Иваненко Дмитрий Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иваненко Дмитрий Дмитриевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Ukraine.svg Украинская Народная Республика[d]
Flag of the Ukrainian Soviet Socialist Republic (1919-1929).svg Украина Совет Социалистик Республикаһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 16 (29) июль 1904
Тыуған урыны Полтава, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 30 декабрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө физик-теоретик, физик, учёный-ядерщик
Эшмәкәрлек төрө теоретическая физика[d]
Эш биреүсе М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Томск дәүләт университеты
Ойошма йәки клуб ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1940)
Аспиранттар Владимиров, Юрий Сергеевич[d], Сарданашвили, Геннадий Александрович[d] һәм Мицкевич, Николай Всеволодович[d]
Уҡыусылар Соколов, Арсений Александрович (физик)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Иваненко Дмитрий Дмитриевич (16 (29) июль 1904 йыл, Полтава — 30 декабрь 1994 йыл, Мәскәү) — СССР Һәм Украина физик-теоретигы, физика-математика фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры (1943). Сталин премияһы лауреаты, протон-нейтрон йәҙрә моделен асыусы (1932).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Дмитриевич Иваненко 1904 йылда Полтавала тыуа. 1920 йылда Полтава ирҙәр гимназияһын тамамлай[2][3]. 1920—1923 йылдарҙа Полтаваның хеҙмәт мәктәбендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй, бер үк ваҡытта Полтава педагогия институтында уҡый һәм шул уҡ ваҡытта Полтава астрономия обсерваторияһында эшләп, уны тамамлай[3]. Харьков университетна уҡырға инә, беренсе курстан һуң Ленинград дәүләт университетына күсерелә, уны 1927 йылда тамамлай. Иваненко тарих, әҙәбиәт, музыка, һынлы сәнғәтте һәйбәт белгән, төп Европа телдәрендә (инглиз, немец, француз, итальян) һөйләшкән. Бер мәл немец профессоры менән Гётены кемуҙарҙан уҡығанлығы тураһында һөйләй — кем күберәк белә — һәм уны еңеп сыға.

1927—1929 йылдарҙа — В.А. Стеклов исемендәге стипендиат, Рәсәй Фәндәр академияһының П.Н.Лебедев исемендәге физика институты Ленинград бүлексәһенең өлкән ғилми хеҙмәткәре[3]. 1929 йылда Харьковҡа килә, Украина физика-техник институтының физик-теоретик бүлеген етәкләй, Харьковта сит телдәрҙә баҫылған тәүге «Физический журнал Советского Союза» (Physikalische Zeitschrift der Sowjetunion) журналының тәүге мөхәррирҙәренең береһе була, тәүге өс Бөтә Союз теоретик конференцияларҙың инициаторы һәм ойоштороу комитеты ағзаһы була. 1931 йылдың февраль айында УССР ВСНХ президиумы тарафынан профессор дәрәжәһенә раҫлана. 1930—1931 йылдарҙа Харьков механика-машиналар төҙөү институтының теоретик физика кафедраһының мөдире, Харьков университетының профессоры була[3].

1931 йылдан йәнә Ленинградта, Ленинград физика-техника институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, ядро физикаһы буйынса семинар етәксеһе. 1933 йылдың сентябренән А. Ф. Иоффе һәм И. В. Курчатов менән бергә Ленинградта 1-се Бөтә Союз ядро конференцияһын ойоштора. 1932—1935 йылдарҙа — Дәүләт техник-теоретик нәшриәттең Ленинград бүлеге мөхәррире, уның мөхәррирлеге аҫтында тәүге тапҡыр рус телендә заманса физика классиктары эштәренең 8 йыйынтығы һәм китаптары сыға (Л. де Бройль, В Гейзенберг, П. Дирак, Шредингер, М. Бриллюэн, А. Зоммерфельд, А. Эддингтон). 1933—1935 йылдарҙа — профессор, физика кафедраһы мөдире М.Н. Покровский исемендәге Ленинград педагогия институтының профессоры.

1935 йылдың 27 февралендә ҡулға алына, 1935 йылдың 4 мартында СССР НКВД ҡарамағында Айырым кәңәшмә ҡарары менән өс йылға хөкөм ителә һәм «социаль хәүефле элемент» кеүек Ленинградтан Караганданың холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына ебәрелә. 1935 йылдың 30 декабрендә Махсус кәңәшмәнең ҡарары менән лагерь срок аҙағына тиклем Томск ҡалаһына һөргөн менән алмаштырыла[3]. Һөргөндә (1936—1939) Себер физика-техник институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, унда теоретик бүлектең теоретик семинары һәм дөйөм институт теоретик семинары менән етәкселек итә, шулай уҡ аспиранттар һәм дәғүәселәр өсөн семинар алып бара, «Труды СФТИ» журналын мөхәррирләй, Томск университетының теоретик физика кафедраһы профессоры һәм мөдире була. 1937/38 уҡыу йылында Томск педагогия институтында бер нисә урында эшләй.

