Иванащенко Леонтий Артёмович
Иванащенко Леонтий Артёмович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 7 август 1913 |
Тыуған урыны | Чигирин[d], Киевская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1996 |
Һөнәр төрө | юрист |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт хәрби-диңгеҙ институты[d] |
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр докторы[d] |
Иванащенко Леонтий Артемович ( 7 август 1913 йыл — 1996) — юрист, халыҡ-ара һәм диңгеҙ хоҡуҡтары буйынса белгес; Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамлаусы (1938), юридик фәндәр докторы (1974), Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Леонтий Иващенко 1913 йылдың (ҡайһы берҙә хаталы — 1922 йылда) 7 авгусында Рәсәй империяһының Киев губернаһы Чигирин ҡалаһында тыуған. 1934 йылдан 1938 йылға тиклем Ленинградта — М.В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһында уҡый. Юғары белем алғандан һуң Совет хәрби-диңгеҙ флотының кадр офицеры була: Ҡара диңгеҙ флотында хәрби хеҙмәтен үтә — һыу аҫты кәмәләренең командалы вазифаларын үтәй. Икенсе донъя һуғышы йылдарында хәрби походтарҙа ҡатнаша; Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ватан һуғышы ордены (i дәрәжә), Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә. 1957 йылдың авгусында 1-се ранг капитаны була.
Һуғыштан һуң, 1949 йылда, Иванащенко РККА-ның Мәскәү хәрби-юридик академияһының хәрби-диңгеҙ факультетын тамамлай. Бынан һуң, 1949 йылдан 1967 йылға тиклем Н.Г. Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһының ВМФ стратегия һәм оператив сәнғәте кафедраһында хеҙмәт итә; академияла эҙмә-эҙлекле уҡытыусы һәм өлкән уҡытыусы вазифаларын биләй; халыҡ-ара диңгеҙ хоҡуғы буйынса курстар уҡый. 1963 йылда халыҡ-ара диңгеҙ хоҡуғы кафедраһы начальнигы була. Бынан тыш, был осорҙа ВМА курсы буйынса имтихандарҙы экстерн тапшыра, шулай итеп юғары хәрби-диңгеҙ белем ала. 1966 йылдың июнь айында һаулыҡ торошо буйынса запасҡа сыға.
1968—1986 йылдарҙа Иващенко СССР ФА хоҡуҡтар һәм дәүләттәр институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм профессор-консультант була; ғалимдар советы составына инә. 1952 йылда Хәрби юридик академияла «Международно-правовой режим прибрежных морских вод» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. Ике тиҫтә йылдан һуң, 1974 йылда, юридик фәндәр докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Международно-правовые проблемы военного мореплавания и международная безопасность» темаһы докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1983 йылда уға профессор исеме бирелә.
Иванащенко Халыҡ-ара диңгеҙ хоҡуғы совет ассоциацияһы ойоштороусыларының береһе булып тора; Халыҡ-ара диңгеҙ хоҡуғы ассоциацияһының почетлы ағзаһы һәм «Океандарға тыныслыҡ» комитетын ойоштороусылар иҫәбенә инә һәм был комитеттың бюро һәм президиум ағзаһы була. «Мир океанам» бюллетены мөхәрририәт коллегияһына инә һәм 1990 йылда Мәскәүҙә үткән хәрби-диңгеҙ ҡоралһыҙландырыу буйынса халыҡ-ара семинар һәм 1992 йылда шулай уҡ Мәскәүҙә уҙғарылған «Ядерное оружие, человеческое измерение и безопасность» тип аталған халыҡ-ара конференциялар һымаҡ бер нисә халыҡ-ара форумда ҡатнаша. Иванащенко Мәскәү юғары уҡыу йорттарында, шул иҫәптән СССР Сит ил эштәре министрлығының дипломатик академияһында һәм Халыҡтар дуҫлығы университетында (РУДН) лекциялар уҡый.
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Леонтий Иващенко халыҡ-ара диңгеҙ хоҡуғы буйынса йөҙләгән ғилми эштәр авторы һәм авторҙашы булып тора; халыҡ-ара хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерә (халыҡ-ара хоҡуҡи, шулай уҡ хәрби-стратегик аспекттарҙы ла). «Ватан Ҡораллы Көстәрендә нығынған халыҡ-ара хоҡуҡи нигилизмды бөтөрөүҙе үҙенең бурысы итеп ҡуя»:
- «Общие основы международного морского права» (Л., 1959, 1965);
- «Международное морское право» (Л., 1961);
- «Правовые вопросы режима открытого моря» (М., 1970);
- «Правовые вопросы международного военного мореплавания» (М., 1971).
- Борьба народов за свободу и независимость и вопрос о законности морской блокады / Л. А. Иванащенко // Советский ежегодник международного права. 1975 = Soviet year-book of international law. 1975 / Советская Ассоциация международного права. — М.: Наука, 1977. — С. 192—203.
- Право международной безопасности — новая отрасль современного международного права / Л. А. Иванащенко // Советское государство и право. — М., 1985. — № 6 (июнь). — С. 99—106.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шуршалов, Владимир Михайлович
- Молодцов, Степан Васильевич
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Леонтий Артемович Иванащенко . Портал «Юридическая Россия» (27 июль 2012). Дата обращения: 1 декабрь 2019.(недоступная ссылка)
- Иванащенко Леонтий Артемович (1913—1996) . РУДН. Дата обращения: 1 декабрь 2019.