Золотов Евгений Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Золотов Евгений Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1954–1991).svg РСФСР
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 30 май 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Тула, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 26 июль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү ҡалаһы, СССР
Балалары Borisz Jevgenyjevics Zolotov[d]
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө математик модель[d] һәм Математика
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Изображение памятной доски

Золотов Евгений Васильевич (29 апрель 1922(19220429) — 26 июль 1990) — совет математигы, техник фәндәр докторы (1962), профессор (1968), СССР фәндәр академияһы академигы (1987).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Е. Золотов 1922 йылдың 29 апрелендә тыуған. 1939 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле уны тамамлай алмай. 1942 йылдың 29 апреленән 1969 йылдың 30 сентябренә тиклем Совет Армияһында. Мәскәү янындағы алыштарҙа ҡатнаша[1].

Һуңынан Ф. Э. Дзержинский исемендәге Хәрби артиллерия академияһына саҡырыла, уны 1944 йылда тамамлай (ҡорал факультеты). Академияны тамамлағандан һуң, 1947 йылдың сентябренән алып хеҙмәте тамамланғанға тиклем Мәскәүҙән Евпаторияға күсерелгән Артиллерия ғәскәрҙәре академияһының зенит артиллерияһы атыу ғилми-тикшеренеү институтында эшләй: ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, бүлек начальнигы, идара начальнигы урынбаҫары. 1955 йылдан КПСС ағзаһы.

1962 йылда институтта беренсе докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Үҙенең эштәре менән илдең һауа һөжүменә ҡаршы оборонаһының зенит ракета ғәскәрен булдырыуға һәм камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә.

1969 йылда инженер-полковник званиеһында демобилизациялана (10.09.1962 тәғәйенләнә), ғилми эшмәкәрлеген Калинин политехник институтында дауам итә. 1970 йылда бында автоматлаштырылған идара итеү системалары кафедраһын булдыра (АСУ)[2].

1968 йылда профессор ғилми дәрәжәһе ала.

1970 йылда СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш ғилми үҙәгенә, төбәктә физика-математика һәм техник профилле ғилми институттар булдырыу һәм үҫтереү өсөн, эшкә саҡырыла. Шул уҡ йылда СССР фәндәр академияһының ағза корреспонденты булып һайлана. 1970 йылдан 1972 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Хабаровск комплекслы ғилми-тикшеренеү институтының ғәмәли математика бүлеген етәкләй. 1972 йылдан 1980 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш ғилми-тикшеренеү үҙәге Президиумы рәйесе урынбаҫары.

1981 йылда Е. В. Золотов Хабаровскиҙа үҙе ойошторған СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш ғилми үҙәгенең Иҫәпләү үҙәге директоры, СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш ғилми үҙәге Президиумы ағзаһы, СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш ғилми-тикшеренеү үҙәгенең физик- математик һәм техник фәндәр советы рәйесе була.

Хабаровскиҙа Е. В. Золотов Көнсығыш медицинаһы өлкәһендә уникаль тикшеренеүселәр коллективын йыя — табиптар, биофизиктар, система аналитиктары, программистар. 1986 йылдан медицина информатикаһы лабораторияһын ойошторғандан һуң (уны медицина фәндәре кандидаты, традицион Ҡытай медицинаһы академияһының почетлы профессоры В. А. Ионичевский етәкләй), Иҫәпләү үҙәге ғалимдары Алыҫ Көнсығышта социаль-мәҙәни, медицина-экологик һәм тарихи-географик процестар буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә.

Уның уҡыусылары араһында 20-нән ашыу профессор була.[3].

1987 йылда Е. В. Золотов СССР Фәндәр академияһының академигы итеп һайлана[4].

Мәскәүҙә вафат була, Тверҙа Дмитрово-Черкасский зыяратында ерләнгән[5].

Төп фәнни йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Системаларҙы математик моделләштереү; системаларҙың һөҙөмтәлелеген баһалауҙың эксперименталь, аналитик һәм машина ысулдары; осраҡлы процестар теорияһының ғәмәли мәсьәләләре.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР-ҙың һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәренең үҙе эшләгән Ғилми тикшеренеү институты-2-лә конструкторлыҡ бюроһын етәкләп, Золотов беренсе ранг капитаны А. С. Попович һәм энтузиастар төркөмө менән бергә үҙ ҡулдары менән ғәҙәти булмаған судно төҙөйҙәр, ул Хәрби-Диңгеҙ Флоты көнөндә курьер поезы тиҙлегендә Волга буйлап елеп үтә.
  • Е. В. Золотов үҙенең баһадир кәүҙәһенә ярашлы күпмелер ваҡыт «Мегатонна» ҡушаматын йөрөтә. Уның менән бер лабораторияла эшләгән Е. С. Ванцель (әҙәби псевдонимы — И. Грекова) быны «За проходной» хикәйәһендә сағылдыра:

«„Мегатонна“ феноменален, огромного роста детина с пудовыми плечами, он весь выпирает из одежды какими-то шишками. Когда он сидит за письменным столом, упираясь в столешницу коленками, кажется, что это не стол вовсе, а какой-то загон в зоопарке, для буйвола, что ли. Он и в науке силён, как буйвол».

И. Грекова. За проходной, Повесть. «Новый мир», 1962.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡтар Дуҫлығы ордены һәм күп миҙалдар менән бүләкләнгән.

Тверҙа мемориаль таҡта

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Академик Е. В. Золотов исемендәге Алыҫ Көнсығыш математика мәктәп-семинары — Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында традицион Бөтә Рәсәй ғилми сара[6].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡатыны — Гоголь Варвара Дмитриева
  • Ҡыҙы — Золотова Ольга Евгеньевна
  • Улы — Золотов Борис Евгеньевич, техник фәндәр кандидаты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Боголюбов А. Н. Математики. Механики: БИОГРАФИЧЕСКИЙ СПРАВОЧНИК/ А. Н. Боголюбов. — Киев: Наукова думка, 1983. — С. 191

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Золотов Е. В., Кузнецов И. П. Расширяющиеся системы активного диалога — М.: Наука, 1982. — 317 с.
  • Золотов Е. В. Численные методы в алгебре и анализе: Сб. науч. тр. — Владивосток: ДВНЦ АН СССР, 1984. — 82 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]