Иванов Алексей Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иванов Алексей Павлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1 (13) март 1865
Тыуған урыны Вяземский уезд[d], Смоленск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 март 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү дәүләт халыҡ университеты
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү гимназияһы[d]

Иванов Алексей Павлович (1[13] март 1865 йыл, Вязьма өйәҙе, Смоленск губернаһы — 2 март 1933 йыл, Мәскәү) — рус геологы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Вязьма ҡалаһында гимназияла уҡый, ә 7 кластан башлап — Беренсе Мәскәү гимназияһында уҡый. Гимназист сағында уҡ шәхси дәрестәр бирә. Гимназияны тамамлағандан һуң, Мәскәү университетының физика-математика факультетының тәбиғи бүлегенә уҡырға инә (1884). Студент сыуалыштарында ҡатнашҡан өсөн «ниндәй ҙә булһа юғары уҡыу йортона инеү хоҡуғы бөтөрөлөп» уҡыуҙан ҡыуып сығарыла. Әммә төрмәнән азат ителгәндән һуң университетҡа кире алына (1887). 1891 йылда университетты геология кафедраһы буйынса кандидат дәрәжәһендә тамамлай.

1891—1901 йылдарҙа шәхси дәрестәр менән аҡса эшләп таба һәм бер үк ваҡытта практик геология буйынса эштәр үткәрә. Күпмелер ваҡыт «Фон Вангель артезиан быраулау компанияһында» геолог булып хеҙмәт итә, 1895 йылда Ухта йылғаһы бассейнында нефть разведкалау менән етәкселек итә. Бынан тыш, «Московский инженер» йәмғиәтендә һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса консультация бирә, төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға разведка ойоштора һәм үткәрә (Липецк өйәҙендә тимер рудаһына, Владимир губернаһында кирбес балсығына, Подолияла фосфориттарға һ. б.). 1900—1907 йылдарҙа Кавказ аръяғында һәм Закаспийский өлкәһендә — нефтле урындар райондарында эштәр башҡара.

1909 йылдан — А. Л. Шанявский исемендәге Халыҡ университетының минералогия кафедраһы профессоры. 1919 йылда, Шанявский университеты менән 1-се Мәскәү университеты ҡушылғандан һуң, физика-математика факультетының геология кафедраһы профессоры һәм 1-се МДУ фәнни-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре; Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультеты ҡарамағындағы геологик ғилми-тикшеренеү институтының мөхбир ағзаһы (1922—1930) булып китә. Геология, палеонтология һәм минералогия буйынса лекциялар уҡый. Уның уҡыусылары араһында — Б. М. Даньшин, А. В. Казаков, Н. Ф. Ничипорович, А. А. Соболев, А. Н. Сокольская, М. Г. Терехов һәм башҡалар.

Рәсәй империяһының күп кенә төбәктәрендә — Бессарабия, Подольск, Херсон, Эстляндия, Лифляндия, Мәскәү, Калуга, Тверь, Ярославль, Кострома һәм башҡа губерналарҙа, шулай уҡ Кавказда, Челекен ярымутрауында, Тиманда һәм Рәсәй империяһының башҡа райондарында геологик тикшеренеүҙәр үткәрә. Рәсәйҙә фосфориттарҙы өйрәнеү пионерҙарының береһе; күп һанда фосфориттарҙың таралыу картаһын төҙөй, характеристикалар бирә һәм фосфориттарҙы сығарыуҙы ойоштороу буйынса тәҡдимдәр индерә; үлсәү юлы менән фосфоритлы ҡатлам запастарын теүәл иҫәпләү ысулдарын практикаға индерә. Фосфоритлы конкрецияларҙың, «иретмәнән фосфор кислоталы эзбиз ҡатлам булып ултырыу юлы менән» барлыҡҡа килеүе, органик булмаған сығышы тураһында фекер әйтә.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: палеонтология, минералогия, стратиграфия, дүртенсел геология, нефть геологияһы.

Мәскәү ауыл хужалығы институтының фосфориттарҙы тикшеренеү буйынса комиссияһы (1908—1916), Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте (1894), Петербург тәбиғәт фәндәре белгестәре йәмғиәте (1901), Юрьев университеты ҡарамағындағы тәбиғәт фәндәре белгестәре йәмғиәте (1902); «Естествознание и география» журналының редколлегияһы ағзаһы.

Палеонтология, минералогия, тектоника, стратиграфия, дүртенсел геология, нефть геологияһы һәм ғәмәли геология буйынса 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Е. А. Иванова. Геолог А. П. Иванов. 1865–1933. — Москва, 1940. — 36 с. — (Серия историческая/Моск. о-во испытателей природы. 1805-1940; № 19).
  • Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки. — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — С. 100—101. — 296 с. — 2 000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]