Иванов Спиридон Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иванов Спиридон Алексеевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 6 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (92 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Вилюйский улус[d], Кюлетский 2-й наслег[d]
Һөнәр төрө ғалим
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Уҡыу йорто Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты[d]

Иванов Спиридон Алексеевич (6 март 1928 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-тарихсыһы, филология фәндәре докторы, СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең атҡаҙанған ветераны (1990).

Якутия диалектологияһы өлкәһендә белгес. Авторҙың 100-ҙән ашыу фәнни һәм фәнни-популяр хеҙмәте, шулай уҡ 6 монографияһы бар.[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спиридон Алексеевич Иванов 1928 йылдың 6 мартында Яҡут АССР-ының Вилюй районы Кюлет наслегында тыуған

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ете синыфты тамамлау менән тыуған наслегында эшсе булып эшләй. 1948 йылда педагогия училищеһын, ә 1956 йылда — Якутск педагогия институтын (хәҙерге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты) тамамлай.

1948 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай, һуңынан башланғыс мәктәп мөдире була (1952). Институтты тамамлағас, 19561969 йылдарҙа яҡут теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, завуч, Вилюй район гәзитендә мөхәррире урынбаҫары һәм Яҡут китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. Спиридон Алексеевич 1969 йылда СССР Фәндәр академияһы Себер бүлегенең Тел, әҙәбиәт һәи тарих институтына ғилми эшкә күсә: кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр (1986—1989), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1989—1993) була. Шунан һуң Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлеге Гуманитар тикшеренеүҙәр һәм аҙ һанлы себер халыҡтары мәсьәләләре институтына эшкә күсә: төп ғилми хеҙмәткәр булып 1996—1999 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр, 2000—2008 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — грамматика һәм яҡут теле диалектологияһы секторының өлкән ғилми хеҙмәткәре[1]

1982 йылда Алматыла Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының тел ғилеме институты ҡарамағындағы диссертация советында «Аканье и оканье в говорах якутского языка» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1995 йылда Яҡутскиҙа диссертация советында «Центральная диалектная зона якутского языка: фонетика и морфология (в ареально-историческом освещении)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы.
  • 1996 йылда Рәсәйҙең тәбиғи фәндәр академияһы ғалимды академияның П. Л. Капицаға арналған иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләй.
  • Ул "Саха Республикаһының (Якутияның) атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм «Рәсәй Федерацияһы фәне һәм техникаһының почетлы хеҙмәткәре», шулай уҡ «Гражданлыҡ батырлығы» билдәһенә лайыҡ була[3].
  • 2013 йылда ул Семен Андреевич Новгородов исемендәге туған телдәрҙе һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү өлкәһендә Саха Республикаһы (Якутия) башлығы премияһына лайыҡ була (туған телдәрҙе пропагандалау буйынса күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн).[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]