1939—1942 йылдарҙа — профессор, А.М.Горький исемендәге Урал дәүләт университетында теоретик физика кафедраһы мөдире (Свердловск), 1940—1941 йылдарҙа — профессор, теоретик Т. Г. Шевченко исемендәге Киев дәүләт университетында физика кафедраһы мөдире. 1940 йылдың 25 июнендә Рәсәй Фәндәр академияһының Н.П.Лебедев исемендәге физика институтында «Основы теории ядерных сил» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].

1943 йылдан һуңғы көндәренә тиклем — Мәскәү университетының физика факультетында теоретик физика кафедраһы профессоры. 50 йыл буйынса теоретик семинар етәксеһе була һәм 1961 йылдан 1994 йылға тиклем — Мәскәү дәүләт университетының теоретик физика факультетында теоретик физика кафедраһының гравитацион семинары менән етәкселек итә.

1944 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына мөдир һайлауҙарға әҙерлек ваҡытында ғалимдар советының консерватив күпселеге һәм факультет деканы А.С. Предводителев яғында сығыш яһай, Таммдың эштәрендә бер нисә хатаны күрһәтә, һөҙөмтәлә А.А. Власов — 24, Тамм 5 тауыш йыя[3]. В. Л. Гинзбург интервьюһында Иваненконың Тамм һәм уның өҫтөнән ошаҡ яҙыуҙарын раҫлай[4].

1944—1948 йылдарҙа К.А.Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының физика кафедраһы мөдире, бында биофизик лаборатория ойоштора, унда ауыл хужалығында һәм биологияла атом фәнен һәм техникаһын ҡулланыу буйынса эш менән етәкселек итә. Академиянан 1948 йылда ВАСХНИЛ-дың август сессияһынан һуң бушатыла. 1945 йылдың апреленән авгусына тиклем Германияла Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә[3].

1944 йылда Иваненко һәм И.Я.Померанчук бетатронда электрон энергияһының билдәле бер сиккә тиклем генә артыуын билдәләй, был приборҙың нормаль эшләүенең боҙолоу мөмкинлеген тәүге тапҡыр күрһәтәләр. Был асыш магнит ҡырында релятив электрондарҙың нурланышын тикшереү буйынса ҙур эш циклының башланыуына булышлыҡ итә, ул синхротрон нурланыш тигән атама ала.[5]

1950—1963 йылдарҙа — Фәндәр академияһының Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.

1961 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән беренсе гравитацион конференция инициаторы, гравитацион комиссия ойоштороусыһы була[3]. 1959—1975 йылдарҙа — Халыҡ-ара гравитацион комитет ағзаһы.

1994 йылдың 30 декабрендә Мәскәүҙә вафат була. Кунцево зыяратында ерләнә.

Фәнни тикшеренеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эштәре ядро физикаһына[6], ҡыр теорияһына, синхротрон нурланышҡа, майҙандың берҙәм теорияһына, гравитация теорияһына, физика тарихына ҡарай[7]. XX быуаттың беренсе яртыһында ҙур физиктар менән берлектә күпселек эштәр башҡара[8].

А. Г. Гамов менән берлектә Шредингер тигеҙләмәләрен сығара (1926)[9].

Л. Д. Ландау менән берлектә тулҡын механикаһының классика менән бәйләнешен ҡарай (1927)[10].

Л. Д. Ландау менән берлектә Клейн — Гордон тигеҙләмәһен[11], Ферми — Дирак статистикаһын[12] һәм фермион антисимметрик тензорҙарҙың терминдарында альтернатив тасуирламаһын ҡарай (Иваненко — Ландау — Кэлер геометрия )[13] (1927—1928).

А. Г. Гамов һәм Л. Д. Ландау менән берлектә донъя константалары теорияһы ҡарай (1928)[14].

А. В. Фок менән берлектә спинорҙарҙың параллель күсереү теорияһын эшләй (1929)[15].

В. А. Амбарцумян менән берлектә үҙ-ара йоғонто яһау процесында, заманса квант теориясһы нигеҙенә ятҡан массив киҫәксәләрҙең барлыҡҡа килеү гипотезһын әйтә (1930)[16].

Беренсе булып протон-нейтрон йәҙрә моделен тәҡдим итә (1932)[17].

Е. Н. Гапон менән берлектә атом йәҙрәләренең ҡабыҡлы моделен эшләй (1932)[18].

Соколов А. А. менән берлектә йыһан нурҙары ҡоймаһының математик аппаратын эшләй (1938)[19] (Ландау һәм Румерҙың тейешле эштәренән һуң).

Дирак тигеҙләмәһенең һыҙма булмаған дөйөмләштереүен тәҡдим итә[20] (1938), уның нигеҙендә 1950—1960 йылдарҙа Вернер Гейзенберг менән йәнәш майҙандың һыҙма булмаған теорияһын үҫтерә

И. Я Померанчук менән берлектә алдан синхротрон нурланышын әйтә (1944)[21]. Соколов А. А. менән берлектә синхротрон нурланыштың классик теорияһын эшләй (1948)[22].

