Зорге урамы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зорге урамы
Дондағы Ростов
Фотография
Благода́тная урамы менән киҫешкән ер
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Дондағы Ростов

Район

Совет районы

Оҙонлоғо

~ 2,7 км

картала

OpenStreetMap-та
Яндекс. Картала
Карта Google-да

Зорге урамы (Дондағы Ростов) — Дондағы Ростов ҡалаһының Совет районы биләмәһендә урынлашҡан урам. Коммунистик проспектынан башлана һәм Еременко урамы менән киҫешкән урында тамамлана. Йүнәлеше — көньяҡтан төньяҡҡа, Берҙәмлек урамы менән параллель. Урамда хәрәкәт һыҙаты 2-нән 4-кә тиклем үҙгәрә.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме Советтар Союзы Геройы, совет разведчигы Рихард Зорге хөрмәтенә ҡушылған.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш торлаҡ массивының магистраль урамы булып тора. 26, 67, 71, 94, 96-сы маршрут автобустары, шулай уҡ күп һанда маршрут таксиҙары хәрәкәте ойошторолған.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йоп яғында башлыса төрлө һандағы ҡатлы, Көньяҡ Федераль Университет ятаҡтарын да индереп, торлаҡ йорттар, шулай уҡ йәмәғәт-көнкүреш тәғәйенләнешендәге биналар ҙа бар. Таҡ яғында, торлаҡ йорттарҙан тыш, Г. Плевен исемендәге парк, Көньяҡ Федераль Университет факультеттары, Привоз баҙары, университеттың студенттар ҡаласығы яңы төҙөлөштәре, Талер сауҙа үҙәге урынлашҡан.

Иғтибарға лайыҡ объекттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Совет районы хакимиәте[1]
  • Г. Плевен исемендәге парк
  • Көньяҡ Федераль Университет факультеттарының һәм студенттар ҡаласығының бер өлөшө

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]