Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1925).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Белорет районы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улы (1903 йыл, Башҡортостан Республикаһы Белорет районы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1][2][3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улы 1903 йылда (икенсе мәғлүмәт буйынса 1904 йылда) Башҡортостан Республикаһының Белорет районында тыуған[3][3][1]. Ҡыҙыл Армияға 1942 йылда Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2][3]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының миномет батареяһында миналар ташыусы булып хеҙмәт итә[2][1].


Һуғыш яланында күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 30 сентябрендә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 18.01.1944, документ датаһы: 30.09.1944, Приказ №: 16/н) менән бүләкләнә[2][3][1].

«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән Наградлау ҡағыҙында Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улының батырлығы тураһында ошолай тасуирлана:

« Миномет батареяһының миналар ташыусыһы гвардия ҡыҙылармеецы Зөлҡәрнәев Ғүмәр Зөлҡәрнәй улын, 1944 йылдың 18 ғинуарында Петриков ауылы районында һуғыш ваҡытында, көслө ут аҫтында үҙенең расчетына миналар ташығаны өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләргә[1]. »

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]