Вишневский Иван Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иван Вишневский битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ice hockey puck.svg
Иван Сергеевич Вишневский
Позиция

Һаҡсы

Буйы

183 см

Ауырлығы

96 кг

Гражданлығы

Рәсәй Рәсәй

Тыуған көнө

18 февраль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (31 йәш)
СССР, Барнаул ҡалаһы

МХЛ драфты

2006 йылда 1-се раундта 27-се һан аҫтында «Даллас Старз» клубы менән һайлана

Карьера
2005—ә.в.
Хоккейсы карьераһы

Вишневский Иван Сергеевич (18 февраль 1988 йыл, Барнаул) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Барнаулдан «Мотор» клубы тәрбиәләнеүсеһе. Тәүге тренеры: Гостьев Сергей Викторович. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған Екатеринбургтан «Автомобилист» уйынсыһы.

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Клубта карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Вишневский үҙенең профессиональ карьераһын 2005 йылда QMJHL лигаһы «Руэн-Норанда Хаскис» клубында башлай. Клуб уны Канада хоккей лигаһының драфтында дөйөм 68-се һан аҫтында һайлай, ә быға тиклем ул «Лада» командаһының фарм-клубы өсөн уйнай. Киләһе йылда МХЛ драфтында беренсе раундта дөйөм 27-се һан аҫтында «Даллас Старз» командаһы менән һайлана[1]. «Хаскис» составында Иван өс миҙгел дауамында сығыш яһай, шул ваҡыт эсендә 197 осрашыуҙа 166 (51+115) мәрәй йыя.

2007 йылдың 18 июлендә Вишневский «Даллас» менән өс йыллыҡ контракт төҙөй[2]. «Старз» составында 2009 йылдың 7 апрелендә «Миннесота Уайлд» командаһына ҡаршы уйында Милли хоккей лигаһында тәүге осрашыуын уҙғара[3]. Ике көн үткәс «Колорадо Эвеланш» клубына ҡаршы уйында һөҙөмтәле пас биреп лигала үҙенең тәүге мәрәйен йыя[4]. Бөтәһе шул миҙгелдә Иван «йондоҙҙар» составында 3 осрашыу уҙғара һәм ике мәрәй йыя, әммә миҙгелдең күп өлөшөндә ул Америка хоккей лигаһында сығыш яһаған «Пеория Ривермен» клубы составында уйнай.

2009/2010 йылдар миҙгелен Вишневский «Далластың» яңы фарм-клубы «Техас Старз» составында башлай. 2009 йылдың 21 декабрендә «Сан-Хосе Шаркс» командаһына ҡаршы уйында Иван яңғылыш үҙенең буш ҡапҡаһын шайбаны индерә, бынан һуң ул яңынан АХЛ-ға ебәрелә[5][6]. «Техасҡа» ҡайтҡас ул һаҡсылар араһында клубтың иң мәргән уйынсыһы була. Тик 2010 йылдың 9 февралендә «Даллас» Иванды «Атланта Трэшерз» клубына Кари Лехтоненға алмаштыра[7]. Миҙгелдең аҙағын Иван яңы командаһының фарм-клубы «Чикаго Вулвз» составында үткәрә һәм 42 уйында 18 (2+16) мәрәй йыя.

2010 йылдың 1 июлендә Вишневскийҙы тағы ла алмаштыралар — хәҙер ул яңы ғына Стенли кубогын еңгән «Чикаго Блэкхокс» клубына эләгә[8]. Әммә Иван «Блэкхокс» өсөн уйнарға бер мөмкинселектә алмай һәм 2010/2011 йылдар миҙгелен тулыһынса Америка хоккей лигаһында «Рокфорд Айсхогс» составында уҙғара. Ул 46 уйында 15 (5+10) мәрәй йыя.

2011 йылдың 17 май көнөндә Вишневский тыуған иленә ҡайтырға уйлай һәм Мәскәү өлкәһенән «Атлант» менән килешеү төҙөй[9]. Иван Мытищинан команда өсөн ике миҙгел уйнай, шул ваҡыт эсендә 121 уйында 28 (8+20) мәрәй йыя.

2013 йылдың 1 май көнөндә Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһына күсә[10]. Тәүге миҙгелдә Иван командаһы менән конференция финалына етәләр, Рәсәй чемпионатының көмөш һәм КХЛ чемпионатының бронза миҙалдары менән бүләкләнә. Киләһе миҙгелдә «Салауат Юлаев» Конференция сирекфиналында Гагарин кубогы өсөн көрәштә төшөп ҡала. 2015/2016 йылдар миҙгелендә Вишневский тағы ла командаһы менән конференция финалында еңелә һәм ике йыл элек кеүек КХЛ һәм Рәсәй чемпионаттарының бронза миҙалдарын еңә.

Миҙгел тамамланғас 4 майҙа Иван «Торпедо» хоккей клубына күсә[11]. Уның яңы клубы даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай һәм плей-оффтың беренсе раундында көрәштән төшөп ҡала. 2017 йылдың 2 май көнөндә Иван Силәбенән «Трактор» хоккей клубы менән бер йылға килешеү төҙөй[12]. «Трактор» Көнсығыш конференцияһында даими миҙгелдә өсөнсө урынды яулай, ә шунан плей-оффта конференция финалына етә һәм КХЛ бронзма миҙалдарын яулай. Иван бөтәһе 72 уйында 24 (8+16) мәрәй йыя.

2018/2019 йылдар миҙгеле алдынан Иван Екатеринбургтан «Автомобилист» хоккей клубының составын тулыландыра. Был команда тәүге тапҡыр Көнсығыш конференцияһында даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды яулай, ә плей-оффта сирекфиналда «Салауат Юлаев» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Иван был миҙгелдә барыһы 57 осрашыуҙа 29 мәрәй йыя.

