Иванова Валентина Алексеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иванова Валентина Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй[1]
Тыуған көнө 1 май 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2][3] (60 йәш)
Һөнәр төрө еңел атлет
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы Диск ырғытыу
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1996[d]

Иванова Валентина Алексеевна ( 1 май 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2][3] (60 йәш)) — спртсы, еңел атлет, диск ырғытыу буйынса белгес. 1994—2002 йылдарҙа еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһыағзаһы, милли беренселектең еңеүсеһе һәм призеры, Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Волгоград өлкәһе һәм Мәскәү ҡалаһы өсөн ярыша. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорты мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валентина Алексеевна Иванова 1963 йылдың 1 майында тыуған.

1987 йылда Волгоград дәүләт физик культура институтын «тренер-уҡытыусы» һөнәре буйынса тамамлай.

1994 йылда тәүге тапҡыр үҙе хаҡында өлкәндәр өсөн миҙгел кимәлендә еңел атлетика буйынса белдерә, ул Адлерҙа үткән Рәсәй ҡышҡы чемпионатының диск ырғытыу буйынса еңеүсеһе һәм Рәсәй йәйге чемпионатында Санкт-Петербургтағы ярышта көмөш призер була, бында ул бары тик Ольга Чернявскийҙан ғына ҡалыша. Артабан Рәсәй милли йыйылма командаһы составына алына, Санкт-Петербургта үткән Изге ихтыяр уйындарында ҡатнашып, унда диск ырғытыу буйынса бишенсе урынды биләй.

1995 йылда Адлерҙа үткән Асыҡ ҡышҡы Рәсәй чемпионатында оҙонлоҡҡа ырғытыу буйынса рәсәй чемпионы була, ә Мәскәүҙә үткән Рәсәй йәйге чемпионатында бронза призер була.

1996 йылда Сочиҙа үткән Асыҡ ҡышҡы Рәсәй чемпионатында һәм Санкт-Петербургтағы йәйге Рәсәй чемпионатында өсөнсө урынды яулай. Чемпионаттарҙа күрһәткән һөҙөмтәләре буйынса Атлантала үткән Йәйге Олимпия уйындарында ил исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә була — 58,38 метр алдан квалификация этабы һөҙөмтәләре менән еңеп сыға алмай ҡала[4][5]. Спортта күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн миҙгел аҙағында «Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Рәсәйҙең ҡышҡы асыҡ чемпионатында 1997 йылда Адлерҙа һәм Тула ҡалаһында үткән Рәсәйҙең йәйге асыҡ чемпионатында бронза миҙалдар яулай.

1998 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Рәсәй чемпионатында дискыны 62,03 метрға ырғытып, дәғүәселәрен еңеп сыға һәм алтын миҙал яулай. Шуның артынан Будапешта үткәрелгән Европа чемпионатында дискыны 59,67 метрға ғына ташлай һәм финалға сыға алмай ҡала.

2000 йылда Адлерҙа үткән Рәсәй ҡышҡы асыҡ чемпионатында бронза призеры була.

2001 йылда Адлерҙа үткәрелгән Рәсәй ҡышҡы асыҡ чемпионатында еңеп сыға, ә Тула ҡалаһында йәйге чемпионатта бронза миҙал ала. Шулай уҡ был спорт миҙгелендә Көньяҡ Африканың Питерсбург ҡалаһында үткән ярышта үҙенең шәхси рекордын ҡуя: дискыны 65,12 метрға ырғыта.

2002 йылда Адлерҙа уҙғарылған Рәсәй ҡышҡы асыҡ чемпионатында еңеүсе була, ә йәйгеһен Чебоксарҙа үткән ярышта үҙенең спорт ҡаҙаныштары исемлегенә тағы бер ҡат бронза миҙалы өҫтәй. Илдең саҡырыуы буйынса Пулда үткәрелгән Европа диск ырғытыу буйынса ҡышҡы ярыштарҙа ҡатнашып, унда шәхси зачетта еңеүсе була һәм ватандаштары менән бергә команда зачетында беренсе урынды биләй.

Һуңынан спортсы 2004 йылға тиклем ғәмәлдәге спортсы булып ҡала, әммә халыҡ-ара аренала һуңғы ваҡытта күрһәткән һөҙөмтәләре бик үк юғары булмай.

Спорт карьераһын тамамланғандан һуң, ул Мәскәүҙә еңел атлетика буйынса тренер булып эшләй[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Sports-Reference.com (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Valentina IVANOVA // https://worldathletics.org/athletes/-/14297964
  3. 3,0 3,1 Valentina Ivanova // https://worldathletics.org/athletes/-/14297964
  4. Валентина Иванова (инг.) — страница на сайте Международного олимпийского комитета
  5. Валентина Иванова — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
  6. Иванова Валентина Алексеевна. Официальный сайт Мэра Москвы. Дата обращения: 13 апрель 2020.(недоступная ссылка)