Эстәлеккә күсергә

Ибрай (Ҡыйғы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ибрай
башҡ. Ибрай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

[[Ибрай ауыл Советы (Ҡыйғы районы)|Ибрай ауыл Советы]]

Координаталар

55°19′11″ с. ш. 58°27′26″ в. д.HGЯO

Халҡы

471[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452503

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 830 001

ОКТМО коды

80 636 430 101

ГКГН номеры

0520225

Ибрай (Рәсәй)
Ибрай
Ибрай
Ибрай (Ҡыйғы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ибрай

Ибрай (рус. Ибраево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы Ибрай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 471 кеше[2]. Почта индексы — 452503, ОКАТО коды — 80236830001.

Юл оҙонлоғо:[3]

Ибрай ауылы Әй йылғаһының уң ярында, Әрхәрәй (Арахари) йылғаһы Соңҡа йылғаһына ҡушылған ерҙә, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа 14 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 57 километрҙа урынлашҡан[4].

Ибрай ауылы (Соңҡа) 17351740 йылғы ихтилалда ҡатнашҡан Тырнаҡлы ырыуы башҡорттарының ҡырғындар (каратель) тарафынан яндырылған торағы урынында яңынан төҙөлгән ауыл. Ауылға нигеҙ һалыусылар: Ибрай Нуркин — 1765 йылғы ер һатыу-алыуҙа ҡатнашыусы. Уның улдары: Кинйә Ибраев (1767—1848, уның улы — Ғәлиулла), Яуын Ибраев (1772—1834, улдары: Сабит (уның улдары — Аҡъегет, Ишбулды), Сәғит (уның улдары — Сәйетғәле, Абдулғәли, Абдулхәмит, Әбдрафик). Ауылдың икенсе исеме гидронимдан — Әй йылғаһы ҡушылдығы Соңҡа йылғаһы менән бәйле.[5]. Ауылда оҙон ғүмерле Уйҙаҡай (Сәлих) Ғәликәев (1748—1837) йәшәгән.

Ибрай ауылыда 1795 йылда — 122, 1816 йылда — 149, 1834 йылда 162 кеше йәшәгән.

1842 йылда 162 кешегә 42 сирек ужым һәм 153 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 29 хужалыҡта 221 ат, 114 һыйыр, 67 һарыҡ, 10 кәзә аҫырағандар. Бер нисә йортта 10 умарта тотолған[6].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл Советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Тырнаҡлы улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 8-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Ибрай биләмәһе Дыуан-Ҡошсо өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Ибрай улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Ибрай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Ибрай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Ибрай ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылдың 25 майында үткән X рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Троицк өйәҙе 8-се (элекке 5-се) башҡорт кантонының 8-се йортона ҡараған Ибрай ауылында йәшәгән ата-бабалар:

Туғыҙаҡ Ҡолөмбәт улы Мостаев 70 йәштә, 1-се ҡатынынан: улы Юныс 44 (уның улдары Байрамғәле −13 йәш, Солтанғәле — 8 йәш), 1857 йылда Себергә оҙатылған;

2-се ҡатынынан: Дауыт 32 йәштә (1850 йылда үлгән; уның улдары Фәхрислам — 9 йәш 10 ай, Фәттәхетдин — 2, Минһажетдин — 2); Иҙрис 32 йәштә (уның улдары: Динислам — 7 йәш 5 ай, Исламғол — 2 йәш 5 ай);

3-сө ҡатынынан: улдары Йәмһүр — 28 йәш, Аҙнағура − 17 йәш;

4-се ҡатынынан: Зәйнур − 27 йәш[7].

