Зәбиров Баҡый Зариф улы
Уҡыу көйләүҙәре
Зәбиров Баҡый Зариф улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1910 |
Тыуған урыны | Өфө, Рәсәй империяһы |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Зәбиров Баҡый Зариф улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты[1][2][3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәбиров Баҡый Зариф улы 1910 йылда Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында тыуған[1][3]. Ҡыҙыл Армияға 1942 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһының Жданов район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[3]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148‑се гвардия артиллерия-миномет полкында өлкән писарь булып хеҙмәт итә[2]
1943 йылдың 22 сентябрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), 1944 йылдың 28 июлендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1945 йылдың 12 апрелендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), 1945 йылдың 16 июнендә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы, ә 1985 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы юбилей ордены менән бүләкләнә[1][2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1943),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944),
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1945),
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945),
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Память народа. Забиров Бакей Зарифович
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Шаймуратовцы. ЗАБИРОВ Бакей Зарифович
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Забиров Бакей 2021 йыл 25 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Забиров Бакей Зарифович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ЗАБИРОВ Бакей Зарифович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Забиров Бакей 2021 йыл 25 июнь архивланған.