Рәсәй йыйылма командаһында карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Вишневский Рәсәй милли йыйылма командаһында тәүге уйынын 2011 йылдың 10 ноябрендә уҙғара. Ул көндө Рәсәй командаһы Карьяла кубогында Швеция йыйылма командаһын 2:1 иҫәбе менән ота. Бөтәһе Рәсәй йыйылма командаһында ул Еврохоккейтурҙың төрлө этаптарында, Еврочеллендж һәм дуҫтарса уйындарҙа 14 осрашыу үткәрә.

Ҡаҙаныштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Канада хоккей лигаһының тәүге миҙгел үткәргән уйынсыларҙан торған символик составҡа керә — 2006.
  • Америка хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша — 2010.
  • Карьяла кубогы еңеүсеһе — 2011.
  • Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2013/14.
  • КХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2013/14, 2015/16, 2017/18.
  • Рәсәй чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2015/16.

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы яңыртыу: 1 июль 2019
Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М +/- Штр К Г П М +/- Штр
2003/04 Лада-2 Беренсе лига 16 0 0 0 -- 10
2004/05 Лада-2 Беренсе лига 50 39 32 71 --
2005/06 Руэн-Норанда Хаскис QMJHL 54 13 35 48 1 57 5 2 1 3 -1 2
2006/07 Руэн-Норанда Хаскис QMJHL 60 14 37 51 9 90 16 5 8 13 -3 8
2007/08 Руэн-Норанда Хаскис QMJHL 45 17 28 45 18 50 17 0 6 6 7 16
2008/09 Пеория Ривермен АХЛ 67 6 13 19 -5 28 5 0 2 2 1 2
2008/09 Даллас Старз МХЛ 3 0 2 2 1 2
2009/10 Техас Старз АХЛ 51 8 16 24 4 18
2009/10 Даллас Старз МХЛ 2 0 0 0 -2 0
2009/10 Чикаго Вулвз АХЛ 28 2 10 12 4 10 14 0 6 6 0 4
2010/11 Рокфорд Айсхогс АХЛ 46 5 10 15 0 26
2011/12 Атлант КХЛ 54 3 9 12 -11 26 12 0 2 2 2 4
2012/13 Атлант КХЛ 51 4 9 13 -5 14 5 1 0 1 -7 4
2013/14 Салауат Юлаев КХЛ 42 4 3 7 1 14 18 3 2 5 -6 6
2014/15 Салауат Юлаев КХЛ 47 9 8 17 -6 10 5 2 1 3 1 0
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 56 4 10 14 -1 24 19 3 3 6 -8 6
2016/17 Торпедо КХЛ 28 2 6 8 18 4 1 0 0 0 0 0
2017/18 Трактор КХЛ 56 5 12 17 9 24 16 3 4 7 3 8
2018/19 Автомобилист КХЛ 49 3 24 27 1 18 8 0 2 2 -1 2
2019/20 Автомобилист КХЛ
Бөтәһе Беренсе лигала 66 39 32 71 -- 10
Бөтәһе QMJHL-да 159 44 100 144 28 197 38 7 15 22 3 26
Бөтәһе АХЛ-да 192 21 49 70 3 82 19 0 8 8 1 6
Бөтәһе МХЛ-да 5 0 2 2 -1 2
Бөтәһе КХЛ-да 383 34 81 115 -8 148 84 12 14 26 -16 30

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әсәһе: Галина Вишневская.

Ҡатыны: Кристина Вишневская (Миллер). 2013 йылда ғаилә ҡоралар. 2015 йылдың 23 ноябрендә уларҙың Александр исемле улдары тыуа[13].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 2006 NHL Draft History - Round 1, mynhldraft.com (24 июня 2006). 1 октября 2011 тикшерелгән.
  2. Stars Sign Ivan Vishnevskiy, stars.nhl.com (18 июля 2007). 1 октября 2011 тикшерелгән.
  3. Gaborik goal sparks Wild to 3-1 win over Stars, sports.yahoo.com (8 апреля 2009). 1 октября 2011 тикшерелгән.
  4. Вишневский набрал первое очко в НХЛ в игре с «Колорадо», championat.com (10 апреля 2009). 1 октября 2011 тикшерелгән.
  5. Dallas Stars Ivan Vishnevskiy Own Goal vs Sharks 12/21/09, freetechie.com (23 декабря 2009). 1 октября 2011 тикшерелгән.
  6. Stars send D Ivan Vishnevskiy back to AHL 2 days after his own-goal against San Jose, nhl.com (23 декабря 2009). 1 октября 2011 тикшерелгән.
  7. Stars Trade for Kari Lehtonen, stars.nhl.com (9 февраля 2010). 1 октября 2011 тикшерелгән.
  8. Blackhawks continue to trade away players as Andrew Ladd sent to Thrashers, thehockeynews.com (1 июля 2010). 1 октября 2011 тикшерелгән.
  9. В «Атланте» — Вишневский, atlant-mo.ru (17 мая 2011). 1 октября 2011 тикшерелгән.
  10. Вишневский переходит в «Салават», atlant-mo.ru (1 мая 2013). 1 мая 2013 тикшерелгән.
  11. Иван Вишневский переехал из Уфы в Нижний Новгород
  12. Защитник Вишневский и нападающий Полыгалов стали игроками «Трактора»
  13. Поздравляем Ивана Вишневского!, hcsalavat.ru (24 ноября 2015). 23 ноября 2015 тикшерелгән.