Зыя (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Зыя — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зыя исеме ғәрәп теленән нур, яҡтылыҡ тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нуриев Зыя Нурый улы (21 март 1915 йыл — 19 октябрь 2012 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, СССР-ҙың 4—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1961—1986), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Иҡтисад фәндәре кандидаты (1966).

Зыя Өммәти (18851943) — ХХ быуат башында ижад иткән башҡорт яҙыусыһы, уҡытыусы.

Хәлилов Зыя Ишбулды улы (13 июнь 1953 йыл — 10 апрель 2009 йыл) — ҡурайсы, йырсы; башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ яһау оҫтаһы; Рәсәй, республика күргәҙмәләре һәм конкурстарында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1986). Ҡурайсылар Союзы ағзаһы (1999).

Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ (Зыя Ураҙов; 1904—1967) — Төркиә уҡытыусыһы, профессор.

Сәфәрғәлиев Зыя Сәфәрғәли улы (рус. Сафаргалиев Зия Сафаргалиевич 21 сентябрь 1913 йыл — 21 апрель 1990 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945)

Бәширов Зыя Әхмәт улы (26 сентябрь (8 октябрь) 1910 йыл — 28 декабрь 1976 йыл, Силәбе) — сәйәси эшмәкәр, пропагандист, отставкалағы полковник.

Әминев Зыя Әсҡәт улы (9 ноябрь 1914 йыл — 12 март 1969 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1939—1947 йылдарҙа Бөрө уҡытыусылар институтында уҡытыусы, СССР тарихы кафедраһы мөдире, институт директоры урынбаҫары. 1950—1965 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм Башҡорт дәүләт университетының СССР тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1968).

Зыя Бажаев — Рәсәй бизнесмены, «Альянс» компанияһын ойоштороусы.

Зыя Буниятов — совет һәм әзербайжан ғалимы, шәрҡиәтсе, Әзербайжан Фәндәр академияһы академигы, Советтар Союзы Геройы.

Зыя Гёкальп — билдәле төрөк яҙыусыһы, шағир, ғалим-социолог һәм сәйәси эшмәкәр.

Зыя Самеди — уйғур яҙыусыһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