Гиперйәҙрәләр теорияһын үҫтерә (1956)[23].

Д. Ф. Курдгелаидзе менән берлектә 1964 йылдағы деконфайнментты алдан әйтә[24].

1960—1980 йылдарҙа уҡыусылар менән берлектә гравитация теорияһы буйынса бик күп эштәр башҡара, шул иҫәптән кварк йондоҙҙары гипотезаһын тәҡдим итә[25], гравитацияның дөйөмләштерелгән һәм калибрлы теорияһын эшләй[26].

300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 монография нәшер итә. Уның мәхәррирлеге аҫтында 27 мәҡәләләр йыйынтығы һәм төп сит ил ғалимдарының китаптары сыға.

Уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мамасахлисов Ваган Иванович
  • Мирианашвили Матвей Михайлович
  • Гулиев Нариман Агагулу оглу
  • Родичев Владимир Иванович
  • Соколов Арсений Александрович
  • Мицкевич Николай Всеволодович
  • Пономарев Владимир Николаевич
  • Пронин Петр Иванович
  • Сарданашвили Геннадий Александрович

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Силы Тамма — Иваненко

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Иваненко Дмитрий Дмитриевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. О людях Московского университета, 2019, с. 198: «Иваненко получил в гимназии прекрасное образование, поскольку во время Первой мировой войны в Полтаву был частично эвакуирован Варшавский университет и его профессора преподавали в гимназии, где учился Дмитрий»
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Сарданашвили, 2010
  4. В. Л. Гинзбург: Почему я не согласен со старыми козлами // Журнал «Огонёк» № 43 от 26.11.2000
  5. Московский университет в Великой Отечественной войне, 2020, с. 107
  6. 50 Лет современной ядерной физике. — М., Энергоатомиздат, 1982.
  7. Биографический словарь деятелей естествознания и техники. — М.: Гос. научн. изд. Большая Советская энциклопедия, 1958. — Т. 1. — С. 369—370.
  8. Храмов Ю. А. Физики. Биографический справочник. — М.: Наука, 1983. — С. 118—119.
  9. Gamov G., Iwanenko D. Zur wellentheorie der materie (нем.) // Zeitschrift für Physik. — 1926. — Т. 39. — С. 865—868.
  10. Иваненко Д., Ландау Л. Связь волновой механики с классической // Журнал русского физ.-хим. общества. Часть физическая. — 1927. — Т. 59. — № 2. — С. 253—260.
  11. Iwanenko D., Landau L. Zur albeitung der Klein-Fockschen gleichung (нем.) // Zeitschrift für Physik. — 1927. — Т. 40. — С. 161—162.
  12. Iwanenko D., Landau L. Bemerkung über quantenstatistik (нем.) // Zeitschrift für Physik. — 1927. — № 42. — С. 562.
  13. Iwanenko D., Landau L. Zur theorie des magnetischen electrons. I (нем.) // Zeitschrift für Physik. — 1928. — Т. 48. — С. 340—348.
  14. Гамов Г. А., Иваненко Д. Д., Ландау Л. Д. Мировые постоянные и предельный переход // Журнал русского физ.-хим. общества. Часть физическая. — 1928. — Т. 60. — С. 13—17.
  15. Fock V., Iwanenko D. Géometrie quantique linéaire et déplacement paralléle (фр.) // Compt. Rend. Acad Sci. Paris. — 1929. — № 188. — С. 1470—1472.
  16. Ambarzumian V., Iwanenko D. Les électrons inobservables et les rayons (фр.) // Compt. Rend. Acad Sci. Paris. — 1930. — Т. 190. — С. 582.
  17. Iwanenko, D.D. The neutron hypothesis (инг.) // Nature. — 1932. — Т. 129. — С. 798.
  18. Gapon E., Iwanenko D. Zur Bestimmung der isotopenzahl (нем.) // Die Naturwissenschaften. — 1932. — Т. 20. — С. 792—793.
  19. Ivanenko D., Sokolow A., On the mathematical formalism of the theory of showers, Physical Review 53 (1938) 910.
  20. Иваненко Д. Д., Замечание о теории взаимодействия через частицы, ЖЭТФ 8 (1938) 260—266.
  21. Iwanenko D., Pomeranchuk I., On the maximal energy attainable in betatron, Physical Review 65 (1944) 343.
  22. Иваненко Д. Д., Соколов А. А., К теории «светящегося» электрона, ДАН СССР 59 (1948) 1551—1554.
  23. Иваненко Д. Д., Колесников Н. Н., Энергия связи гиперядер, ЖЭТФ 30 (1956) 800—801.
  24. Иваненко Д. Д., Курдгелаидзе Д. Ф., Гипотеза кварковых звёзд, Астрофизика 1 (1965) 479.
  25. Иваненко Д. Д., Курдгелаидзе Д. Ф., Гипотеза кварковых звёзд, Астрофизика 1 (1965) 479.
  26. Ivanenko D., Sardanashvily G., The gauge treatment of gravity, Physics Reports 94 (1983) 1-45.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]