Зәйтүнә Разан
| Зәйтүнә Разан | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 29 апрель 1977 (48 йәш) |
| Тыуған урыны | Сүриә |
| Дата исчезновения человека | 9 декабрь 2013[3] |
| Хәләл ефете | Wael Hamada[d] |
| Һөнәр төрө | журналист, адвокат, хоҡуҡ яҡлаусы, юрист |
| Эшмәкәрлек төрө | Хоҡуҡ[2], Кеше хоҡуҡтары[2], гражданский активизм[d][2], civic engagement[d][2], политическая деятельность[d][2] һәм журналистика[2] |
| Ойошма ағзаһы | Center for Documentation of Violations in Syria[d] һәм Syrian Writers Association[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
| Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 6431 |
Разан Зәйтүнә (рус. Зейтуне, Разан; ғәр. رزان زيتونة; 29 апрель 1977) — журналист, Сүриә хоҡуҡ һаҡлаусы һәм граждандар активисы. Сүриә ихтилалында ҡатнашыусы. Сүриә хөкүмәте уны сит ил агенты тип иғлан иткәндән һуң подпольеға китергә мәжбүр була, ә уның ире ҡулға алына джихадистар тарафынан урланған һәм үлтерелгән тип фаразлана.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1999 йылда юридик белем алғас, 2001 йылда Разан Зәйтунә адвокат булып эшләй башлай. 2001 йылдан ул сәйәси тотҡондарҙың хоҡуҡтарын яҡлаған юристар командаһы ағзаһы булып тора. Шул уҡ ваҡытта Зәйтүнә Сүриәлә кеше хоҡуҡтары Ассоциацияһына (HRAS) нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. 2005 йылда Разан Зәйтунә Сүриә хоҡуҡ һаҡлау мәғлүмәт каналына (SHRIL) нигеҙ һала, уның ярҙамында ул Сүриәлә.кеше хоҡуҡтары боҙолоу тураһында хәбәр итә. Шул уҡ йылдан Разан Зәйтүнә Сүриәләге сәйәси тотҡондарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса Комитеттың әүҙем ағзаһы булып тора. Үҙенең хәүефһеҙлегенә даими янауҙарға ҡарамаҫтан, Зәйтунә Асад Башар режимының ризаһыҙлыҡты аяуһыҙ ҡыҫырыҡлауына ҡаршы сығыш яһауын һәм Сүриәлә кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙарҙы документлаштырыуын дауам итә[4].
2013 йылдың декабрендә Сүриәләге оппозиция сайттары Зәйтүнәнең ире Вәил Хәмәд һәм ике коллегаһы (Самира Хәлил һәм Назем Хәмәди) менән бергә Димәшҡтан (Дамасктан) төньяҡҡа ҡарай оппозиция контроле аҫтындағы Дума ҡалаһынан урлап алып китеүҙәре тураһында хәбәр итә[5]. 2020 йылда Көнсығыш Гутаның Думанан көньяҡтараҡ урынлашҡан Әл-Аб тораҡ пунктында юғалған активист Разан Зәйтунаның кәүҙәһе табылған. Ул атып үлтерелгән: баш һөйәге атылған, ҡулдарын артына бәйләнгән. Журналистың урланыуы артында Идлибта йәшәгән иордан сығышлы фәләстин Абу Тураб әл-Урдуни тора, ул ХТШ (Хайят Тахрир аш-Шам; ғәр. هيئة تحرير الشام) — Сүриәләге граждандар һуғышында Сүриә оппозицияһы яғында ҡатнашҡан сөнни ислам ойошмаһының[6] өлкән ялан командирҙарының береһе[7]. Зайтүнәнең Сүриәлә революцион лидер һәм активист булараҡ мираҫы башҡаларҙы ла дөрөҫлөктө яҡларға һәм Сүриә халҡының яҡшы киләсәге өсөн көрәшергә илһамландырыуын дауам итә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 27 октябрендә Сахаров исемендәге премияны "фекер азатлығы өсөн", уны дүрт башҡа ғәрәп вәкиле менән бүлешә[4].
Шулай уҡ 2011 йылда Анна Политковская премияһына лайыҡ була[4].
2013 йылда Разан Зәйтүнә АҠШ-тың дәүләт секретары тарафынан тапшырылған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар батырлығы өсөн премияға лайыҡ була[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.nytimes.com/2011/04/13/world/middleeast/13syria.html
- 1 2 3 4 5 6 7 Zajtūnaẗ, Razān // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://mabisir.wordpress.com/tag/wael-hamada/
- 1 2 3 4 Сирия: Разан Зайтуна и трое ее коллег должны быть освобождены целыми и невредимыми. 5 февраль 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Я скучаю по моей маме…». Более пятидесяти журналистов по всему миру находятся в заложниках (31 ғинуар 2024). 5 ғинуар 2025 тикшерелгән.
- ↑ ХТШ бер нисә илдә, шул иҫәптән АҠШ-та, Төркиәлә, Рәсәйҙә террористик ойошма тип танылған
- ↑ Зейтуне Разан. 5 февраль 2025 тикшерелгән.