Зубкова Антонина Леонтьевна
Антонина Леонтьевна Зубкова | |||||||||||
Ҡушаматы |
«Зубок» | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты | |||||||||||
Тыуған урыны |
Рязань губернаһы, Ряжский өйәҙе, Семион ауылы (хәҙер РСФСР | ||||||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||||||
Вафат урыны |
Мәскәү, СССР | ||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||||
Ғәскәр төрө |
Хәрби-Һауа Көстәре (ВВС) | ||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||||||||||
Хәрби звание | Гвардия капитаны | ||||||||||
Вазифа |
звено штурманы, эскадрилья штурманы | ||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
| ||||||||||
Связи |
курсташтары: | ||||||||||
Отставкала |
МДУ механика-математика факультеты аспиранты; |
Зубкова Антонина Леонтьевна (12 октябрь 1920 йыл — 13 ноябрь 1950 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, бомбардировка авиация полкы штурманы, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антонина Леонтьевна Зубкова 1920 йылдың 20 октябрендә] Рязань губернаһы (хәҙер — Рәсәй Федерацияһы Рязань өлкәһе, Кораблинский районы) Ряжский өйәҙе Семион ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте урыҫ.
Урта мәктәпте алтын миҙал менән тамамлағандан һуң, 1938 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына имтиханһыҙ уҡырға инә. Университетта уҡыу төркөмө комсоргы була[1]. Яҡын киләсәктә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, билдәлек аласаҡ лётчик ҡатын-ҡыҙҙар Евдокия Пасько, Евгения Руднева һәм Екатерина Рябова менән бер курста уҡый.
1941 йылдың июнендә Антонина Зубкова университеттың өсөнсө курсын тамамлап, башҡа студенттар менән бергә имтихан биреп йөрөгән була. Курсташтары әйтеүенсә, һуғыш башланған дәүерҙә иптәштәренә өндәшеп, имтихандарға әҙерләнеүҙе өҙмәҫкә кәңәш итә: «Беҙҙең еңеүгә индерәсәк тәүге өлөшөбөҙ — был беҙҙең яҡшы баһаларыбыҙ»[1]. Әммә һуңғараҡ ошо осорҙо иҫенә төшөрөп, былай тигән: «Илебеҙгә көтөлмәгәндә ябырылған һынау менән сағыштырғанда, интегралдар сисеү, Эйлер һәм Кошиҙы уҡыу нисектер кәрәкмәгән һәм мәғәнәһеҙ һымаҡ тойола ине»[2].
Сессияларын тапшырғандан һуң, ВЛКСМ Үҙәк Комитетына һәм хәрби комиссариатҡа, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашырға теләк белдереп, ғариза яҙа, әммә уны үҙ ирке менән ҡабул итеүҙе кире ҡағалар[1]. 1941 йылдың йәйендә Мәскәү эргәһендәге хеҙмәт фронты эшендә ҡатнаша. Бынан һуң Мәскәүгә ҡайтҡас, яндырғыс бомбаларҙы һүндереүсе бригадала эшләй. Шулай уҡ Мәскәү янында оборона нығытмаларын төҙөүҙә ҡатнаша[1][2].
1941 йылдың сентябрендә Антонина Зубкова шөғөлөн Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында уҡыуын дауам итеү менән бер рәттән, пулемёт һәм шәфҡәт туташтары курстарында ла шөғөлләнә. 1941 йылдың 8 октябрендә гәзиттәр ВЛКСМ Үҙәк Комитетының комсомолкаларҙы үҙ иректәре менән армияға йыйыу тураһында саҡырыуҙар баҫтырып сығара. Шунан һуң үҙенең һигеҙ курсташ ҡыҙҙары менән бергә доброволец булып армияға яҙылалар. Энгельс хәрби осоусылар мәктәбе эргәһендә штурмандар курсын тамамлай. 1942 йылдың декабрендә уҡып сығалар. Бүлеү буйынса Марина Раскова командалыҡ иткән 587-се Борисов бомбардировка авиация полкына (һуңыраҡ 5-се гвардия бомбардировка авиация корпусының 4-се гвардия бомбардировка авиация дивизияһы 125-се гвардия пикелау-бомбардировка авиация полкы тип атала) эләгә. Әммә, уның командиры Марина Раскова тиҙҙән (1943 йылдың 6 ғинуарында) һәләк була.
