Иванова Зинаида Михайловна
Иванова Зинаида Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 март 1921 |
Тыуған урыны | Псков өлкәһе, РСФСР |
Вафат булған көнө | 2008 |
Һөнәр төрө | һауынсы, һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Иванова Зинаида Михайловна (3 март 1921 йыл — 2008 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1961 йылдан Псков өлкәһе Бежаницкий районының «Ударник» совхозында машина менән һауыу оҫтаһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Бежаницкий районының почётлы гражданы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зинаида Михайловна Иванова 1921 йылдың 3 мартында Псков өлкәһе Бежаницкий районыныңың Сапрыгино ауылында тыуған. Ашево ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. 14 йәшендә «1 Май» совхозында һауынсы булып эшкә урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Новоржев һәм Карамышев райондары территорияһындағы партизан хәрәкәтендә ҡатнаша. 1944 йылдың мартында яралана һәм Боровичи ҡалаһына тылға ебәрелә. Яраларын төҙәтеп, күпмелер ваҡыт госпиталдә санитарка булып эшләй[2].
Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтып, «1 Май» совхозында эшен дауам итә. 1961 йылда Сапрыгино ауылында яңы «Ударник» малсылыҡ комплексы төҙөлә, ул алдынғы механизмдар менән йыһазландырыла, улар араһында машина менән һауыу аппараттары ла була. Ул эшләгән Сапрыгино фермаһы, Псков өлкәһендә малсылар өсөн алдынғы тәжрибә мәктәбенә әүерелә. Тап Зинаида Михайловнаға совхоз директоры яңы техниканы үҙләштереүҙе ышанып тапшыра[2]. Машина менән һауыу буйынса яңы һөнәрҙе тулыһынса үҙләштереп, 1964 йылда ул 257 тонна һөт ала, йәғни һәр 115 һыйырҙан уртаса 2235 килограмм, 1965 йылда — 329 тонна, йәки һәр һыйырҙан 2930 килограмм һөт ала. Шул уҡ ваҡытта продукцияның үҙҡиммәте, уны етештереү өсөн хеҙмәт сығымдары һиҙелерлек кәмей. Тулайым һөт һауып алыу буйынса 11-се биш йыллыҡ заданиеларын 104,5 процентҡа үтәй, йылына һәр һыйырҙан уртаса 3130 килограмм һөт ала[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указы менән «малсылыҡты үҫтереүҙә, һөт һәм башҡа продукцияны етештереү һәм әҙерләүҙе арттырыуҙағы өлгәшкән уңыштары өсөн» Иванова Зинаида Михайловнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы ташырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә. 1986 йылда икенсе Ленин орденына лайыҡ була[1].
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Зинаида Михайловна 10 йыл тирәһе тағы совхозда эшләй. Әлеге ваҡытта Бежаницкий районында һөт һауыу буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән ферма хеҙмәткәрҙәренә Социалистик Хеҙмәт Геройы З. М. Иванова исемендәге күсмә Кубок тапшырыла[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Лобачёв, 2007
- ↑ 2,0 2,1 Никитенко, 2003
- ↑ Иванова Зинаида Михайловна . Дата обращения: 29 апрель 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Псковская энциклопедия / Главный редактор А. И. Лобачёв. — Псков: Псковское региональное общественное учреждение — издательство «Псковская энциклопедия», 2007. — С. 322. — 998 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-901374-01-0.
- Никитенко Н. В. Время выбрало их. Псковичи — Герои Социалистического Труда. — Псков: Издательство организационно-методического центра по подготовке областной Книги Памяти, 2003. — С. 62—67. — 261 с. — 1000 экз. — ISBN 5-350-00044-6.
- Акимова Н. А., Егорова Л. Г., Михайлов Д. Ю., Новикова Л. К. Золотые звезды трудовой Псковщины. — Псков: Псковское возрождение, 2018. — С. 17. — 68 с. — 300 экз.