Ибраһимов Байрас Нәҙим улы
Ибраһимов Байрас Нәҙим улы | |
Тыуған ваҡыты: |
19 февраль 1953 (71 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Тәтешле районы, Иҫке Күрҙем ауылы |
Гражданлығы: | |
Театр: |
Ибраһимов Байрас Нәҙим улы (19 февраль 1953 йыл) — актёр, театр режиссёры. Башҡортостан Республикаһының (2003) һәм Татарстан Республикаһының (2008) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибраһимов Байрас Нәҙим улы 1953 йылдың 19 февралендә Башҡортостан АССР-ы Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуған.
1979 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын Ф. Ҡ. Ҡасимова курсы буйынса тамамлай[1].
1979—1988 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрында актёр булып эшләй[1].
1988—1989 йылдарҙа Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтының Юғары режиссёр курстарында (А. Гончаров курсы) белем ала.
1989 йылдан төрлө башҡорт һәм татар театрҙарында баш режиссёр булып эшләй:
- 1989—1991 йылдарҙа — Сибай башҡорт дәүләт драма театры;
- 1991—1995 йылдарҙа — Өфө «Нур» татар дәүләт театры;
- 1995—1997 йылдарҙа — Сибай «Сулпан» балалар драма театры;
- 1997—2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Милли йәштәр театры (башҡорт труппаһы);
- 2004—2005 йылдарҙа — Әлмәт татар драма театры;
- 2007—2016 йылдарҙа — Туймазы татар дәүләт драма театры[2].
Төп ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дудар («Андро һәм Сандро», Г. Д. Хугаев; дебют, 1980),
- Рөстәм («Китмә, Рөстәм», К. М. Аҡбашев),
- Леонардо («Ҡанлы туй», Ф. Гарсия Лорка) һәм башҡалар[1].
Ҡуйылған спектаклдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. И. Беловтың «Яҡты һыу өҫтөндә» («Над светлой водой») пьесаһы буйынса «Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай» (дебют, 1987);
- Ф. Әмирхандың «Тигеҙһеҙҙәр» (1990);
- А. Н. Арбузовтың «Минең меҫкен Маратым» (1995);
- М. Ғ. Мөсифуллиндың «Тиҫкәре ир, насар ҡатындар» (1996);
- М. А. Булгаковтың «Яртаҡыл Журден» (1998);
- Н. Ә. Ғәйебаевтың «Студенттар 3D» (2005);
- М. Кәримдең «Утты ташлама, Прометей» (2006);
- Т. Ғ. Миңнуллиндың «Йәшлек менән осрашыу» (2007);
- Ф. М. Бүләковтың «Ҡәһәрле мөхәббәт» (2009);
- Н. Асанбаетың «Рәйсә+Фәйзи» (2009);
- А. Молчановтың «Үлтереүсе» (2012) һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003);
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008);
- Дамир Сиразиев исемендәге театр премияһы лауреаты (2012)[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Бондарева И.А. Ибраһимов Байрас Нәҙим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Театр тарихы // Туймазы татар дәүләт драма театрының рәсми сайты.
- ↑ В ТГАТ им.Г.Камала вручили Театральные премии имени Дамира Сиразиева(недоступная ссылка) // Министерство культуры Республики Татарстан. 20 декабря 2012.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәниева Т. Байрастың байрамдары //Ағиҙел. 2003. №3.
- 19 февралдә тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса актёрҙар
- Башҡортостан актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- СССР актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- XXI быуат актёрҙары
- Алфавит буйынса театр режиссёрҙары
- Рәсәй театр режиссёрҙары
- СССР театр режиссёрҙары
- XX быуат театр режиссёрҙары
- XXI быуат театр режиссёрҙары
- Тәтешле районында тыуғандар
- ГИТИС-ты тамамлаусылар
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре