Ивангород ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ивангород ҡәлғәһе
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1492
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ивангород
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Ивангород[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Майҙан 5 гектар
Указания, как добраться Девичья Гора
Commons-logo.svg Ивангород ҡәлғәһе Викимилектә

Ивангород ҡәлғәһе (Ивангород, Ленинград өлкәһе, Рәсәй), 1492 йылдың йәйендә Нарва йылғаһының уң яҡ ярында төҙөлгән.

Шул ваҡытта тәхеткә ултырған батша Иван III Васильевич хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Ивангород ҡәлғәһен төҙөүҙең маҡсаты булып Новгород ерҙәрен уның көнбайыш күршеләренән һаҡлау торған. Ивангород урыҫ ерҙәрен көнбайышта, Ливония менән сиктә, күршеләрҙән һаҡлау өсөн форпост булып торған, ә ундағы йылғаның һул ярында XIII быуатта Данияның ҡәлғәһе (Нарва ҡәлғәһе) торған, һуңынан уларҙы Ливон ордены нығытып ала һәм киңәйтә. 1237 йылда Ливон ордены Тевтон ордены менән берләшә. Был ордендар аҙаҡ тарҡала һәм Бөйөк Литва кенәзлегенең бер өлөшөнә әүерелә.

Ҡәлғәнең тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1492 йылда Фин ҡултығынан 12 саҡрым алыҫлыҡтағы ярында, Нарова йылғаһында, Ливония менән сиктә ҡәлғәгә нигеҙ һалына. Был ҡәлғә Өсөнсө Ивандың бойороғо буйынса швед һәм ливон ғәскәрҙәренән һаҡланыу өсөн ойошторола. Ошонан ҡәлғәнең исеме лә барлыҡҡа килә: «үҙ исеме менән кенәз ҡәлғәне Ивангород тип атай». Ивангород ҡәлғәһе өсөн урын бик уңайлые һайрҙә һайлана — ливондарҙың Нарва ҡәлғәһенә ҡаршы торған Ҡыҙҙар тауы буласаҡ ҡәлғә урыны итеп һайлана. Ҡәлғә был урында өс яҡтан бөгөл яһаған Нарва йылғаһы менән һаҡлана. Башта ҡәлғә дүрт мөйөшлө булып, рельеф формалары менән ярашмаған була. Ҡәлғә күләме бик ҙур булмай, уның тураһында хатта легенда бар, йәнәһе ҡәлғәне бары тик бер ат тиреһенән һуйып алынған оҙон таҫма менән бәйләп ҡуйғандар. Шул уҡ ваҡытта Ивангород ҡәлғәһе үҙе ваҡыты өсөн уникаль ҡәлғә булып тора, сөнки ул быға тиклем бында бер ниндәй ҙә боронғо ҡәлғә һыҙаты йәки ҡаралты булмаған, шунлыҡтар ҡәлғәне төҙөүселәр, мәҫәлән, Новгород һәм башҡа ҡалалаларҙағы кеүек, иҫке ҡоролмаларҙы иҫәпкә алып төҙөмәгән, ә был төҙөлөштө алып барыуҙы күпкә тиҙләткән.

Ҡәлғәнең планы



(һүрәттәр "Иван-Ҡала"мәҡәләһенән алынған



«Сытин хәрби энциклопедияһында»)

Ҡәлғәнең бындай бәләкәй күләме арҡаһында унда етәрлек гарнизонды тоторға һәм урынлаштырырға мөмкин булмай. Ә йылға менән ҡәлғә стеналары араһындағы буш арауыҡ ошмандарға ҡәлғәне ҡамауҙы еңеләйкән, шунлыҡтан ҡәлғә оборона өсөн насар яраҡлы тип табыла.

1496 йылда Стокгольмдан етмеш еңел караптарҙабиш меңлек швед ғәскәре утлы ҡорал менән килә, ғәскәр башында СвантСтуре торған була. Был ғәскәр ҡәлғәне штурмлап ала. Штурм ете сәғәттән артыҡ дауам итә. Воеводалар, кенәз ИванБрюхо һәм Гундоров, швед ғәскәренә бик яҡын торһалар ҙа Ивангород ҡәлғәһендәге гарнизонға ҡәлғәне һаҡларға ярҙам итергә ашыҡмайҙар, сөнки улар ҡәлғәне һаҡлап алып ҡалыу мөмкин түгел тип уйлайҙар. Әммә,шведтар ҡәлғәлә оҙаҡҡа нығына алмай. Свант Стуре тәүҙә Ливон орденына үҙ еңеүен бирергә була, әммә тегеһе риза булмай. Һәм, тиҙҙән, рус ғәскәрҙәренең яҡынлашыуы тураһында ишетеү менән, шведтар ҡаса, үҙе менән 300-гә яҡын тотҡондо алып китә[2].

Уңышһыҙ тәжрибәне иҫәпкә алып, батша кенәз Михаил Кляпинды һәм Иван Гундорҙы яңы ҡәлғә төҙөргә ебәрә: улар яңы ҡәлғәне төҙөүҙе ойоштора. 1496 йылда ҡәлғәне ремонтлайҙар һәм көнсығыштан ҙур төкәтмә төҙөйҙәр, был төкәтмәгә Оло Баяр ҡалаһы тигән исем бирелә.Яңы ҡәлғә шулай уҡ дүрт мөйөшлө була, уның мөйөштәрендә ҙур тәүңәрәк манаралар урынлашҡан. Ҡәлғәнең өс стеналары уртаһында квадрат манаралар була, уларҙың һәр бер стенаны уртаға тиерлек бүлә. Дүртенсе стена 1492 йылдағы ҡәлғәнең дөйөм стенаһы була. Һуңғы ҡәлғә бик ҙур була һәм ҙур ғәскәрҙе һыйҙыра ала, уның ҡоролмаларын төҙөүҙә шул замандағы иң яңы технологиялары ҡулланыла . Яңы Ивангород ҡәлғәһе 1502 йылдағы ҡамауға сыҙай, бирешмәй.

Ҡәлғәнең архитектура ансамбле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Успенский соборы
  2. Никольский сиркәүе
  3. Замок
  4. Ҡәлғә (XVI быуат)
  5. Колыванский ҡапҡаһы
  1. Алғы ҡала
  2. Дары амбары (XVII быуат)
  3. Арсенал
  4. Гаубица (1891 йыл)
  5. Йәшерен урын һәм батарея (капонир)

Ҡәлғә башнялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Саң манараһы
  2. Өҫкө башня
  3. Урау башня
  4. Яңы (Һыу) башняһы
  1. Киң башня
  2. Провиант башняһы
  3. Ҡоҙоҡ башняһы
  4. Дары башняһы
  1. Ҡапҡа башняһы
  2. Наместник башняһы
  3. Оҙон муйы башняһы

Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]