Зәкәт әл-фитр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Зәкәт әл-фитр (ғәр. زكاة الفطر‎‎‎ — фытыр саҙаҡаһы, ауыҙ асыу саҙаҡаһы) — мосолмандар Ураҙа байрамы етерҙән алда мохтаждарға түләй торған саҙаҡа.

Фытыр саҙаҡаһын түләү барса хәлле мосолмандар өсөн дә мотлаҡ (вәджиб). Хәллеләр иҫәбенә үҙен, ғаиләһен,ҡул аҫтындағы хеҙмәтселәрен ризыҡ, көндәлек һәм кешелек кейемдәр, эске кейемдәр менән тәьмин иткәндән тыш мөлкәте булғандар инә. Ғаилә башлығы үҙе аҫраған ғаиләнең барлыҡ ағзалары өсөн фытырҙы үҙе түләй. Әгәр бала ураҙа бөткән көндә ҡояш сыҡҡандан һуң тыуһа, уға зәкәт түләнмәй. Тәрбиәһендә мосолмандар булған (мәҫәлән атаһы, балалары, хеҙмәтселәре һ. б.) динһеҙ ҙә (кафыр) улар өсөн фытыр саҙаҡаһы бирергә тейеш.

Зәкәт әл-фитр мәсеттәге вәкилгә лә, мохтаждарға ла бирелеүе мөмкин. Фытыр өсөн 1 сағ күләмендә емешме (хөрмә), бөртөклө үҫемлекме (бойҙай, тары һ.б.) бирелә. Сағ (ғәр. صاع) — дүрт ҡуш ус берәмеге. Хәнәфиҙәрҙә был 3,300 г, башҡа сөнниҙәрҙә 2,176 г тип иҫәпләнә. Хәнәфи мәҙһәбендә фытыр ярты сағ итеп, йәғни 1,650 г бирелә. Ризыҡлата биреү хәйерле тип һанала. Хәнәфи мәҙһәбтә аҡсалата биреү ҙә рөхсәт ителә. Байрам намаҙынан һуң биреү яҙыҡ, йәғни мәҡруһ ғәмәлгә инә.

Фытыр саҙаҡаһы ураҙа айында ебәрелгән хата-кәмселектәрҙе йыуҙырыу өсөн, шулай уҡ мохтаждарҙың да Ураҙа байрамын тейешенсә үткәрә алауы өсөн бирелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ↑ Перейти к:1 2 Закят-уль-фитр (закят разговения)
  2. ↑ Перейти к:1 2 Как и кому выдавать Закят аль-фитр
  3. ↑ Перейти к:1 2 Закят аль-фитр – кому, когда и сколько?
  4.  Сборники хадисов аль-Бухари и Муслима.
  5.  Абу Дауд 1609, Ибн Маджа 1827, ад-Даракутни 2/138.
  6.  ад- Даракутни 2/141, аль-Байхаки 4/161.
  7.  Абу Нуайм 3/262, аль-Байхаки 4/167.
  8.  аль-Бухари Сахих 1506.
  9.  аль-Бухари Сахих 1510.
  10.  аль-Бухари Сахих 1503.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Что такое закят? — Фонд «Солидарность»
  • Важность закята в Исламе — Al-Iman.ru
  • Форма расчета величины закята для денежных средств в рублях — Zakaat.Narod.ru
  • Аляутдинов Ш. Закят // umma.ru. Архивировано из первоисточника 18 октября 2012.