Злыдников Дмитрий Афанасьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Злыдников Дмитрий Афанасьевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 сентябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Михайловка
Вафат булыу көнө 11 март 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Әлшәй районы, Раевка
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Злыдников Дмитрий Афанасьевич (15 сентябрь 1928 йыл — 11 март 1998 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, 1962—1983 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы «Ленин васыяты» колхозының 2-се комплекслы бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Афанасьевич Злыдников 1928 йылдың 15 сентябрендә БАССР-ҙың Әлшәй районы Михайловка ауылында тыуған. Белеме — башланғыс.

1942 йылда Әлшәй районының Ташлы машина-трактор станцияһында тракторсы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1949 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла. Демобилизацияланғандан һуң 1952 йылда Өфө тимер юлының Раевка станцияһы паровоз депоһында кочегар булып эшләй башлай. 1954 йылдың мартында Ташлы машина-трактор станцияһына эшкә ҡайта. 1958 йылдан — тракторсы, механизациялау буйынса бригадир ярҙамсыһы, 1962 йылдан — Әлшәй районының «Ленин васыяты» колхозы 2-се комплекслы бригадаһы бригадиры.

Д. А. Злыдниковтың комплекслы бригадаһы баҫыусылыҡ һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1962—1965 йылдарҙа иген культураларына бүленгән 1136—1558 гектар майҙанда бригада йыл һайын гектарынан 11,5-тән 16,8 центнерға тиклем иген ала, шул иҫәптән арыш — 15,6-нан 24 центнерға тиклем, бойҙай — 15-тән 15,6 центнерға тиклем, тары — 19-ҙан 22,8 центнерға тиклем.

1964 йылда бер һыйырҙан уртаса һауым 2 138 килограмм һөт тәшкил итә, 1965 йылда — 2 362 килограмм. 1964 йылда бер йомортҡа һалған тауыҡтан 77 йомортҡа алғандар, 1965 йылда — 103 йомортҡа. 1964—1965 йылдарҙа бригада планда ҡаралған 1110 центнер урынына 1 169 центнер ит етештерә, һөттө — планда ҡаралған 8205 центнер урынына 9317 центнер һауа.

Д. А. Злыдников продукция етештереүҙе арзанайтыуға ҙур иғтибар бирә. 1964 йылда бер центнер игендең үҙҡиммәте бригадала 1,90 һум тәшкил итә, дөйөм алғанда колхоз буйынса — 2,49 һум, шәкәр сөгөлдөрө — ярашлы рәүештә 1,64 һум һәм 2,57 һум, ит — 80,10 һум һәм 80,40 һум, һөт — 12,48 һум һәм 13,60 һум.

Бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, башҡа иген һәм мал аҙығы культураларын етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары һәм техниканы юғары етештереүсәнлекле ҡулланғаны өсөн, СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1966 йылдың 23 июнендә Д. А. Злыдниковҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1983 йылда пенсияға сыға.

1998 йылдың 11 мартында Злыдников Дмитрий Афанасьевич вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Д. А. Злыдников иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Герой йәшәгән йортҡа мемориал таҡта ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт геройҙары. /төҙөүсе Р. А. Вәлишин [һ.б.]. — Өфө : Китап, 2011. — 432 б. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Башҡорт энциклопедияһы. Баш мөхәррир Илһамов М. А. т. 3 З-К. 2007. — 672 с. ISBN 978-5-88185-064-7 Башҡорт энциклопедияһы фәнни нәшриәте, Өфө ҡалаһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Каргапольцев Злыдников Дмитрий Афанасьевич. «Герои страны» сайты. 10 июль 2016 тикшерелгән.