Зәйтүн майы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Итальян зәйтүн майы

Зәйтүн майы — зәйтүн ағасының емештәренән һығып алынған үҫемлек майы лат. Olea europaea. Олеин кислотаһы эфиры менән майлы кислоталарҙың триглицериды ҡушылмаһынан хасил. Сортына ҡарап, һарғылт төҫтән башлап, ҡуйы йәшел төҫтә булыуы мөмкин. Тәме әскелт. Иреү температураһы 7-10 °C[1].

Греция, Италия һәм Испанияла милли ризыҡҡа һанала. Антик замандарҙан бирле урта диңгеҙ диетаһының айырылмаҫ бер өлөшө. Уның менән ҡорамдарҙы һәм мәсеттәрҙе таҙарталар. Шулай уҡ христиан һәм иудей диндәренең йолаларын үтәгәндә лә ҡулланалар.

Клазомена (Иония) — иң боронғо май һығыу урыны. Зәйтүн ағасы ҡырағай хәлдә Урта диңгеҙҙән төньяҡ-көнсығышҡа табан, Кесе Азияғаса осрай. Ҡасан һәм ҡайҙа иң башлап баҡса ағасына әйләндереүҙәре бәхәсле һорау. Әммә миноя цивилизацияһының сәскә атауы уның менән бәйле икәне мәғлүм[2]. Крит утрауында табылған зәйтүн майы өсөн махсус һауыттар (прото-амфоралар) беҙҙең эраға тиклем 4-се меңйыллыҡ уртаһына ҡарай.

Боронғо Египет зәйтүн майын Криттан һәм Ханаандан һатып алған. Был турала мәғлүмәт Эбланың архив документтарында (б.э. тиклем 3-сө меңйыллыҡ уртаһы) теркәлгән. Май ашарға аҙыҡ итеп кенә түгел, һабын эшләү өсөн һәм дини йолалар үтәү (май шәмдәре) өсөн ҡулланыла. Беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта зәйтүн майын финикийҙар Карфагендан Испания ярҙарына, ә боронғо гректар — Италияға ташый. Латинса исеме (oleum) боронғо грек теленән үҙләштерелгән.

Зәйтүн ағасы — гректарҙың милли ағасы[3]. Был үҫемлекте Аҫина (Афина Паллада) уйлап тапҡан тип һанала. Аҫина ҡалаһының исеме, риүәйәт буйынса, ошо алланың исеменән алынған. Аттикала йәшәүселәр уны тоҙ сығанаҡтары менән ылыҡтырырға маташыусы Посейдондан өҫтөн күрәләр[4]. Зәйтүн майының (лаҙи) дауалау үҙенсәлектәрен Гиппократ та таныған. Был май менән бөтә эллин атлеттары ыуынған. Плиний, Италиянан килтерелгән майҙы өҫтөнөрәк күргән, тиҙәр. Француз Пьер-Жозеф Аморё «Traité de l’olivier» исемле китабында (Монпелье, 1784) зәйтүн ағасы һәм майы тарихы, май һығыу ысулдары тураһында тәжрибәләрҙе туплай һәм дөйөмләштерә. Хәҙерге заманда был ризыҡ тураһында мәғлүмәт Франция, Испания, Греция һәм башҡа Урта диңгеҙ буйындағы илдәрҙең махсус музейҙарында һаҡлана.

Таралыу даирәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылда донъя буйынса зәйтүн майының 44 % -ы Испанияла, күберәген — Андалусияның көньяҡ провинцияһында етештерелә[5]. «Мин һинең мөғжизәңде беләм, зәйтүн, һин донъя өсөн ерҙең ҡанын һурып сығараһың», — тип яҙған ине испан шағиры Федерико Гарсия Лорка. Италия етештергән майҙың төп өлөшөн үҙе тотона, шулай уҡ башҡа илдәрҙән дә һатып ала. Греция — зәйтүн майын етештереүсе өс илдең береһе һанала. Гректар уны итальян һәм испандарға ҡарата күберәк ҡуллана — кеше башына йылына 20 литр[6]. Европанан тыш, зәйтүн майын Сүриә һәм Марокко етештерә[7].

Зәйтүн майы буйынса Халыҡ-ара кәңәшмәнең (IOC) Мадридтағы штаб-квартираһы етештерелгән бөтә майҙың 95 % контролдә тота[8]. Был ойошма Евросоюз ярҙамында бөтә донъя буйынса майҙың был төрөн популяризациялау менән шөғөлләнә, шуға күрә Европанан тыш башҡа илдәрҙә был аҙыҡты ҡулланыу даирәһе үҫә бара. Донъя буйынса зәйтүн майын етештереү һәм ҡулланыу статистикаһы түбәндәге таблицала күрһәтелгән:

Ил Етештереү, % (2005[9]) Ҡулланыу, % (2005[9]) Уртаса 1 кешегә йылына, кг[10]
Испания 36 20 13,62
Италия 25 30 12,35
Греция 18 9 23,7
Төркиә 5 2 1,2
Сүриә 4 3 6
Тунис 8 2 9,1
Марокко 3 2 1,8
Португалия 1 2 7,1
АҠШ 8 0,56
Франция 4 1,34

Зәйтүн ағасы яҡынса 500 йыл, хатта ҡайһы берҙәре 1500 йыл һәм унан да оҙағыраҡ йәшәй. Иерусалимдағы Зәйтүн тауындағы ағастарҙың ғүмере 2000 йылдан артығыраҡ икәне билдәле[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. См. «Толковый словарь живого великорусского языка», статья «Масло»
  2. F. R. Riley, «Olive Oil Production on Bronze Age Crete: Nutritional properties, Processing methods, and Storage life of Minoan olive oil», Oxford Journal of Archaeology 21:1:63-75 (2002).
  3. http://books.google.ru/books?id=-aFtPdh6-2QC&pg=PA512
  4. С. Б. Охотников. Никоний и античный мир Северного Причерноморья. Одесса, 1997. Стр. 155.
  5. Olive Oil production in tons statistics — Countries compared — NationMaster
  6. http://books.google.ru/books?id=VBOC_RQPUvcC&pg=PA33
  7. Faostat
  8. International Olive Council
  9. 9,0 9,1 Статистика на сайте ООН
  10. California and World Olive Oil Statistics (PDF)  (инг.). cesonoma.ucdavis.edu. Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 февраль 2006.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]