Иванова Татьяна Николаевна
Иванова Татьяна Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 сентябрь 1926 |
Тыуған урыны | Гатчина, Петербург губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 26 декабрь 2015 (89 йәш) |
Һөнәр төрө | табип |
Эш урыны | Төньяҡ дәүләт медицина университеты[d] |
Уҡыу йорто | Төньяҡ дәүләт медицина университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Иванова Татьяна Николаевна (16 сентябрь 1926 йыл — 26 декабрь 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй терапевт-кардиологы, профессор. Медицина фәндәре докторы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Иванова табип ғаиләһендә тыуа; уның ике олатаһы ла хәрби табип була[2]. 1936 йылда ғаилә Архангельск ҡалаһына күсеп килә. 1943 йылда атә-әсәһе вафат була. Балаларҙы әсәһенең һеңлеһе Мария Пеккель тәрбиәгә ала [3]. 1944 йылдан алып 1949 йылға тиклем Татьяна Иванова Архангельск дәүләт медицина институтында уҡый, уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай, артабан профессиональ карьераһын ошо уҡыу йортоноң терапия кафедраһында үткәрә (1963—1965 йылдарҙа — доцент, 1965—1997 йылдарҙа — кафедра мөдире, 1997 йылда — кафедра профессоры). 1962 йылда Ленинград санитар-гигиена институтында «Клиника атипичных форм инфаркта миокарда и прединфарктных состояний» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 12 йыл үткәс, А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк тамыр хирургияһы ғилми-тикшеренеү институтында «Клиника атипичных форм инфаркта миокарда и прединфарктных состояний» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1977 йылдан — профессор[1].
1940 йылдарҙа Иванова Архангельск медицинаһына электрокардиографияны индереү буйынса беренселәр араһында була[1]. Артабан уның инициативаһы буйынса һәм терапия кафедраһы һәм 1-се ҡала клиник хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында махсуслашҡан тромбоэмболик бригада ойошторола, ул ауырыуҙарҙың йорттарына йөрөй[3]. 1964 йылда Архангельскиҙа киҫкен миокард инфаркты менән ҡатмарлаштырылған тахиркадиялы пациентҡа беренсе булып электроимпульслы дефибрилляцияны уңышлы үткәрә; ошо мәлдән төбәктә кардиореанимация үҫеш ала.
Т. Н. Иванова етәкселеге аҫтында 2 докторлыҡ һәм 20 кандидатлыҡ диссертация яҡлана, 18 аспирант һәм йөҙләгән клиник ординаторҙар әҙерләнә. Төньяҡ дәүләт медицина университетының баҫылып сыҡҡан некрологына ярашлы, был юғары уҡыу йортоноң факультет терапияһы кафедраһында Ивановала бөтә профессорҙар, доценттар һәм ассистенттар уҡый. Иванова — яҡынса 150 журнал мәҡәләләренең, өс монография, 35 уҡыу пособиеһының авторы һәм авторҙашы. Уйлап табыуҙың ике патентын ала һәм алты рационализаторлыҡ тәҡдимен индерә. 20 йыл дауамында ул терапевтарҙың өлкә ғилми йәмғиәтен етәкләй, Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз йәмғиәте терапевтар идаралығына һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Октябрь революцияһы ордены (1986)[2]
- «Почет Билдәһе» ордены (1981)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)
- «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» (1966)
- «РСФСР-ҙың атҡаҙанған врачы» (1973)
- Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Һаулыҡ һаҡлау буйынса Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы[3]
- Михаил Архангел ордены
- «Төньяҡ Ҡаҙанышы» өлкә бүләге[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Коллектив СГМУ выражает соболезнования родным и близким в связи со смертью Ивановой Татьяны Николаевны . Северный Государственный Медицинский Университет (28 декабрь 2015). Дата обращения: 5 февраль 2016. 2016 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Иванова Татьяна Николаевна . ГОУ ВПО «Северный Государственный Медицинский Университет». Дата обращения: 15 март 2016. Архивировано 15 март 2016 года. 2016 йыл 15 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Выражаем соболезнование в связи со смертью заслуженного врача РФ Татьяны Ивановой . Министерство здравоохранения Архангельской области. Дата обращения: 15 март 2016.
- 16 сентябрҙә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербург губернаһында тыуғандар
- 26 декабрҙә вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- Төньяҡ медицина университетын тамамлаусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табиптары
- Һаулыҡ һаҡлау отличниктары (СССР)
- Медицина фәндәре докторҙары
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- Рәсәй юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары