы, Үрге Сауҙа майҙаны, Нестеровтар усадьбаһы, Өфөнөң Губернатор (Совет), Баҡса (Матросов), Фроловка (Туҡаев), Оло Ильинский (Зәки Вәлиди) урамдары; ХХ быуат башындағы Троицк сиркәүе һәм башҡа иҫтәлекле урындар төшөрөлгән. Хәҙерге заманда ҡаланың ул иҫтәлекле урындары һүтелгән, юҡҡа сыҡҡан.

Уның бөтә фотоһүрәттәре лә музейға тапшырылмай ҡалған, уның ҡатыны Т. А. Зирах. Фотоһүрәттәрҙең бер өлөшөн төрлө граждандарға таратып биргән, фотоһүрәттәр шул иҫәптән тыуған яҡты өйрәнеүсе Скачилов Владимир ҡулына ла эләккән. Оҫтаның фотоаппаратураһы һәм бөтә негативтары юғалған. Шулай уҡ уның фотоһүрәттәренең байтаҡ өлөшө лә юғалған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нигматуллина И. В. О фотографе А. А. Зирахе и его уникальной коллекции об Уфе / И. В. Нигматуллина // Старая Уфа. — Уфа, 2007. — С. 217—219.

Черкалихин А. Кудесник светописи / А. Черкалихин // Бельские просторы. — 2005. — № 12. — С. 153—159.

Черкалихин А. Пантеон серебряных теней / А. Черкалихин // Родословная Уфы. — Уфа, 2004. — Кн. 1. — С. 50-59.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]