Иванов Константин Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Константин Иванов
K ivanov.jpg
Исеме:

Иванов Константин Васильевич

Тыуған көнө:

15 (27) май 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Ыҫлаҡбаш ауылы[1]

Вафат булған көнө:

13 (26) март 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (24 йәш)

Вафат булған урыны:

Бәләбәй районы, Ыҫлаҡбаш ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

сыуаш

Константин Васильевич Иванов (27 май 1889, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Бәләбәй районы) Ыҫлаҡбаш — 13 март 1915) — сыуаш халыҡ шағиры, сыуаш әҙәбиәте классигы, сыуаш әҙәби теленә нигеҙ һалыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Константин Иванов 1889 йылдың 27 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Ыҫлаҡбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас Сембер ҡалаһындағы сыуаш мәктәбенә уҡырға инә. Батша тәртиптәренә ҡаршы митингыларҙа ҡатнашҡан өсөн 1907 йылда уҡыуҙан ҡыуып сығаралар. Ыҫлаҡбаш ауылына ҡайта. Ауылда мәктәп мөдире Яковлев сыуаш телендә дин һәм дәреслектәр сығарырға әҙерләнә. К. Ивановвты үҙе менән эшләргә саҡыра. 1908 йылда Семберҙә сыуаш риүәриәттәре йыйынтығында буласаҡ әҙиптең «Тимер талҡы», «Ике ҡыҙ», «Тол ҡатын» тигән әкиәттәре һәм «Нарспи» поэмаһы донъя күрә. Аяныслы яҙмышлы сыуаш ҡыҙы тураһындағы «Нарспи» поэмаһы күп телдәргә тәржемә ителә. Уның нигеҙендә бер нисә пьеса ҡуйыла, Сыуаш опера һәм балет театрында опера ҡуйыла.

Әҙәби эшмәкәрлеген М. Ю. Лермонтов, Л. Н. Толстой, Н. Огарёв, А. Кольцов, Н. Некрасов, А. Майков әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемә итеүҙән башлай.

1909 йылда К. Иванов халыҡ уҡытыусыһы исеменә имтихан тапшыра. 1915 йылда ҡаты ауырыуҙан һуң 25 йәшендә вафат була.

Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Константин Иванов сыуаш халҡы поэзияһына нигеҙ ташы һала, тыуған халҡы хәтерендә тәрән эҙ ҡалдыра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]