Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Зәйет, Ҡыҙыл Еҙем ауыл Советы (Архангель районы), Архангел районы
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы (1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнгән[1][2]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы 1906 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҫынды ауыл Советы Зәйет ауылында тыуған[3]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылда Архангел район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкында ат тотоусы булып хеҙмәт итә[1][2].

1944 йылдың 10 июнендә һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнә (приказ №: 25/н 10.06.1944 йыл)[1][2]. Ул шулай уҡ «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945), «Берлинды алған өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән[3].

«Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған награда ҡағыҙында Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы тураһында былай тип яҙыла:

« «Хужалыҡ взводы ат тотоусыһы гвардия рядовойы Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улын, һуғыш шарттарында, насар юлдар менән иҫәпләшмәйенсә, алғы һыҙыҡҡа ваҡытында һәм тиҙ аҙыҡ алып барғаны өсөн, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләргә[1] »

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944),
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945),
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы,
  • «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы,
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]