1943 йылдың апреленән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша, полк эскадрильяһы штурманы. Был полк составында Сталинград оборонаһында, Кубанда зәңгәр линияны өҙөү һуғыштарында (һуғыштың был осоронда беренсе Ҡыҙыл йондоҙ ордены[3] менән бүләкләнә), аҙаҡ Ҡырымда ҡатнаша. Артабан полк Көнбайыш фронтҡа уҡтала һәм Белоруссия, Балтика буйында һәм Көнсығыш Пруссияла һөжүм алып бара.
1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Антонин Зубкова һуғыштың бөтә осорҙарында ла Надежда Федутенко менән ҡуша оса. Федутенко уның хаҡта былай тип әйтә: «Һеҙ уға шундай бәләкәй тип ҡарамағыҙ. Фашистарҙың кәрәген бирә генә. Ул бомбаға бик яҡшы тота»[4] (Антонина Зубкова буйға ҙур булмаған һәм хатта шуның арҡаһында үҙ ирке менән һуғышҡа алмай ҡуйырҙар тип, ҡурҡып та йөрөгән).
1945 йылдың майына 56 осош[5] (башҡа сығанаҡтар буйынса — Пе-2 пикелау бомбардировщигында 68 осош яһаған[1], дошмандың 3 хәрби ҡоралдар боеприпас келәтен шартлата һәм дошман өҫтөнә 50 000 кг бомба ырғыта. Фронт көндәлегенә бөтә осоштарын теркәп барған. Тәүге хәрби осошонан һуң үҙенең көндәлегенә: «Ғәфү ит мине, һөйөклө Ерем. Мин һинең өҫтөңә бомба ташлармын, әммә был беҙҙең икебеҙ өсөн дә кәрәк… Тик ҡанһыҙ килмешәктәр генә юлдарҙан юҡҡа сыҡһын»[4]. Һуғыш ваҡытында полкта сәйәси дәрестәр үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша[2].
Командование заданиеларын яҡшы үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы өсөн, Зубкова Антонинаға 1945 йылдың 18 авгусында «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
1945 йылдың сентябренән гвардия капитаны Зубкова запасҡа сыға һәм университетта уҡыуын дауам итә. 1948 йылда МДУ мехматын тамамлай һәм аспирантураға уҡырға инә. Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһында уҡытыусы булып эшләй. Дуҫтары уның тураһында, бик һәләтле кеше ине, билдәле ғалим булыр ине, тигән фекер әйтәләр.
Мәскәүҙә йәшәй. 1950 йылдың 13 ноябрендә[6], үҙ-үҙенә ҡул һалып, яҡты донъянан китә. Ваганьковский зыяратында ерләнә.
«Яугир булараҡ Тыуған иле өсөн ул күп эшләне. Фән йәһәтенән дә күп эшләй алырлыҡ ине», — ти уны ерләгәндә МДУ профессоры В. В. Голубев.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. Л. Зубкова исемен йөрөтә[1]:
- Рязань ҡалаһындағы урам;
- Кораблинолағы урам;
- балыҡ тотоу судноһы.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алтын Йондоҙ» миҙалы.
- Ленин ордены.
- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Зубкова Антонина Леонтьевна на сайте Красные соколы.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 По велению долга, на сайте Роль женщины в Великой Отечественной войне.
- ↑ Приказ № 24 по 2-му бомбардировочному авивционному корпусу от 18 июня 1943 года
- ↑ 4,0 4,1 «Сохранённая память» (улицы, названные именами героев-рязанцев)(недоступная ссылка)
- ↑ Зубкова Антонина Леонтьевна . «Герои страны» сайты.
- ↑ В начале 1950-х годов покончила с собой аспирантка факультета Тоня Зубкова, бросившаяся под поезд в Люберцах.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зубкова Антонина Леонтьевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 558. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в Российская книжная палата. 87-95382.
- Мигунова Е. По велению долга // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зубкова Антонина Леонтьевна . «Герои страны» сайты.
- «Вести» Рязани об Антонине Зубковой 2014 йыл 13 декабрь архивланған..
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 12 октябрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 13 ноябрҙә вафат булғандар
- 1950 йылда вафат булғандар
- СССР хәрби осоусылары
- СССР офицерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Үҙен үлтереүселәр
- Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы уҡытыусылары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Ҡатын-ҡыҙ авиаторҙар
- Бөйөк Ватан һуғышы авиация штурмандары
- Мәскәүҙә вафат булғандар