Золоев Татарҡан Магомет улы
| Золоев Татарҡан Магомет улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 17 ноябрь 1905 |
| Тыуған урыны | Чикола[d], Рәсәй |
| Вафат булған көнө | 15 июль 1985 (79 йәш) |
| Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
| Һөнәр төрө | ғалим |
| Эшмәкәрлек төрө | геология |
| Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
| Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре кандидаты[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Золоев Татарҡан Магомет улы (17 ноябрь 1905 йыл — 15 июль 1985 йыл) — СССР-ҙың нефтсе-геологы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татарҡан Магомет улы Золоев 1905 йылдың 17 ноябрендә Терек өлкәһе Волын-Магометан ауылында тыуған.
1934 йылда Рәсәй дәүләт нефть һәм газ институтын тамамлай.
Эш урыны: 1929—1934 йылдарҙа — Эхаби промыслаһында өлкән геолог; 1934—1942 йылдарҙа — «Сахалиннефть» тресында баш геолог; 1942—1963 йылдарҙа — «Туймазынефть» тресының баш геологы; 1963—1965 йылдарҙа — Урта Волга совнархозы идаралығының баш геологы; 1965 йыл — ИГиРГИ лабораторияһы мөдире.
Золоев Татарҡан Магомет улы Башҡорт АССР-ында девон нефтен асыуҙа ҡатнаша, контурҙан тыш һыу индереү юлы менән Туймазы ятҡылығында нефть сығарыуҙы арттырыуын үҙләштерә.
1985 йылдың 15 июлендә Мәскәүҙә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — СССР-ҙың көнсығыш райондарында девон нефте ятҡылыҡтарын асыу өсөн
- Ленин ордены (1948)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1954)
- миҙалдар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957)
- СССР-ҙың почетлы нефтсеһе
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Энциклопедия Урала 2016 йыл 9 ноябрь архивланған. 2016 йыл 5 март архивланған.
- 17 ноябрҙә тыуғандар
- 1905 йылда тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- 15 июлдә вафат булғандар
- 1985 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Рәсәй геологтары
- Алфавит буйынса геологтар
- Геология-минералогия фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР-ҙың почётлы нефтселәре
- Алфавит буйынса ғалимдар