Зотов Виктор Никифорович
Виктор Никифорович Зотов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Баҡалы ауылы, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы) |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Өфө ҡалаһы, Башҡортостан |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Педагог |
Наградалары һәм премиялары | |
Зотов Виктор Никифорович (25 май 1925 йыл — 16 июль 1996 йыл) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия майоры (1953). Уҡсылар дивизияһының айырым миномёт полкы миномётсыһы. Дан ордендарының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Никифорович Зотов 1925 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы) Баҡалы ауылында тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған 1941 йылда ул үҙ ауылы мәктәбенең VII синыфын тамамлап, фронтҡа киткән ир-егеттәрҙе колхоз эшендә алмаштыра. 1942 йылдың 10 декабрендә ун ете йәше менән барған егет үҙе теләп фронтҡа китә. Дала, 1-се, 2-се, 3-сө Украина фронттарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяҡтарын ныҡ терәп һуғыша. Пулемет расчеты командиры һәм уның һуғышсылары Ингулец, Буг, Днепр, Висла йылғаларын сыҡҡанда пехотаға әүҙем ярҙамлаша. Яугир һуғыш тарихында киң билдәле Сандомир плацдармында гитлерсыларҙы йән асыуы менән туҡмай һәм дөмөктөрә, Европаның күп илдәрен һуғышып үтә, Одер, Нейсе, Шпрее, Эльба йылғаларын дошманға ҡаршы алышып кисә, Бөйөк Еңеүҙе Влтавала ҡаршылай, һуғыш шарттарында шулай килеп сыға: батыр яугир Дан ордендары менән өс кенә түгел, ә дүрт мәртәбә бүләкләнә: уның III дәрәжәлеһе — икәү, II һәм I дәрәжәлеләре — берәр. Ҡаһармандың йәнә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, биш хәрби миҙалы ла бар.
1945 йылдың сентябрендә гвардия өлкән сержанты В. Н. Зотов Мәскәүҙә хәрби-сәйәси училищеға уҡырға инә. Уны бөтөрөп сыҡҡас, рота командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
1956 йылда Виктор Никифорович Баҡалыға ҡайтып, Октябрьский ҡала халыҡ мәғарифы мөдиренең саҡырыуы буйынса, 8-се урта мәктәп директоры булып урынлаша. Бында ул оҫтахана төҙөүгә, тәжрибә баҡсаһы булдырыуға һәм башҡа файҙалы эштәр ойоштороуға ҙур иғтибар бирә.
Артабан тәжрибәле педагог һәм етәксе В. Н. Зотов 6-сы урта мәктәпкә директор итеп күсерелә. Был мәктәп тә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡытыу-тәрбиә эшендә матур уңыштарға ирешә. Шунан ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге Виктор Никифоровичты йәнә бер мәктәпкә директор итеп ҡуйырға уйлай, ләкин шул саҡта яугир педагогтың яҙмышына республика Халыҡ мәғарифы министрлығы килеп ҡушыла. Тәжрибәле һәм һәләтле педагог Өфө эргәһендәге Некрасовка ауылы һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Яңы директор көн тип тормой, төн тип тормай, ал-ял белмәйенсә эшләй, мәктәптең уҡытыутәрбиә эшенә яңы һулыш бирә.
1980—1986 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 43-сө һәм 46-сы урта мәктәптәре директоры булып эшләй. Ул уҡытыусылар коллективының тынғыһыҙ етәксеһе, уны ижади эштәргә рухландырыусы, файҙалы эштәргә башланғыс биреүсе булып таныла.
Уҡытыу-тәрбиә эшендә һәм мәктәп коллективтарына етәкселек итеүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Виктор Никифорович Зотов 1976 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», 1975 йылда «Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Виктор Никифорович Зотов — Дан ордендарының тулы кавалеры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм хәрби миҙалдар эйәһе, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары алған педагог.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зотов Виктор Никифорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 май 2019)
- 25 майҙа тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Баҡалы районында тыуғандар
- 16 июлдә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Дан ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары
- Дан орденының тулы кавалерҙары (Башҡортостан)