Зәңгәр флаг
| Зәңгәр флаг | |
| Нигеҙләү датаһы | 1985 |
|---|---|
| Хужаһы | Foundation for Environmental Education[d] |
| Төҫ | күк һәм аҡ |
| Рәсми сайт | blueflag.global[1] |


Зәңгәр флаг — халыҡ-ара награда, 1987 йылдан алып йыл һайын юғары сифат стандарттарына яуап биргән һәм хәүефһеҙ һыу инеү өсөн яраҡлы пляждарға һәм причалдарға тапшырыла. Зәңгәр флагтың тыуған иле — Франция, унда беренсе тапҡыр бүләкләү 1985 йылда үткәрелә. Зәңгәр флаг номинацияһы экологик белем биреү фонды (ингл. FEE), ул коммерцияға ҡарамаған ойошма. Фонд донъяның 60 илендә — Европа, Африка, Океания, Азия, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала урынлашҡан 65 ойошманан тора.
Зәңгәр флаг критерийҙарына тап килеү өсөн, һыу сифаты, хәүефһеҙлек һәм экологик мәғрифәтселектең ҡәтғи стандарттары үтәлергә тейеш. Европа берлеге илдәрендә урынлашҡандар өсөн ҡабул ителгән директиваларҙы тулыһынса үтәү ҙә кәрәк.
Бүләкләү йыл һайын 5 июндә (Европа илдәре, Канада, Марокко, Тунис һәм географик урыны буйынса оҡшаш илдәрҙә) һәм 1 ноябрҙә (Кариб бассейны илдәрендә, Яңы Зеландия, Көньяҡ Африка һәм Көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан илдәрҙә) үтә.
2009 йылда Зәңгәр флаг 3450-нән ашыу пляжға һәм причалға тапшырыла.
Әлеге ваҡытта Зәңгәр флаг программаһында донъяның түбәндәге илдәре ҡатнаша: Багам Утрауҙары, Бельгия, Болгария, Бразилия, Канада, Хорватия, Кипр, Дания, Доминикан Республикаһы, Англия, Эстония, Франция, Германия, Греция, Исландия, Ирландия, Израиль, Италия, Иордания, Латвия, Литва, Мексика, Мальта, Черногория, Марокко, Нидерланд, Яңы Зеландия, Төньяҡ Ирландия, Норвегия, Польша, Португалия, Пуэрто-Рико, Румыния, Рәсәй Федерацияһы, Шотландия, Сербия, Словения, Көньяҡ Африка, Испания, Швеция, Тринидад һәм Тобаго, Тунис, Төркиә, Украина, Уэльс, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Виргин Утрауҙары, Синт-Мартен. Программа Арубала эксперименталь кимәлдә эшләй.
Бөтә донъя буйынса ял итеүселәрҙең күбеһе сәйәхәт итеүҙе планлаштырғанда буласаҡ ял итеү урынын Зәңгәр флаг менән баһаһына ҡарап һайлай.
Рәсәйҙә Зәңгәр флаг менән бүләкләнгән беренсе пляж — (2016 йылда) Калининград өлкәһенең Янтарный ҡасабаһындағы пляж зонаһы[2][3]. 2017 йылда флаг менән Ялтала урынлашҡан Ҡырымдың Массандровский пляжы бүләкләнә[4]. 2018 йылда Сочиҙағы 6 пляж Зәңгәр флагҡа лайыҡ була, 2019 йылда улар 13 була, ә 2020 йылда уларҙың һаны 21-гә тиклем арта[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Blue Flag
- ↑ The first Russian Blue Flag beach provides comfortable vacation for people with disabilities — Blue Flag. Архивировано 31 декабрь 2016 года.
- ↑ Светлана Песоцкая. Янтарный песок. Балтийский пляж первым в России получил «Голубой флаг». // Российская газета. Федеральный выпуск № 85(6953), 20.04.2016. Дата обращения: 26 июнь 2016. Архивировано 1 июль 2016 года.
- ↑ В России появился второй удостоенный «Голубого флага» пляж, // Lenta.ru, 20 июня 2017.
- ↑ Ирина Белова. В Сочи 21 черноморский пляж удостоен «Голубого флага» 2020 йыл 5 июль архивланған. // Российская газета, 28.04.2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Blaue Flagge // Lexikon Tourismus : Destinationen, Gastronomie, Hotellerie, Reisemittler, Reiseveranstalter, Verkehrsträger / hrsg. von Wolfgang Fuchs, Jörn W. Mundt und Hans-Dieter Zollondz. — München: Oldenbourg, 2008. — S. 107—108. — 804 S. — ISBN 978-3-486-25069-5.
- Blaue Flagge // Tourismus, Hotellerie und Gastronomie von A bis Z / hrsg. von Wolfgang Fuchs. — Berlin: De Gruyter, 2021. — S. 126—127. — 1088 S. — ISBN 978-3-11-054682-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Викимилектә Пляжи с голубым флагом темаһы буйынса медиафайлдар бар.- Официальный сайт