Зәкиев Арутюн Христофорович
Зәкиев Арутюн Христофорович | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Ил | |
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы, Дон Ғәскәре Өлкәһе, Дондағы Нахичевань |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | |
Белем алған |
Рига политехник институты |
Работал в городах | |
- | |
Зәкиев Арутюн Христофорович (Арутюн Хачатурович Закян, 24 март 1874 йыл — 1945 йыл) — рус архитекторы; Дондағы Ростов ҡалаһы архитекторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арутюн Христофорович Зәкиев 1874 йылдың 24 мартында Дондағы Нахичевань ҡалаһында ете ул һәм ике ҡәҙ тәрбиәләгән Хачатур Акопович һәм Сирануш Кикоровнаның мещандар ғаиләһендә тыуа[1].
1894 йылда Дондағы Ростовта Петровск реаль училищеһын тамамлай. 1895 йылда рус император армияһына хәрби хеҙмәткә алына. Хеҙмәт иткәндән һуң, 1898 йылда Рига политехник институтына уҡырға инә. 1899 йылдың мартында студенттар араһындағы сыуалыштар арҡаһында бөтә студенттарҙы ла уҡыуҙан ҡыуалар. Тик 1905 йылда ғына Зәкиев уҡыуын дауам итә. Институтты 1908 йылда тамамлай — 28 майҙа уға «һәр төрлө төҙөлөш эштәре алып барыу һәм төрлө биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың проектың төҙөү хоҡуғы менән» инженер-архитектор исеме бирелә.
1910 йылда, Дондағы Ростовҡа әйләнеп ҡайтҡас, ошо ҡалала эшләй. Октябрь революцияһына тиклем торлаҡ йорттар проектлай. Донда Совет власы урынлашҡас, хәрби элемтә идаралығында граждандар төҙөлөшө буйынса техник вазифаһында эшләй. Ростов һәм Нахичевань ҡалаларын үҫтереү планын эшләүсе комиссияның рәйесе, граждандар һуғышы ваҡытында емерелгән биналарҙы тергеҙеү буйынса комиссия рәйесе, биналарҙы капиталь ремонтлау буйынса комиссияның рәйесе була.
1928 йылда Арутюн Христофорович Ереван ҡалаһына күсә, унда баш архитектор Таманян Александр Оганесович менән бергә эшләй. Ереванда Горстройконтроль рәйесе (1930-сы йылдар) вазифаһын башҡара. Ереван политехник институтын ойоштороусыларҙың береһе булып тора. 1930–1945 йылдарҙа был институттың төҙөлөш факультеты деканы булып эшләй.
1945 йылда вафат була.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. Х. Зәкиевтың Дондағы Ростовтағы эштәре араһында билдәлеләре:
- Аладжалов йорто
- Ирҙәр гимназияһы уҡытыусыһы В. Антоновтың йорто
- Приказчиктар клубы (1920 йылдан — совет сауҙа хеҙмәткәрҙәренең)
- «Палас» ҡунаҡханаһы
- Попов исемендәге хеҙмәт һөйөүселәр йорто
- Ахчиевтарҙың табыш йорто (пр. Ворошилов проспекты, 35)
- М. В. Ширмандың табыш йорто (Ворошилов проспекты һәм Суворов урамы мөйөшө)
- Ирҙәр реаль училищеһы
- Берберованың ҡыҙҙар гимназияһы
- Уҡытыусылар коллегияһының реаль училищеһы (Тургенев урамы, 49)
- Металлистар союзының үҙәк клубы
- Фабрика-завод май-һабын ҡайнатыу комбинаты
- «Мыловар» һабын ҡайнатыу заводы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Донская Армения. Вып.1. Ростов-на-Дону, 2007, ISBN 5 901377-18-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ АРУТЮН ХРИСТОФОРОВИЧ ЗАКИЕВ — архитектор «Нахичевани» 2016 йыл 6 март архивланған.