Зәки Вәлиди урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәки Вәлиди урамы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Киров районы
Оҙонлоҡ 2,16 ± 0,01 km
Карта
 Зәки Вәлиди урамы Викимилектә

Зәки Вәлиди урамы Өфөнөң Киров районында урынлашҡан. Өфө Телеүҙәгенән Салауат Юлаев проспектына тиклем көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай үтә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙә урам Оло Илия урамы тип атала, артабан 2008 йылға тиклем Фрунзе исемен йөрөтә. Уны Ғафури, Аксаков, Гоголь, Карл Маркс, Совет, Цюрупа урамдары һәм Яңы Түшәлгән урам киҫеп үтә.

Оло Илия урамы тигән атаманы ул ошонда урынлашҡан, ағастан һалынған Илия пәйғәмбәр сиркәүе менән бәйле ала. 1855 йылда ағас сиркәү урынына таштан Илия сиркәүе төҙөлә, уның ҡыңғыраулығы Өфөлә иң бейеге була. Ҡыңғыраулыҡҡа 5 тонналыҡ ҡыңғырау эленә, уны, Александр III батшаның Харьков эргәһендә һәләкәткә осраған поезда иҫән ҡалыуына бағышлап, Өфө сауҙагәре Артемий Ногарев аҡсаһына ҡоялар. Илия сиркәүе хорында бала сағында Шаляпин Фёдор Иванович йырлай[1]. 1931 йылда сиркәү ябыла[2].

Революцияға тиклем урамда мөһим ҡала учреждениелары урынлашҡан була, уларҙың һүрәттәре XIX быуат аҙағы — XX быуат башы асылмаларында баҫыла. Улар иҫәбендә — Өфө Губерна Земство Управаһы, Собор майҙанындағы Ирҙәр гимназияһы. 1932 йылдан гимназия бинаһында шул уҡ йылды асылған Башҡортостан медицина институты урынлаша.

Йәмғиәттәр тураһындағы эштәр буйынса губерна присутствиеһы, Фатир һалымы буйынса губерна һәм ҡала присутствиелары, Бүлеп һалынған йыйым буйынса губерна, ҡала һәм Кәсеп һалымы буйынса өйәҙ присутствиелары урынлашҡан бина ошонда була. Ошо уҡ урамда Губерна идараһы, Губерна казначействоһы, Ҡаҙна палатаһы, Губерна күрһәтмәләр биреү комитеты, Халыҡтың айыҡлығы буйынса губерна бағыусылыҡ комитеты эшләй.

Урамдың башында Башҡорт дәүләт университетына ҡараған биналар комплексы урынлашҡан. 1917 йылғы революцияға тиклем бында шулай уҡ ҡаланың билдәле уҡыу йорто — Өфө дини ирҙәр училищеһы ла була. Училище 1919 йылда ябыла. Һуңғары бинаға 3-сө ҡат өҫтәп һалына. Бер аҙ ваҡыт унда колхоз техникумы эшләй. Әлеге ваҡытта был бинаны Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты биләй.

Урамда заманса йорттар һәм биналар төҙөлөшө дауам итә.

Учреждениелар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәки Вәлиди урамында түбәндәге учреждениелар урынлашҡан:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Губернский город Уфа // Памятная книжка Уфимской губернии на 1878 год. Сост. В. А. Новиковым и Н. А. Гурвичем. Уфа, 1878).