Эстәлеккә күсергә

Иванов Валентин Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иванов Валентин Тимофеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Гайтанкино[d], Q42529896?, Чистопольский кантон[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2003
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө математик
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Иванов Валентин Тимофеевич (1 ғинуар 1929 йыл — 15 апрель 2003 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәре докторы (1978), профессор (1978). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).

Валентин Тимофеевич Иванов[1] 1929 йылдың 1 ғинуарында Татар АССР-ы Октябрь районының Ғәйтән ауылында тыуған.

1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлай. Артабан уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй.

1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1966 йылдан шунда уҡ уҡытыусы булып эшләй, 1975—1993 йылдарҙа — БДУ-ның ғәмәли информатика һәм һан алымдары кафедраһы мөдире, 1993 йылдан 2001 йылға тиклем — иҫәпләү математикаһы кафедраһы профессоры, бер үк ваҡытта (1974—1992) СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Физика һәм математика бүлегендә иҫәпләү математикаһы секторы мөдире булып эшләй.

Ивановтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары — системаларҙа электр, йылылыҡ һәм масса күсереү моделен әҙерләү. Ул тигеҙләмәләр системаларының электроразведкала, гальваникала, металдарҙы коррозиянан һаҡлауҙа барлыҡҡа килгән һан алымы сығарылыштарын эшләй.

В. Т. Иванов — Халыҡ-ара математик конгрестарҙа / Һиндостан (1987) һәм Италияла (1989) ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһының фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһының фәндәр академияһының физика-математика бүлегендә тора.

Уҡыусылары араһында кафедрала эшләгән күп фән докторҙары һәм кандидаттары, шул иҫәптән: физика-математика фәндәре кандидаты, доцент Мәхмүтов М. М. (1972—1993 й.й.), физика-математика фәндәре кандидаты, доцент Бочкарева И. В. (1989—2001 йй.), физика-математика фәндәре докторы, профессор Болотнов А. М. (1983—2009 йй.), профессор Ф.В Лубышев бар.

  • Методы решения прямых и обратных задач электрокаротажа. М., 1983 (соавт.).
  • Оптимизация электрических полей, контроль и автоматизация гальванообработки. М., 1986 (соавт.).
  • Математическое моделирование электротепломассопереноса в сложных системах. Уфа, 1991 (соавт.).