Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зубай Утягулов битенән йүнәлтелде)
Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы
Тыуған ваҡыты

15 сентябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе [1]Баҡый ауылы

Үлгән ваҡыты

15 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (29 йәш)

Вафат урыны

Ростов өлкәһе) Тарасов районы Донской ҡасабаһы (Красновка ст. янында)

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1942—1943

Хәрби звание
Рядовой
Рядовой
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены
Связи

Ликунов Иван Сергеевич; Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы

Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы (15 сентябрь 1913 йыл — 15 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия ҡыҙылармеецы. Һуғышҡа тиклем — уҡытыусы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөбәй Төхвәт улы Үтәғолов 1913 йылдың 15 сентябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Баҡый ауылында крәҫтиән ғаиләһендә[1] тыуған. Маҡар районының Маҡар ауылында икенсе баҫҡыс мәктәбендә уҡый (һуңынан белем усағы беренсе баҫҡыс мәктәп менән ҡушылып, Маҡар урта мәктәбе булып китә). Мәктәптән һуң Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә һәм унда Һәҙиә Дәүләтшина, Ғәлимов Сәләм, Хәниф Кәрим кеүек буласаҡ билдәле яҙыусылар, шағирҙар менән бергә юғары һөнәри белем ала. «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең беренсе ҡарлуғасы[2]. Институтты тамамлағас, Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан уны Мәләүез районының Юлдаш урта мәктәбе директоры итеп күсерәләр[3].

Батырлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөбәй Үтәғолов бюсы.
Белорет ҡалаһы.

1942 йылдың авгусында Мәләүез военкоматынан Ҡыҙыл Армияға алына, шул уҡ йылдың ноябренән башлап Көньяҡ-Көнбайыш фронтында хеҙмəт итə.

Ҡыҙылармеец Зөбәй Үтәғолов 1943 йылдың 15 ғинуарында Дон тимер юлы ҡасабаһы (хәҙер Ростов өлкәһенең Тарасов районы, Красновка станцияһы) өсөн барған алыштарҙа айырылып айырылып тора. Тиңһеҙ алышта башҡа яугирҙар менән бергә батырҙарса һәләк була[4]. Красновка станцияһында туғандар ҡәберлегендә ерләнә[5].

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1943 йылдың 31 мартында бирелә.

Шағир Хәниф Кәрим һабаҡташына «Хәтерләү» тигән шиғырын бағышлаған. Унда шундай юлдар бар:

Автоматын тотҡан килеш

Атлай Зөбәй мәңгелеккә,

Әйтә һымаҡ,

Әй, дуҫтарым,

Яуҙа ҡурҡыу белмәнек беҙ,

Уттарҙа ла янманыҡ беҙ,

Үлгәндә лә үлмәнек беҙ...[6]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2013 йылда Белорет районы хакимиәте башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн Зөбәй Үтәғолов исемендәге премия булдырған.
  • Арҡауыл урта мәктәбенә Зөбәй Үтәғоловҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[9].
  • Маҡар урта мәктәбе стенаһына Ж. Ғ. Кейекбаев менән З. Т. Үтәғоловҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Белорет ҡалаһында Геройға бюст ҡуйылған.
  • Красновка станцияһы перроны эргәһендә 13 Герой һәйкәле тора.
  • Мәскәүҙә, Ҡораллы Көстәрҙең Үҙәк музейында «Красновканың 13 Геройы» стенды йыһазландырылған[10].
  • Ишембай районының Маҡар мәктәбендә экспозиция бар[11].
  • Мәләүез районының Юлдаш урта мәктәбенә З. Т. Үтәғоловҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[12].

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы
  2. 100-летию башкирского поэта Зубая Утягулова посвящается(недоступная ссылка)
  3. «Земля салаватская, земля батыра», Уфа, «Гилем», 2010
  4. Сайт Герой страны
  5. ОБД Мемориал|261234088
  6. Үлгәндә лә үлмәнек беҙ[1]
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 31 марта 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 9 апреля (№ 14 (220)). — С. 1
  9. МОУ школа села Аркаулово 2010 йыл 18 ғинуар архивланған..
  10. Подвиг Тринадцати Героев Красновки 2014 йыл 2 март архивланған..
  11. Персональный сайт. Краеведение.
  12. Утягулов Зубай Тухватович 2017 йыл 18 ғинуар архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Ж. Кейекбаев. Зөбәй Үтәғолов. — Өфө: Башгосиздат, 1944. — 47 с.
  • Ғиниәт Ҡунафин “Замандарҙың рухи балҡышы”. Өфө. “Китап”, 2006 йыл, 42-се бит.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]