Зыбелин Семён Герасимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зыбелин Семён Герасимович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 25 август (5 сентябрь) 1735
Вафат булған көнө 26 апрель (8 май) 1802 (66 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Лазаревское кладбище[d]
Бер туғандары Антоний (Герасимов-Зыбелин)[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө табип
Эшмәкәрлек төрө Медицина
Уҡыу йорто Мәскәү император университеты[d]

Семён Герасимович Зыбелин (25 август [5 сентябрь173526 апрель [8 май1802, Мәскәү) — Рәсәй медигы, Мәскәү университетында медицина буйынса беренсе рус профессорҙарының береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зыбелин Семён Герасимович башланғыс белемде Славян-грек-латин академияһында ала. Мәскәү дәүләт университетына 1755 йылда асылған ваҡытында уҡ инә, философия, филология һәм юридик фәндәрҙе өйрәнә. Университетта уҡып, шул уҡ ваҡытта университет гимназияһында латин теленән уҡыта. Университетта профессор Поповскийҙа латин һәм рус теле буйынса, профессор Барсовта геометрия һәм арифметика буйынса, логика, философия һәм метафизика буйынса профессор Фромманда һәм тәбиғи, дөйөм халыҡ, рим хоҡуғы, дөйөм тарих буйынса профессор Дильтейҙа лекциялар тыңлай.

1758 йылда сит илгә медицинаны өйрәнеү өсөн ебәрелә. Башта Кёнигсбергта; 1763 йылдан Лейденда уҡый, унда 1764 йылда «De saponibus medicis nativis ex triplici regno naturae petitis» темаһына диссертация яҡлай һәм медицина докторы дәрәжәһен ала.

1765 йылда Рәсәйгә ҡайтыу менән Мәскәү университетының теоретик медицина кафедраһында экстраординар профессор вазифаһын ала. 1768 йылда ординар профессор вазифаһына тәғәйенләнә. Унда төрлө медицина предметтарынан лекциялар уҡый һәм иң яҡшы лектор булараҡ билдәле була. Уҡытыуҙы рус телендә алып барып, (ҡабул ителгән латин телендә түгел), Зыбелин табип фәне өсөн дөрөҫ һәм теүәл телде булдырыуға булышлыҡ итә. Ул лекцияларҙа тәжрибәләр күрһәтеүҙе индерә. 1771 йылда Мәскәүҙә чума эпидемияһы менән көрәш ойоштороусыларҙың береһе була. 1784 йылдың 21 мартында Рәсәй академияһы ағзаһы итеп һайлана.

15 йыл дауамында университет дауаханаһында түләүһеҙ табип булып тора; университетҡа үҙенең китапханаһын ҡалдырырға васыят итә, ул Физика-медицина йәмғиәтенә тапшырыла[1].

Ул ҡәбер ташында эпитафия соҡоп яҙылған:[2]

«

По сердцу и уму се истинный мудрец,
Он славы не искал, но был наук красою,
Любовь ко ближнему была его душою;
Из тихих дней его она сплела венец
Для муз отечества, который не увянет, -
Зыбелин вечно жить своею пользой станет

»

  Семег Зыбелиндың ҡустыһы Алексей Герасимович Зыбелин Ҡазан архиепискобы булған.

1954 йылда Мәскәүҙә уның һайланма әҫәрҙәре нәшер ителгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. К сожалению, библиотека эта погибла в пожаре 1812 года.
  2. Коростелёв Н. Б. Эпитафии российским врачам // Московский журнал. — 2009. — № 9.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]