Халҡы: аҫаба башҡорттар, 56 йортта йәшәгән 125 рәүиз йәне иҫәпкә алынған. Ер бер урында, ауыл эргәһендә. Һөрөнтө ерҙәр Соңҡа йылғаһы тарафынан һуғарылған төрлө яҡтарға еңелсә һөҙәкләнгән таулыҡтарҙа урынлашҡан. Ере — 12 ҡарышҡа тиклем тәрәнлектәге йомшаҡ ҡара тупраҡ; тупраҡ аҫты — ҡыҙыл таҙа балсыҡ, урыны менән — таш. Баҫыуҙарҙа ҡый үләндәре, һирәкләп һаҙ томбойоғо (голыш) осрай. Сәсеү әйләнеше өс баҫыулы. Арыш, һоло, бойҙай, ҡарабойҙай, арпа сәсәләр; өс атлы һабан менән һөрәләр. Ауылда өс атлы 4 һуҡҡыс һәм 4 елгәргес бар. Баҡсаларҙа йәшелсә үҫтерелә.

Хужалыҡ малсылығы — төп шөғөлдәре. Малдары төрлө ерҙә — ҡамылда, ҡалдауҙарҙа һәм бөтә урман буйлап көтөүҙә йөрөй. Көтөүлек тәпәш һәм тигеҙ урында урынлашҡан; ере — ҡара тупраҡ. Малдар Әй һәм Соңҡа йылғаларында һыулай. Бесәнлек — һыубаҫар туғайҙарҙа — яҙ көнө Әй йылғаһы һәм ҡайһы берҙә йәйен — ташҡын ваҡытында һыу баҫҡан һәм ҡалдау ерҙәрҙә урынлашҡан. Бесән әҙерләү июнь айында башлана һәм етерлек әҙерләнә. Ағас төрлө урында, ҡара тупраҡта уртаса ҡуйылыҡта үҫә, ҡаҙна уны һаҡ аҫтына алған; мохтаждар урманды тәғәйен бүлеү ярҙамында файҙалана. Йорттар утын һәм һалам яғып йылытыла.

балыҡтың яртыһын һалым урынына тапшырыу килешеүе менән, Әй йылғаһында ҡуртымға бирелгән урында балыҡ тотҡандар. 1897 йылғы тасуирламала: «кәсептәре: заводтарҙа хеҙмәт итеү, ылау менән аҡса эшләү», — тиелгән.

Ибрай ауылында 1859 йылда — 240, 1870 йылда — 235 кеше йәшәгән[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Ибрайҙа 501 кеше иҫәпкә алынған. Хужалыҡтарҙың һаны 19-ҙан 88-гә тиклем артҡан. Халыҡ игенселек менән шөғөлләнгән[6].

Ибрай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар. «Маяк» һауыҡтырыу лагеры[4]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 365
1920 йыл 26 август 501
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 416
1959 йыл 15 ғинуар 401
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 428
2002 йыл 9 октябрь 464
2010 йыл 14 октябрь 471 230 241 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Коммунистик урамы (рус.  Коммунистическая (улица)
  • Рәғиб Ғимаев урамы — (рус.  Рагиба Гимаева (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)[10]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Ибрай ауылы янында Һаҡтау (тауҙың бейеклеге 399 метр) тәбиғәт һәйкәле бар.[11]

Йылғалар:

  • Әй, Соңҡа, Әрхәрәй

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Ҡалып:Населённые пункты Кигинского района

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. 4,0 4,1 Ибрай (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Ибраево (билдәһеҙ). http://ufagen.ru.
  6. 6,0 6,1 6,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 40. Там же. Ф. 138. Оп. 2. Д. 775. Там же. Д. 468. Там же. Д. 775. Л. 335—342
  8. Ушёл из жизни профессор Рагиб Гимаев, официальный сайт БГУ 2017 йыл 24 август архивланған.
  9. 9,0 9,1 Официальный сайт Администрации муниципального района Кигинский район Республики Башкортостан 2016 йыл 21 февраль архивланған. (рус.)
  10. Карта д. Ибраево. Улицы
  11. Сактау (билдәһеҙ). http://wikimapia.org.