Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм
ғәр. الزبير بن العوام
Рәсем
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө 594
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз
Вафат булған көнө 4 декабрь 656({{padleft:656|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған урыны Бәсра, Ираҡ
Үлем төрө яуҙа үлгән[d][1]
Үлем сәбәбе колото-резаная рана[d]
Км үлтергән Amr ibn Jarmuz[d]
Ерләнгән урыны Q94006621?
Атаһы аль-Аввам ибн Хувайлид[d]
Әсәһе Сафия бинт Абд аль-Мутталиб[d]
Бер туғандары Abdulrahman ibn Al-Awam[d], Abdullah ibn Al-Awam[d], ас-Саиб ибн аль-Аввам[d], Умм Хабиб бинт аль-Аввам[d] һәм Q99232045?
Хәләл ефете Әсмә бинт Әбү Бәкер[1], Умм Кульсум бинт Укба[d][1], Атика бинт Зейд[d][1], Тумадур бин аль-Асбаг[d][1] һәм Амат бинт Халид ибн Саид[d][1]
Балалары Урва ибн аз-Зубайр[d], Ғабдуллаһ бин Зөбәйер, Мусаб ибн аз-Зубайр[d], Амр ибн аз-Зубайр[d], Халид ибн аз-Зубайр[d], аль-Мунзир ибн аз-Зубайр[d], Хамза ибн аз-Зубайр[d], Джафар ибн аз-Зубайр[d] һәм Рамля бинт аз-Зубайр[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, шағир
Хәрби звание коммандер[d]
Һуғыш/алыш Мәккәне яулау, верблюжья битва[d] һәм Өхүд һуғышы
Ғәскәр төрө армия Праведного халифата[d]
 Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм Викимилектә

Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм (ғәр. الزبير بن العوام;рус. Аз-Зубайр ибн аль-Аввам;  ? — һ. 36, 656) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туғаны, сәхәбәһе. Иҫән ваҡытында уҡ йәннәт менән һөйөнсөләнгән сәхәбәләрҙең береһе. Урва һәм Ғабдулла тигән улдары, Хишам ибн Урва тигән ейәне була.

Зөбәйер ибн әл-Ғәүүәм беренселәрҙән булып ислам ҡабул итә. Башҡа тәүге мосолмандар кеүек үк туғандары һәм бүтән ҡорайыштар тарафынан йәберләүҙәргә дусар була. Шул сәбәпле башта Хәбәшстанға, ә һижрәт ваҡиғаһынан һуң Мәҙинәгә күсә. Мосолмандарҙың бөтә төп һуғыштарында ҡатнаша.

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң, мосолман дәүләтен нығытыуға өлөшөн индерә. Византия империяһына ҡаршы Ярмуҡ һуғышында ҡатнаша. Мысырҙы яулап алыуҙа ҙур роль уйнай. Ғүмәр ибн әл-Хәттабтың үлеменән һуң, хәлифә урынына алты кандидаттың береһе була.

Һижри 36 йылда Ираҡта Басранан йыраҡ түгел, мосолмандар араһында Дөйә һуғышы исемен алған бәрелеш була. Йәмән йәһүде Ғабдулла ибн Саба мәкере арҡаһында ике мосолман төркөмө — Ғәйшә, Талха, Зөбәйер һәм хәлиф Ғәли төркөмдәре араһында алыш башлана.[2]

Вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәли Зөбәйергә уның Ғәлигә хаҡһыҙ ҡаршы сығасағы хаҡында хәҙисте иҫенә төшөрә, һәм Зөбәйер бәрелеш буласаҡ ерҙән китә. Ләкин юлда уны Ғәмр ибне Йәрмүз тигән кеше үлтерә. Зөбәйергә 65 йәш була.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 арабская Википедия — 2003.
  2. «"Исламнаневе" сайты», <http://www.islamnaneve.com/mpage.php?p=lichnosti%2FAli%2Fmaarakahaldjimal>. Проверено 16 август 2021.  2020 йыл 30 сентябрь архивланған.